From Wikipedia, the free encyclopedia
Туҡмак-Ҡаран (рус. Тукмак-Каран) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 110 кеше[1]. Кәкребаш ауыл Cоветы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825010.
Ауыл | |
Туҡмак-Ҡаран | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылдың исеме Туҡмаҡ-Ҡаран (туҡмаҡ ‘ҡыҫҡа’ һәм ҡаран ‘күләүек, йылға’) йылғаһының исеменән алынған[2].
Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы башҡорт-ҡырғыҙҙарҙың сағыштырмаса йәш тораҡ пункты. Шулай уҡ Ғауыл булараҡ та билдәле булған. Бында сауҙагәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар йәшәгән. Татарҙарҙың ҡайһы берҙәренең ерҙе файҙаланыу буйынса документтары булмаған, ҡалғандары 1739 йылдың 27 сентябрендәге килешеү буйынса ҡабул ителгәндәр. Ауылдың үҫешен түбәндәге һандарҙан күҙәтергә мөмкин. 1858 йылда бөтәһе 11 ихатала 96 кеше; 1870 йылда 23 ихатала 145 башҡорт, 53 яһаҡлы татар; 1917 йылда 20 ихатала 128 башҡорт һәм 28 ихатала 196 яһаҡлы татар; 1920 йылда бөтәһе 60 йортта 306 кеше йәшәгән.
Сауҙа татарҙары 1816—1833 йылдар араһында был тораҡ пункттан китә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу халыҡтың этник сығышын хаталы рәүештә күрһәтә: бында башҡорттар ҙа һәм татарҙар ҙа йәшәгән.
1843 йылда һәр башҡортҡа ни бары 1,5 бот иген сәселгән. 12 бот картуф ултыртылған. Уларҙың 70 умартаһы булған[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 306 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 103 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 119 | ||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Алыҫлығы:[4]
Урам исеме[5]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.