Тун
Йылы өҫ кейеме / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тун — (төркисә тон — күлдәк, кейем), һыуыҡтан һаҡланыу өсөн тиренән тегелгән оҙон салғыйлы өҫ кейеме. Тун күп төрки халыҡтарҙың өҫ кейеме булараҡ билдәле. Элгәре тәбиғи тиренән тегелһә, хәҙер инде яһалма мехтан да етештерәләр.
Ҡыҫҡа факттар Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ...
Тун | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | шерсть[d][1] |
---|---|
Тун Викимилектә |
Ябырға
Тәбиғи тундарҙы тегеүгә һарыҡ тиреһе — мәҫәлән, мутон, ҡаракүл һәм цигейка), аҡ төлкө, көҙән, шәшке, төлкө (шул иҫ. ҡара төлкө), шиншилла, аҫ, ҡондоҙ, айыу, бүре, койот, һыуыр, опоссум[2], нутрия, ондатра, йорт ҡуяны, тейен, тарбаған, нерпа, ҡуян, тюлень, бесәй, эт, илька, янут, һыуһар, скунс[3], ҡоно, сүл бүреһе, тюлень, янут кеүек эт, төньяҡ боланы, калан, йофар, һары шәшке, бурһыҡ, ягуар, һуҡыр сысҡан (төрткө), пони, һеләүһен, мышы, ҡар барыҫы һәм башҡалар ҡулланыла.