Тропик циклон
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тропик циклон — циклон төрө, йә түбән баҫымлы тәбиғи система, йылы диңгеҙ өҙтөндә барлыҡҡа килә һәм көслө йәшен, ҡойма ямғырҙар һәм шторм көсөндәй елдәр менән оҙатылып бара. Тропик циклондар ҡеүәтте дымлы һауаның өҫкә күтәрелеүенән, һыу парҙарының ямғыр булып конденсацияланыуынан һәм ҡоро һауаның аҫҡа төшөүенән ала, ошо процесс ваҡытында барлыҡҡа килгән. Был механизм принципы буйынса тышҡы тропик һәм поляр циклондарҙан механизмынан айырыла, тропик циклондар «йылы үҙәкле циклондар»ға бүленәләр.
«Тропик» термины бындай циклондар күпселек осраҡта барлыҡҡа килгән географик өлкәне лә йәғни тропик киңлектәрҙе һәм тропик һауа массаларында ошо циклондарҙың барлыҡҡа килеүен дә аңлата.
Алыҫ Көнсығышта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла тропик циклондар тайфун тип атала, ә Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала — майя ел аллаһы исеме Хуракандан алынған ураган ((исп. huracán, ингл. hurricane) тип атала. Бофорт шкалаһы буйынса, ел тиҙлеге сәғәтенә 117 кмға(йәки 30 м/с) етһә шторм ураганға әйләнә тип ҡабул ителгән.
Тропик циклондар экстремаль көслө яуым-төшөм генә килтермәй, шулай уҡ диңгеҙ өҫтөндә ҙур тулҡындар, дауыл арҡаһында һыу ҡалҡыуы һәм торнадо тыуҙырыуы мөмкин. Тропик циклондар ҙур һыу ятҡылыҡтары өҫтөндә генә барлыҡҡа килеп көсөн һаҡлап ҡалыуы мөмкин, шул уҡ ваҡытта ҡоро ер өҫтөндә тиҙ генә көсөн юғалталар. Тап шуның өсөн дә яр буйы райондары һәм утрауҙар улар килтергән емереклектәрҙән нығыраҡ зыян күрә, шул уҡ ваҡытта континенттарҙың эске өлөшөндәге ерҙәр сағыштырмаса хәүефһеҙ һанала. Әммә тропик циклон тыуҙырған ҡойма ямғырҙар ярҙан 40 км-ға тиклем алыҫыраҡта һыу баҫыуға килтереүе мөмкин. Тропик циклондарҙың кешегә тәьҫире бик кире булһа ла, байтаҡ һыу ҡоролоҡто туҡтатырға мөмкин. Тропик циклондар тропик киңлектәрҙән уртаса киңлектәргә ҙур күләмдә энергия ташый, был атмосфера әйләнешенең глобаль процестарының мөһим өлөшөнә әйләндерә. Улар ярҙамында Ер өҫтөнөң төрлө өлөштәрендә температура айырмаһы кәмей, был планетаның бөтә ерендә уртаса климатҡа эйә булыу мөмкинлеген бирә.
Күп кенә тропик циклондар атмосфераның көсһөҙ тулҡынланыуынан уңайлы шарттарҙа барлыҡҡа килә, уларҙың килеп сығыуына Мадден-Джулиан осцилляцияһы, Эль-Ниньо һәм Төньяҡ Атлантик осцилляцияһы кеүек йоғомталар йоғонто яһай. Башҡа циклондар, бигерәк тә субтропик циклондар, барлыҡҡа килеп, үҫешкән һайын тропик циклондар үҙенсәлектәренә эйә була ала. Барлыҡҡа килгәндән һуң тропик циклондар өҫтөн булған елдәр тәьҫире аҫтында хәрәкәт итә; шарттар уңайлы булып ҡалһа, циклон көс ала һәм уртала күҙе менән үҙенә генә хас өйөрмә төҙөлөшөн барлыҡҡа килтерә. Шарттар уңайһыҙ булһа йәки циклон ер өҫтөнә сыҡһа, ярайһы уҡ тиҙ тарҡала.