кеше эшмәкәрлегенең төрлө тармаҡтарында ҡулланылыусы ысулдар, процестар һәм материалдарҙы камиллаштырыу тарихы, шулай уҡ техник етештер From Wikipedia, the free encyclopedia
Технология тарихы — технологияларҙың үҫеш тарихы, йәки кеше эшмәкәрлегенең төрлө тармаҡтарында ҡулланылыусы ысулдар, процестар һәм материалдарҙы камиллаштырыу тарихы, шулай уҡ техник етештереү ысулдарына фәнни тасуирлама биреү тарихы.
Технология тарихы | |
Өлөшләтә тура килә | история науки и техники[d] |
---|---|
Технология тарихы Викимилектә |
XVIII быуат аҙағында техника тураһындағы белемдәр араһында ҡәҙимге һүрәтләү тармағы һәм яңы тыуып килгән тармаҡ айырыла башлай, яңыһын «технология» тип атайҙар. Иоганн Бекман (1739—1811) фәнни ҡулланылышҡа «технология» терминын индерә, Германиялағы Гёттинген университетында 1772 йылдан башлап үҙе алып барған ғилми дисциплинаны ул шулай тип атай. 1777 йылда ул «Технологияға инеш» тигән хеҙмәтен нәшер итә, унда былай тип яҙа: «Уйлап табыуҙарға, уларҙың оҫталамаларҙа һәм кәсептәрҙә үҫешенә һәм уңышына күҙәтеү техник сәнғәттәрҙең тарихы тип аталырға мөмкин; бөтә төр хеҙмәттәрҙе уларҙың эҙемтәләре һәм сәбәптәре менән бергә методик һәм тулы итеп аңлатҡан технология күпкә ҙур күренеш булып тора». «Уйлап табыуҙар тарихы буйынса очерктар» (1780—1805) тигән хеҙмәтендә ул был төшөнсәне артабан үҫтерә[1].
1822 йылда академик В. М. Севергин технологияның 10 бүлеген айыра[2]:
Технологияға эштең ысулдары, алымдары, режимы, операцияларҙың һәм процедураларҙың эҙмә-эҙлелеге инә, ул ҡулланылған саралар, ҡорамалдар, эш ҡоралдары, материалдар менән бәйләнгән.
Заман технологиялары фәнни-техник прогресс ҡаҙаныштарына нигеҙләнә һәм продукт етештереүгә йүнәлеш тота: матди технология — матди продукт, мәғлүмәт технологияһы (МТ) мәғлүмәт продукты сығара. Технология — шулай уҡ етештереү ысулдарын һәм ҡорамалдарын эшләүсе һәм камиллаштырыусы фәнни дисциплина. Көнкүрештә етештереү процестарын һүрәтләүҙе, уларҙы үтәү буйынса ҡулланмаларҙы, технологик талаптарҙы һ.б. технология тип йөрөтәләр. Технология йәки технологик процесс тип йыш ҡына етештереү процесы нигеҙен тәшкил иткән сығарыу, ташыу һәм эшкәртеү операцияларын да атайҙар. Производствола техник контроль дә технология өлөшө булып тора. Технологияларҙы эшләү менән технологтар, инженерҙар, конструкторҙар, программистар һәм тейешле өлкәләрҙәге башҡа белгестәр шөғөлләнә.
Оҫталыҡтан технологиға күсеү мәле хәҙерге кешелек цивилизацияһын барлыҡҡа килтергән, уның артабанғы үҫешенә һәм камиллашыуына мөмкинлек биргән.
Ваҡыт үтеү менән технологиялар үҙгәрә, ҡасандыр технология ябай таһыллыҡты күҙҙә тотһа, хәҙерге заманда — йыш ҡына ҡиммәтле тикшеренеүҙәр юлы менән алынған ҡатмарлы ноу-хау белемдәр йыйылмаһы.
Юғары технологиялар — замандың иң камил технологиялары.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.