Швеция һәм Норвегия принцессаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Тереза Саксен-Альтенбургская (нем. Therese Amalie Karoline Josephine Antoinette von Sachsen-Altenburg, 21 декабрь 1836 йыл — 9 ноябрь 1914 йыл) — Саксен-Альтенбург принцессаһы, никахта — Швеция һәм Норвегия принцессаһы.
Тереза Саксен-Альтенбургская | |
нем. Therese von Sachsen-Altenburg | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Саксен-Альтенбург[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | нем. Therese Amalie Karoline Josephine Antoinette von Sachsen-Altenburg |
Титул | шаһбикә[d][1] һәм Duchess in Saxony[d] |
Тыуған көнө | 21 декабрь 1836[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Triesdorf[d], Вайденбах[d], Ансбах[d], Средняя Франкония[d], Королевство Бавария[d] |
Вафат булған көнө | 9 ноябрь 1914[5][2][4] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Стокгольм, Швеция[5][2] |
Ерләнгән урыны | церковь Риддархольмена[d][5][6][7] |
Атаһы | Эдуард Саксен-Альтенбургский[d][8] |
Әсәһе | Амалия Гогенцоллерн-Зигмаринген[d][8] |
Бер туғандары | Альберт Саксен-Альтенбургский[d][8], Мария Гаспарина Саксен-Альтенбургская[d][8] һәм Антуанетта Саксен-Альтенбургская[d][8] |
Хәләл ефете | Август Шведский[d][5][8] |
Нәҫеле | Саксен-Альтенбургский дом[d] |
Һөнәр төрө | аристократ, композитор |
Музыка ҡоралы | фортепиано[5] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Тереза Саксен-Альтенбургская Викимилектә |
Тереза — принц Эдуард Саксен-Альтенбургский һәм уның беренсе ҡатыны принцесса Амалия Гогенцоллерн-Зигмарингендең беренсе балаһы. Уның ҡустылары — Людвиг һәм Иоганн, шулай уҡ һеңлеһе Антуанетта Шарлотта. Әсәләре кесе улдары тыуғас вафат була. Киләһе йылда атаһы икенсе никахҡа инә, ул никахтан ике балаһы була.
Тереза атаһы хәрби хеҙмәттә булған Мюнхен һәм Бамбергта үҫә. Уның вафатынан һуң 1852 йылда Тереза тәүҙә ике туған һеңлеһе Мария һарайында йәшәй, шунан әсәһе яғынан бабаһы Карл Антон Гогенцоллерн-Зигмарингендарға күсенә.
Шул уҡ 1852 йылда ул тәүге тапҡыр үҙенең буласаҡ ирен принц Август Шведский, герцог Даларнскийҙы осрата. Танышҡандан һуң ун ике йыл үткәс, Дюссельдорфта ул уға кейәүгә сығырға тәҡдим итә, һәм Тереза ризалаша. 1864 йылдың 16 апрелендә йәштәр Альтенбургта өйләнешә. Улар араһында оло мөхәббәт булмай, әммә улар бик яҡшы дуҫтар булып китә. Никахта улар бәхетле була, тик балалары булмай. Принцессаны мөләйем сырайлы, бәләкәй нәфис ҡыҙ тип һүрәтләйҙәр. Никахҡа ингән сағында уға 27 йәш, Августҡа 33 йәш була. Яңы герцогиня ҡыҙыу ҡанлы һәм ҡыҙыу холоҡло кеше була. Ире ҡатынын иркәләп "min lilla hoppetossa " (минең тиктормаҫым) тип атай һәм өйҙә һирәк була.
Швецияла Терезаны принцесса Тереза тип атайҙар. Ул үҙенең ҡәйенһеңлеһе Евгения менән бик тиҙ уртаҡ тел таба, уның менән йыш ҡына Готландта ял итә. Тереза музыканы бик ярата һәм йыш ҡына швед музыка академияһының король ғаиләһе ложаһында ултыра.
1873 йылда аҙ ауырыуҙан һуң Август вафат була. Король Терезаға опекун итеп барон Луи де Геерҙы тәғәйенләй. Тол ҡалған герцогиня башҡалар авантюрист тип иҫәпләгән Охан Демиржиан менән хат алыша. Уның герцогиняға кейәүгә сығырға тәҡдим яһауы ғауға ҡуптара. Швед һарайы, герцогиня аҡылдан яҙған, тип иғлан итә. Терезены графиня Дальшёльд исеме аҫтында Швейцарияға дауаланыуға ебәрәләр. Унда Тереза вилла һатып ала һәм оҙаҡ йылдар Невшателдә йәшәй.
Швецияға ул 1890 йылда ҡайта һәм Хага һарайында яңғыҙы ғына йәшәй. Бында герцогиня музыка яҙа һәм мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә. Уны йыш ҡына герцогиня Хага тип атайҙар. Король ғаиләһенән ул кесе йәштәге һәм эпилепсия менән ауырыған принц Эрик Густав менән генә дуҫ була. Принцесса виллаһы үҙенең бик яҡшы кухняһы менән таныла. Шуға ла һуңғы йылдарында герцогиня артыҡ ауырлыҡтан яфалана.
1914 йылдың 9 ноябрендә герцогиня Тереза 77 йәшендә вафат була. Ул ире янында Риддархольм сиркәүендә ерләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.