Тарихнамә
тарихи фәндәрҙең тарихын өйрәнеүсе тарихи дисциплина / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тарихнамә — тар мәғәнәлә тарих өлкәһендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр тупланмаһы, улар билдәле бер темаға йәки тарихи дәүергә (мәҫәлән, Тәре яуҙары дәүере тарихы йыйылмаһы), йәки идеологик, тел һәм милли йәһәттән эске берлеккә эйә булған тарихи эштәр йыйылмаһы (мәҫәлән, марксистик, инглиз телендәге йәки француз тарихы тупланмаһы).
Киңерәк мәғәнәлә тарихнамә — тарихи фәндәрҙең тарихын өйрәнеүсе махсус тарихи дисциплина ул. Тарихнамә тарихи эштәрҙе яҙғанда фәнни ысулдың ни тиклем дөрөҫ ҡулланылыуын тикшерә, иғтибарҙы авторға, уның сығанаҡтарына, факттарҙы интерпретациянан айырыуға, шулай уҡ стилистикаға, авторҙың теге йәки был тарихи фактты бер яҡлы ғына ҡабул итеү-итмәүенә һәм тарихи өлкәләге был эштең уның тарафынан ниндәй аудитория өсөн яҙылыуына йүнәлтә.
Тарихнамә Грецияла Гекатей һәм Геродоттан башлана. Геродот үҙенең был шөғөлөн кешеләрҙең батырлыҡтары тураһындағы хәтерҙең быуаттар төпкөлөндә юғалып ҡалмаһын өсөн үҙ Тарихын яҙып ҡалдырырға тырышыуы менән аңлата. Ул гректар һәм варварҙар башҡарған бөйөк эштәр тураһындағы иҫтәлектәрҙең һаҡланып ҡалыуын теләй. Антик осорҙо тикшереүсе тарихсыларҙың ижади ынтылыштары башҡа төрлө була. Фукидид фекеренсә, мәҫәлән, кеше тәбиғәте буйынса власть өсөн мәңге көрәшә; Полибий донъялыҡтың бөтә тарихы үҫешендәге һуңғы һәм иң юғары нөктәһе булып Рим империяһы тора тип раҫлай; Тит Ливий тарихта «беҙҙең өсөн һәм беҙҙең ил өсөн яраҡлы моделдәрҙе» эҙләй.
XIX быуаттан тарихнамә бик мөһим роль уйнай башлай. Көнбайыш мәҙәниәтендә тарихнамә анамнезы буйынса ҙур тырышлыҡ һалына. Тарихнамә экзотик, хронологик һәм географик йәһәттән бер-береһенән бик алыҫ торған йәмғиәттәрҙең үткәнен, шулай уҡ Яҡын Көнсығыштың бынан алда булған тарихын һәм юғалыу сигендә торған «ҡырағай» халыҡтарҙың мәҙәниәтен табырға, «уятырға» һәм тергеҙергә тырыша. Иң мөһиме тарихнамә Европа халыҡтарының тарихи хәтерен формалаштырыу сығанағы, «Милләрҙе булдырыу» интрументы булып тора.