![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/82/Tawakkol_Karman_%25282019%2529_II.jpg/640px-Tawakkol_Karman_%25282019%2529_II.jpg&w=640&q=50)
Тавакуль Карман
Йемен хоҡуҡ яҡлаусыһы, сәйәсмән һәм журналист / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тавакуль Абдел-Салам Карман (ғәр. توكل عبد السلام خالد كرمان; [Tawakkul ‘Abd us-Salām Karmān], шулай уҡ Таваккуль, Тавакель[10][11][12][13]; 7 февраль 1979 йыл, Таиз, Йемен Ғәрәп Республикаһы) — Йемен хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналист һәм сәйәсмән. «Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн» Лейма Гбови һәм Элен Джонсон-Серлиф менән тыныслыҡ өсөн 2011 йылғы Нобель премияһы лауреаты[14][15]. Нобель премияһы алған беренсе Йемен гражданы, беренсе ғәрәп ҡатыны, икенсе мосолман ҡатыны[16] , шулай уҡ иң йәш Нобель премияһы лауреаттарының береһе[17].
Тавакуль Карман | |
ғәр. توكل عبد السلام خالد كرمان | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 7 февраль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[6][7][8][…] (45 йәш) |
Тыуған урыны | Таиз[d], Таиз[d][6] |
Бер туғандары | Safa Karman[d] |
Һөнәр төрө | антивоенный активист, журналист, сәйәсмән, хоҡуҡ яҡлаусы |
Эшмәкәрлек төрө | Кеше хоҡуҡтары |
Уҡыу йорто |
Университет Саны[d] Альбертский университет[d] Университет Массачусетса в Лоуэлле[d] |
Ойошма ағзаһы | Нобелевская женская инициатива[d][9] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт |
tawakkolkarman.net tkif.org/en/ |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1 233 028 |
![]() |
2011 йылда Йемен революцияһы (Ғәрәп яҙының өлөшө) ваҡытында билдәлелек ала[18].
2005 йылдан журналистика менән шөғөлләнә. Матбуғат азатлығын яҡлап акциялар ойоштора. Туниста Бен Алиҙы отставкаға ебәрткән "Йәсмин революцияһы"н яҡлап сыға; Йемен президенты Сәлихтең сәйәси оппоненты була.
WikiLeaks мәғлүмәттәре буйынса, Сәғүд Ғәрәбстаны сәйәсәтенә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡҡан Тавакуль Карман был илдә был властың ҡайһы бер вәкилдәре менән йәшерен осрашыуҙар үткәрә һәм уларҙан ярҙам һорай, шулай уҡ Мансур Һадиҙы хути менән Әл-Кайда яҡлы булыуҙа ғәйепләй[19].