сов дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы (8 март 1924 йыл — 21 апрель 2017 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Кама автомобиль заводы төҙөлөшө етәксеһе, Яр Саллы ҡалаһына нигеҙ һалыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе», ике Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә Дан һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 8 март 1924 |
Тыуған урыны | Байҡыбаш, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 апрель 2017 (93 йәш) |
Һөнәр төрө | строитель |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт техник университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зөфәр Сәҙертдин улы Сәҙертдинов Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында 1924 йылдың 8 мартында тыуа. 1940 йылдан ағас әҙерләүҙә эшләй.
1942 йылда танк ғәскәрҙәренә саҡырыла, һуғышта ҡатнашыусы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан һәм I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа техникум тамамлай, Куйбышев өлкәһенең Ставрополь ҡалаһында «Электромонтаж-56» тресының 426-сы һанлы эштәр начальнигы идаралығында мастерҙан идаралыҡ начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Куйбышев индустриаль институтын тамамлай (1957).
Тольяттиҙа түбәндәге эре сәнәғәт объекттары төҙөлөшөндө ҡатнаша: Волга ГЭС-ы, синтетик каучук, химик, азот-тук, цемент машинлары эшләү заводтары, Волга автомобиль заводы.
1970 йылдан территориаль баш идаралыҡ начальнигы, СССР-ҙың Минмонтажспецстройының Яр-Саллыла Кама автозаводы төҙөлөшө буйынса коллегия ағзаһы.
Алдан төҙөлә торған объекттарҙағы төҙөлөш-монтаж эштәре уның етәкселегендә үтәлә, 14 идаралыҡ һәм 25 махсуслаштырылған участка булдырыла.
1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары, СССР-ҙың машиналар эшләү предприятиелары (шул иҫәптән «Атоммаш», «Ростсельмаш», Харьков трактор заводы) төҙөлөшөндә куратор була.
2017 йылдың 21 апрелендә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.