әзербайжан совет шағиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәмәд Вурғун (әзерб. Səməd Vurğun; ысын исем-шәрифе — Сәмәд Йусиф улы Вәкилов (әзерб. Səməd Yusif oğlu Vəkilov); 21 март 1906 йыл — 27 май 1956 йыл) — СССР һәм Әзербайжан шағиры, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Әзербайжан ССР-ының беренсе халыҡ шағиры (1956), Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1945). ике II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941, 1942). 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Сәмәд Вәкилов 1906 йылдың 21 мартында Ҡазах өйәҙенең (хәҙерге Әзербайжан Республикаһы Ҡазах районының) Юғары Салахлы ауылында тыуа. Сәмәдкә 6 йәш булғанда әсәһе вафат була, ул атаһының һәм әсәһе яҡлап өләсәһе Айша ханымдың ҡарамағында ҡала[2]. Земство мәктәбен тамамлағас, 1918 йылда ғаилә Ҡазахҡа күсә, унда Сәмәд һәм берҙән-бер ағаһы Мәһдихан Вәкилов (1902—1975) бергәләп Ҡазах уҡытыусылыҡ семинарияһына инәләр. 1922 йылда — аталары, тағы бер йылдан өләсәләре вафат була. Мәһдихан менән Сәмәд тураһында хәстәрлек күреү бурысы ике туған апалары Ханғызы Вәкиловаға күсә. Сәмәдтең беренсе әҫәре — «Йәштәргә мөрәжәғәт» шиғыры 1925 йылда «Ени Фикир» (Яңы фекер) тигән Тифлис гәзитендә сыға.
Ҡазахтың ауыл мәктәптәрендә, Гәнжәлә һәм Губала әҙәбиәт уҡыта. 2 йыл Мәскәү дәүләт университетында (1929—1930) уҡый, унан һуң уҡыуын Әзербайжан педагогия институтында дауам итә.
1945 йылда Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы итеп һайлана. СССР-ҙың 2—4 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946—1956).
Сәмәд Вурғун 1956 йылдың 27 майында вафат була. Баҡыла Шөһрәтле ҡәберҙәр аллеяһында ерләнә.
«Мин үҙемдең ижади бурысым итеп ысынбарлығыбыҙҙың шиғриәтен асыуҙы ҡуям», Сәмәд Вурғун.
Сәмәд Вурғун тәүге тапҡыр «Йәштәргә мөрәжәғәт» тигән шиғыры менән 1925 йылда Тифлистың «Яңы фекер» гәзитендә баҫылып сыға. Шағирҙың тәүге китабы 1930 йылда донъя күрә, ул «Шағир анты» тип атала.[4]
Шағир ижадында Бөйөк Ватан һуғышы айырым урын биләй. Һуғыш йылдарында шағир 60-тан ашыу шиғыр, бер нисә поэма, шул иҫәптән «Баҡы дастаны» тигән поэмаһын яҙа. Ошо йылдарҙа С. Вурғундың шиғри даны арта. «Партизанам Украины» тигән шиғыры баҫылған листовкалар партизандарҙың рухын күтәреү өсөн самолеттан украин урмандарына ырғытыла. 1943 йылда Америкала, һуғышҡа ҡаршы иң яҡшы әҫәрҙәргә конкурста, С. Вурғундың «Напутствие матери» тигән шиғыры ҙур баһа ала. Конкурста донъя шиғриәтенең иң яҡшы шиғырҙары тип табылған 20 шиғыр Нью-Йоркта баҫылып сыға һәм хәрбиҙәр араһында таратыла[3]. Ошо уҡ йылда Баҡыла уның инициативаһы менән хәрби саралар һәм фронтовиктар менән осрашыуҙар үткәреү өсөн Фүзули исемендәге Интеллигенция йорто асыла.
Ҡатыны Хәвәр ханым Мирзабәкова. Өс бала үҫтерәләр:
Сәмәд Вурғун исемен йөрөтәләр:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.