актёр, драматург, режиссёр From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәйфуллин Вәзих Кашап улы (6 ғинуар 1929 йыл — 2 ноябрь 2002 йыл) — актёр, драматург, режиссёр. 1968—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры, 1979—1990 йылдарҙа режиссёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. (1953).
Сәйфуллин Вәзих Кашап улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 ғинуар 1929 |
Тыуған урыны |
Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Әмин, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 2002 (73 йәш) |
Һөнәр төрө | театр актёры, театр режиссёры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вәзих Кашап улы Сәйфуллин 1929 йылдың 6 ғинуарында БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр улусының Әмин ауылында (Шишмә районы) тыуған.
Башҡорт театр-сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң бүлеү буйынса Ауырғазы колхоз — совхоз театрына (1956 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театры) эшкә килә.
Был осорҙа күп кенә спектаклдәрҙә уйнай. Мәҫәлән, «Һаҡмар» С.Мифтахов, «Гөлбәҙәр» З.Биишева, «Свадьба с приданым» Дьяконов, «Васса Железнова» М. Горький, «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи спектаклдәрендә уйнай[1].
1959 йылда Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтына (Лгитмик) уҡырға инә һәм 1964 йылда режиссёрлыҡ факультетының Г. А. Товстоногов класын тамамлай. Уҡыған ваҡытында пьесалар яҙа, Сибай, Салауат театрҙарында спектаклдәр ҡуя. Студент сағында уҡ Салауат театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә.
Нәҡ ошо осорҙа театр иң яҡшы спектаклдәр күрһәтә: «Обжалованию не подлежит» Т. Абдумомонов, «Тиле» Н.Хикмәт, «Эзоп» Г. Фигейредо, «Ҡыйыу ҡыҙҙар» Т. Ғиззәт, «Ырғыҙ» .Һәҙиә Дәүләтшина.
1968 йылда Сәйфуллин Вәзих М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә күсерелә. Өфөлә «Зимагор» С.Мифтахов, «Минең балаларым» А. Атнабаев, «Вечер» А. Дударев, «Төштәр ҡыҫҡа була» И.Абдуллин әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуя.
Ҡатыны — Рәйсә Ғариф ҡыҙы Сәйфуллина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Исмәғил («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи), Шымсы («Башмағым» Х. Ибраһимов), Ныяҙғол («Ырғыҙ» Һ. Дәүләтшина), Белогубов («Доходное место» А. Н. Островский), Барклей («Дальше — тишина» В Дельмар) ролдәрен башҡара.
Режиссер булараҡ, Сәйфуллин Вәзих Кәшәф улы Салауат театрында «Тиле» Н. Хикмәт, «Бай һәм батрак» Х. Хәмзә, "Эзоп, йәки Төлкө һәм виноград " Г Фигейро, «Үлем алдынан» Ш. Рәхмәтуллин әҫәрҙәрен ҡуя. БАДТ-ында — «Миләүшә, Әсе миләш» Н. Асанбаев, «Тере мәйет» Л. Н. Толстой, «Һәр кем мөхәббәт эҙләй» Д.Нормет һәм башҡа спектаклдәр ҡуя.
Сәйфуллин режиссёрлығының тәүге осоронда Салауат театры гастролдәре Башкортостандан ситтә, Ҡазанда үтә. Татар дәүләт академия драма театры режиссёры М.Сәлимжәнов Салауат театры эшенә юғары баһа бирә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.