ил халҡының яҡынса 13,9%-ы ислам динен тота From Wikipedia, the free encyclopedia
Суринамда ислам динен ил халҡының яҡынса 13,9%-ы тота.
Суринамда ислам | |
Дәүләт | Суринам |
---|---|
Суринамда ислам Викимилектә |
Легенда буйынса Суринамға XVI быуатта европа колонизаторҙары тарафынан килтерелгән ҡол-африкалылар беренсе мосолман була, һуңынан улар христианлыҡ.диненә әйләндерелгән. Әммә Суринамда мосолмандар тик 1873 йылда ғына барлыҡҡа килгән тигән раҫланған факт бар. Улар Һиндостан, Пакистан һәм Афғанстандан Суринамға эшкә саҡырылып килтерелгән ялланған эшселәр була. 1890 йылда Ява утрауынан индонезия мосолмандарының миграцияһы башлана. Шулай уҡ афро-мосолман общинаһы барлыҡҡа килә һәм үҫешә. XX быуатта Суринамға башлыса Яҡын Көнсығыштан: Сүриә, Ливан һәм Фәләстиндән[1]аҙ һанлы иммигранттар килә.
Мосолмандар Суринамда дин тотоусылар һаны буйынса өсөнсө урында тора. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 2012 йылда Суринамдың мосолман халҡы ил халҡының 13,9 % -ын тәшкл итә, был көньяҡ америка континентындамосолмандарҙың иң юғары проценты булып тора. Ошондай уҡ һан Pew Research Center отчётында ла бар[2]. Мосолмандарҙың күпселеге Азия — Хәнәфи мәҙһәбе сөнниҙәре, шулай уҡ аҙ һанлы шиғыйҙар һәм ахмәдилек динлеләре. Суринамдың Әхмәҙи общинаһына Кейзерстрат мәсете ҡарай[3][4].
Суринам мосолмандары әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора, улар Суринамдың Ислам ассоциацияһын булдырған, шулай уҡ мосолмандар бер нисә сәйәси партияла, мәҫәлән, Суринамдың прогрессив реформа партияһында[5] күрһәтелгәндәр.
Тик Суринам (1996 йылдан) һәм Гайана (1998 йылдан), ике ил, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка илдәренән Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы[6] ағза-дәүләте булып тора.
Суринамда 1946 йылда ойошторолған беренсе партия — Мосолман партияһы. Башҡа ике партия менән берләшеп 1949 йыл улар Суринамдың Прогрессив реформа партияһын ойоштора[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.