Стадион
спорт ҡоролмаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
спорт ҡоролмаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Стадио́н (грек. στάδιον, «ярыш майҙаны») — спорт ҡоролмаһы. Ғәҙәттә әйләнәһе буйлап йүгереү юлдары үткәрелгән һәм ситтәренә баҫҡыс-баҫҡыс итеп тамашасы эскәмйәләре теҙелгән ҙур түңәрәк майҙандан тора. Йыш ҡына күнекмәләр өсөн өҫтәмә майҙансыҡтары һәм кейенеп-сисенеү урындары ла була. Стадиондар асыҡ һауала үткәрелә торған спорт төрҙәре (мәҫәлән, еңел атлетика, футбол) өсөн генә түгел, шулай уҡ концерттар һәм башҡа саралар үткәреү өсөн дә файҙаланыла.
Стадион | |
Стадион Викимилектә |
Беренсе стадиондар Боронғо Грецияла Олимпия уйындарын һәм башҡа спорт ярыштарын үткәреү өсөн барлыҡҡа килә. Иң боронғо билдәле стадион Олимпияла (Греция) була. Башта ул йүгереү буйынса ярыштар үткәреү өсөн файҙаланыла; майҙан үлсәмдәрен стандартлаштырыу шунан башлана — 180-200 метр (бер стадий, ҡоролма исеме лә ошо үлсәм исеменән алына).
Хәҙерге заман стадиондарынан тәүгеләрҙең береһе — 1877 йылда Англияла асылған Стэмфорд Бридж.
Универсаль (еңел атлетика өсөн, йүгереү юлдары менән йыһазландырылған) һәм футбол стадиондары бар (һуңғылары айырыуса Англияла күп).
Футбол буйынса тәүге Донъя чемпионатын (1930, Уругвай) Уругвайҙың баш ҡалаһы Монтевидеолағы «Поситос» стадионы (донъяла эллипс рәүешендәге беренсе стадиондар иҫәбендә) ҡабул итә. Турнир тарихындағы тәүге гол да шул стадионда индерелә.
Донъялағы иң ҙур стадиондар:
Донъялағы иң ҡиммәтле стадиондар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.