Совет-поляк һуғышы
РСФСР һәм Польша араһындағы һуғыш (1919—1921) / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сове́т-поляк һуғышы — 1919—1921 йылдарҙағы Граждандар һуғышы осоронда тарҡалған Рәсәй империяһы территорияһында Польша менән Совет Рәсәйе, Совет Белоруссияһы, Совет Украинаһы араһындағы ҡораллы конфликт. Заманса поляк историографияһында «Поляк-большевистик һуғышы» тип исемләнә. Конфликтта шулай уҡ Украина Халык Республикаһы һәм Көнбайыш-Украина Халыҡ Республикаһы ғәскәрҙәре ҡатнаша; һуғыштың беренсе фазаһында улар Польшаға ҡаршы хәрәкәт итәләр, һуңынан УХР частары поляк ғәскәрҙәре яҡлы булалар.
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡалып:Совет-поляк һуғышы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡалып:Урыҫ-поляк һуғыштары |
Шул ваҡыттағы Рәсәй документтарында Польша фронты [4] тип тә атала.
IX—XII быуаттарҙа Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украина Рюриковичтар династияһы биләмәләренең өлөшө булған. Үҙ-ара һуғыштар осоронан һәм 1240 йылғы татар-монгол ябырылыуынан һуң был ерҙәр Литва һәм Польша йоғонтоһо аҫтына эләгә. XIV быуатта Литва Бөйөк кенәзлегенә Поднепровье, Припять һәм Көнбайыш Двина араһы, һуңғараҡ хәҙерге Украинаның ерҙәре (Киев менән бергә) ҡушылдырыла. Ә 1352 йылда Галицк-Волынь кенәзлеге ерҙәре Литва һәм Польша араһында бүленә. 1569 йылда Люблин унияһына ярашлы Польша һәм Литва Бөйөк кенәзлеге, хәҙерге Украинаның быға тиклем кенәзлек составында булған ҡайһы бер өлөштәре Польша коронаһы хакимлығы аҫтына күсәләр[Комм 5].
Мәскәү Рюриковичтары был ерҙәрҙе ҡабаттан ҡайтарып алырға теләй. Уларҙы алмаштырған Романовтар территория буйынса дәғүәләрен үҙләштереп алалар.
Польша һәм Литва монархтары, үҙ сиратында, Рәсәй хакимдарының дәғүәләре менән ризалашмайҙар. Бындай хәрби конфликттарҙа уңыштар уңышһыҙлыҡтар менән алышынып торҙо.
1772—1795 йылдарҙа Речь Посполитая ерҙәренең бер өлөшө Рәсәй империяһы хакимлығына күсә, Галиция территориялары Австрия монархияһы составына инә.
1917 йылдың 10 декабрендә Совнарком декретына ярашлы Польшаның бойондорокһоҙлоғо таныла.
1918 йылдың 25 ғинуарында Поляк корпусы Довбор-Мусницкийҙың командованиеһы аҫтында фетнә күтәрә, уны 1918 йылдың 13 февралендә Иоаким Вацетис ғәскәрҙәре локализациялай. Әммә, һуғыш яңынан башланыуы менән файҙаланып, 21 февралдә корпус Минскты ала һәм австро-герман командованиеһы менән килешеүгә ярашлы оккупация ғәскәрҙәре составына инә.
1918 йылдың 29 авгусында В. И. Ленин элекке Рәсәй империяһы хөкүмәтенең Польшаны бүлеү тураһындағы килешеүҙәрҙән һәм акттарҙан баш тартыу буйынса РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы декретына ҡул ҡуйҙы.
1918 йылдың ноябрендә, Германия еңелгәндән һуң һәм Польша бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ тергеҙелгәс, уның яңы сиктәре тураһында һорауҙар тыуа. Совет дәүләте бөтә элекке Рәсәй территорияһы өҫтөндә контроль урынлаштырыу яҡлы була.
1919 йылдың 1 ғинуарында Смоленскиҙа РСФСР составындағы Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы булдырылыуы тураһында иғлан ителә.