112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены кавалеры. From Wikipedia, the free encyclopedia
Смородин Василий Кузьмич (1 ғинуар 1924 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
Смородин Василий Кузьмич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1924 (100 йәш) |
Тыуған урыны | Өҫән-Ивановка, Бәләбәй районы |
Һөнәр төрө | сапёр |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Смородин Василий Кузьмич 1924 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылында тыуа. 1943 йылда Бәләбәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 14-се айырым сапер эскадроны саперы булып хеҙмәт итә[1].
Гвардия рядовойы Смородин Пилица йылғаһы аша Томашувҡа бара торған күперҙе ҡороу буйынса ныҡ көсөргәнеш һәм урыны менән һыу эсендә тороп эшләүҙе талап иткән командованиеның заданиеларын теүәл үтәй һәм дивизия частарына ваҡытында кисеүҙе үтергә мөмкинлек бирә, Варта йылғаһы аша күперҙе нығытыу буйынса ла Смородин эште еренә еткереп башҡара. Подразделениеның 1945 йылдың 21 февралендәге 8/н һанлы бойороғо менән Смородин Василий Кузьмич Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[2].
Гвардия рядовойы Смородин Василий Кузьмич дивизияның бөтә юлы буйына эскадрондың һөжүме итеү һуғыштарында кисеү эштәрен башҡара, ә 1945 йылдың 25 апрелендә күпергә, Хавель каналы аша Бранденбург ҡалаһына барыусы кисеүгә разведкаға задание ала. Маршрут буйлап барып, дошмандың траншеяһына бәреп инә, граната менән пулеметты шартлата һәм дүрт фрицты юҡ итә. Күпер разведкаһын үтәй. Смородин Василий был батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.