![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/8d/John_William_Waterhouse_-_Ulysses_and_the_Sirens_%25281891%2529.jpg/640px-John_William_Waterhouse_-_Ulysses_and_the_Sirens_%25281891%2529.jpg&w=640&q=50)
Сиреналар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сиреналар (бор. грек. Σειρῆνες, лат. Sirenes) — боронғо грек мифологияһында[1] диңгеҙҙә йәшәүселәр, улар диңгеҙҙең сәйәхәтселәр өсөн һоҡланып туймаҫлыҡ гүзәл, ләкин алдаҡсы ҡиәфәтен кәүҙәләндерәләр, сөнки һыу аҫтында кәмәләр өсөн үлемесле осло ҡаялар йә һай урындар. Сиреналар миксантропик: улар ярымҡатын — ярымҡоштар, йә ярымҡатын — ярымбалыҡтар, аталарынан ҡырағайлығын, муза әсәләренән — илаһи тауышын алғандар. Микен текстарында se-re-mo-ka-ra-a-рi тигән һүҙ бар, ул «сирен баштары менән биҙәлгән» тигәнде аңлатыуы мөмкин[2].
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/8d/John_William_Waterhouse_-_Ulysses_and_the_Sirens_%281891%29.jpg/640px-John_William_Waterhouse_-_Ulysses_and_the_Sirens_%281891%29.jpg)