Сикх дәүләте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сикх дәүләте (Сикх Хальса Радж йәки Саркар-и Хальса) — 1716—1849 йылдарҙа Пенджабта булған сикхтар дәүләте.
Сикх империяһы | |||||
Sarkar-e-Khalsa | |||||
| |||||
Гимн: Deg Tegh Fateh | |||||
Баш ҡала |
Лахор (1802-1849) | ||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр |
Фарсы теле (рәсми)[1][2], | ||||
Дин | |||||
Майҙаны |
491,464 км² | ||||
Халҡы |
1.5 миллион[3] | ||||
Идара итеү формаһы |
Монархия | ||||
Дәүләт башлыҡтары | |||||
Набоб | |||||
• 1733-1735 |
Капур Сикх | ||||
Махараджа | |||||
• 1762-1783 |
Джасса Сингх Ахлувалия | ||||
• 1801-1839 |
Ранджит Сингх | ||||
• 1839 |
Кхарак Сингх | ||||
• 1839-1840 |
Нау Нихал Сингх | ||||
• 1840-1841 |
Чанд Каур | ||||
Тарихы | |||||
• 1799 |
Генерала Банд Синх Бахадурҙың үлеме | ||||
• 1849 |
Икенсе инглиз-сикх һуғышы | ||||
Сикх дәүләте Викимилектә | |||||
XVII быуат аҙағында сикхтар Һиндостан менән идара итеүсе Бөйөк Моголға ҡаршы торған үҙ аллы этноконфессиональ төркөмгә ойоша. 1716—1799 йылдарҙа сикхтарҙың үҙ дәүләте — Амритсар һәм Лахорҙа үҙәктәре менән Сикх конфедерацияһы була. Дәүләт, мисалдарҙар етәкселегендә мисалдәргә бүленә, уларҙың дөйөм һаны 12-гә етә (70 мең самаһы кавалерия).
1801 йылдың 12 апрелендә Ранджит Сингхҡа махараджа булараҡ таж кейҙерелә, был көн Вайсакхи байрамы менән тап килә. Тантана менән гуру Нанак Дева нәҫеленән сагиб Синх Беди етәкселек итә. 1799 йылдан Гуджранвала баш ҡала була, 1802 йылда Амритсар һәм Лахорға күсерелә. Ранджит Сингх ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мисалдәрҙең береһенән Пенджаб махараджаһы булып власть башлығына күтәрелә. 1799 йылда уҡ Ранджит Сингх тарҡау мисалдәрҙе империяға берләштерә (Сикх империяһы), ул 1849 йылда икенсе инглиз-сикх һуғышы һөҙөмтәһендә британ колонизаторҙары тарафынан юҡ ителә.
Сикх дәүләтенең барлыҡҡа килеүе XVIII быуат башында билдәләнгән Бөйөк Моголдар империяһының бөлгөнлөккә төшөү арҡаһында мөмкин була. Пенджаб сикхтары Моголдар власына ҡаршы һөжүмдәр серияһын башлай һәм уңышҡа өлгәшә.
Сикхизмдың сәйәси структураһы өс этап үтә. Иртә сикхтарға ғәмәлдә сикләнмәгән гуру (рухи лидерҙар) власы хас. Иртә сикхизмға тиҙҙән һиндостанды мосолман баҫып алыуы (1556—1707) менән осрашырға тура килә, уның һөҙөмтәһе булып сикхтарҙың милитаризацияһы артыуы тора. Унынсы гуру Гобинд Сингхтан башлап, власть туранан-тура сикх общинаһына, хальсаға тапшырыла. һуңғы Сикх дәүләтенә көс үҙәген хальсанан сердарҙарға күсереү хас (хәрби етәкселәргә, һәм, де-факто, үҙ-ара дошманлашҡан эре феодалдарға).