Себер даруғаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Себер даруғаһы — XVI быуат аҙағында Өфө өйәҙе, XVIII быуат башында Өфө провинцияһы, 1744 йылда алып Ырымбур губернаһы составына инә. XVII быуат аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Көңгөр өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Верхотур һәм Тубыл өйәҙҙәре, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡаҙан даруғаһы, төньяҡ-көнбайышта Уҫы даруғаһы менән сиктәш була. 1725—1726 йылдарҙа Себер даруғаһы 24 башҡорт улусы һәм 3,7 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 йылда — 10 улус (Дыуан, Ҡара-Табын, Ҡошсо, Мырҙалар, Түбәләҫ, Тырнаҡлы, Һарт, Һунлар, Шайтан-Көҙәй, Әйле) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүлеү сәйәсәте индерелгәс (1781 йылда), Себер даруғаһы биләмәһендә Троицк өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Силәбе өйәҙе, Пермь һәм Тубыл наместниклыҡтарының бер өлөшө булдырыла. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң улар тулыһынса бөтөрөлә.
Был бит һәйбәт төҙөкләндереү талап итә |