Себер губернаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Себер губернаһы — Рәсәйҙәге иң тәүге һигеҙ губернаның береһе. 1709 йылдың Петр I тарафынан булдырыла һәм 1782 йылғы административ реформаһына тиклем ғәмәлдә була. Губерна ҡалаһы — Тубыл. Губерна составына Урал һәм Себер территориялары инә.
Себер губернаһы | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 18 (29) декабрь 1708 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Урыҫ дәүләте |
Административ үҙәк | Тобольск |
Административ-территориаль берәмек | Урыҫ дәүләте һәм Рәсәй империяһы |
Халыҡ һаны | 257 452 кеше (1766) |
Алмаштырылған | Тубыл наместниклығы[d] һәм Иркутск өлкәһе[d] |
Алыштырған | Тубыл разряды[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 19 (30) ғинуар 1782 |
Себер губернаһы Викимилектә |
Ҡушып алғандан һуң тәүге йылдарҙа Себер Посол фарманына (Посольский приказ) ярашлы идара ителә, 1599 йылдан баҫып алынған дәүләт статусын юғалта һәм Ҡазан һарайы Фарманы, ҡарамағына күсерелә, ә 1637 йылда айырым, крайҙың бөтә эштәре менән идара итеүсе, Себер форманы булдырыла.
Себер фарманына буйһондоролған ерҙәр өйәҙҙәргә, улустарға һәм стандарға бүленә. Өйәҙҙәр менән воеводаалар етәкселек итә. Иң юғары территориаль берәмек булып бер нисә өйәҙҙе үҙ эсенә алған разряд тора. 1677 йылға ҡарата Себерҙә 4 разряд ойошторола: Тубыл (1590-се йылдар), Томск (1629), Лена (1638) һәм Йәнәсәй (1677).
Петр I батша дәүерендәге үҙгәртеп ҡороуҙар барышында административ бүленеш системаһын камиллаштырыу кәрәклеге барлыҡҡа килә, сөнки ул XVIII быуат башына күп йәһәттән иҫкергән була. Өйәҙҙәр ҙурлығы буйынса бик ныҡ айырылып тора, үҙәк һәм разрядтар араһындағы бәйләнештәр үтә ныҡ ҡатмарлы һәм буталсыҡҡа әйләнә, үҙәктән өйәҙҙәр менән идара итеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Өлкә реформаһы барышында 1708 йылдың 18 (29) декабрендәге Петр I указына ярашлы Рус батшалығының территорияһы 8 губернаға бүленә, шуларҙың береһе себер губернаһы була[1].
1719 йылдың 29 майында губерна өс провинцияға бүленә: Вятка (10 908 йорт), Соликамск (13 426 йорт) һәм Тубыл (37 096 йорт) (тубыл провинцияһы указда «Себер ҡалалары» тип исемләнә)[2].
1724 йылдың 26 ноябрендә — Тубыл провинцияһы составынан Йәнәсәй һәм Иркутск провинциялары бүленеп сыға[3].
1727 йылдың 29 апрелендә— именной указ буйынса Вятка һәм Соликамск провинциялары Ҡазан губернаһына тапшырыла[4].
1736 йылдың 30 ғинуарында — именной указ буйынса Себер губернаһы тағы ла бүленеүгә дусар ителә: үҙаллы Себер провинцияһына (Йәнәсәй һәм Тубыл провинциялары составында) һәм Иркутск провинцияһына. Себер провинцияһы себер губернаторы идаралығына тапшырыла, ә Иркутск провинцияһы махсус вице-губернатор ҡарамағында була.
1737 йылдың 13 авгусында — Себер губернаһы составында Иҫәт провинцияһы ойошторола. Уның составына Иҫәт, Окуневск һәм Шадринск өйәҙҙәре (дистрикттары) инә. 1744 йылда Иҫәт провинцияһы Ырымбур губернаһына тапшырыла.
1764 йылда Екатерина II тарафынан именной указ буйынса Себер губернаһы составынан Иркутск губернаһын бүленеп сыға.[5]
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, 1775 йылдың 7 ноябрендә «Губерналар менән идара итеү өсөн Учреждение» яңы административ реформаһын башлай. Реформаға ярашлы элекке ҙур күләмле губерналар 300—400 рәүиз йәнлек компактлы губерналарға бүлеү ҡарала. Ошо уҡ ваҡытта халыҡ тығыҙлығы буйынса губерналар (наместниклыҡтар) өҫтәмә рәүештә өлкәләргә бүленә. Бер нисә губерна өҫтөнән идара итеү өсөн генерал-губернатор вазифаһы булдырыла. Себер территорияһында өс наместниклыҡ барлыҡҡа килергә тейеш була: Тубыл, Иркутск һәм Колыван. Шул уҡ ваҡытта Тубыл наместниклығы (Тубыл һәм Томск өлкәләре составына) Пермь һәм Тубыл генерал-губернаторлығына буйһона.
1780 йылды 7 майындағы именной указ менән беренсе генерал-губернатор тәғәйенләнә: Пермь һәм Тубыл генерал -губернаторы Е. П. Кашкин. Шул уҡ указ (3-сө пункты) менән Пермь наместниклығы етәксеһе, ә 4-се пункты менән Тубыл губернаторы тәғәйенләнә. Беренсе этапта Пермь наместниклығының ойошторолоу этабы бара[6][7] Ниһайәт, 1782 йылдың 19 ғинуарында Себер батшалығы сираты етә. Ул бөтөрөлә, уның урынында наместниклыҡтар ойошторола, һәм Тубыл наместниклығы рәсми рәүештә Пермь һәм Тубыл генерал-губернаторы ҡарамағына күсә.
1782-1783 губерналар бөтөрөлә. Улар урынына өс наместниклыҡ булдырыла: Тубыл, Иркутск һәм Колыван. Тубыл наместниклығына — Тубыл һәм Томс өлкәләре, Колыван наместниклығына — Колыван өлкәһе (1783—1796 йылдарҙа— губерна), Иркутск наместниклығына — Иркутск, Нерчинск, Охотск һәм Яҡут өлкәләре. 1775—1785 ҡала һәм ауылдар менән идара итеү айырымлана.
1798 йылда наместниклыҡар бөтөрөлә һәм ҡабаттан ике губерна — Иркутск һәм Тубыл — ойошторола. Бер үк ваҡытта , Нерчинск (1805 йылда ошо уҡ исемле өйәҙ итеп үҙгәртелә) һәм Охотск өлкәләрҙән тыш, башҡа өлкәләр бөтөрөлә.
1803 йылда Себер генерал-губернаторлығы ойошторола, уның составына Тубыл губернаһы, Томск губернаһы, Иркутск губернаһы, Колыван өлкәһе, Яҡут өлкәһе, Камчатка өлкәһе (Иркутск губернаһы составында; 1822 йылда Камчата диңгеҙ буйы идаралығы итеп үҙгәртелә), Охотск диңгеҙе буйы идаралығы инә.
Губерналар һәм өлкәләр өйәҙҙәргә һәм комиссарлыҡтарға бүленә.
1822 йылда төбәктең административ-территориаль ҡоролошоноң сираттағы реформа барышында губерналар һәм өлкәләрҙә өйәҙҙәр округтарға алмаштырыла. Урыҫ булмаған халыҡтар өсөн инородецтар идаралыҡтарын булдырыу ҡарала. Себер ике генерал-губернатолыҡҡа бүленә — Көнбайыш Себер һәм Көнсығыш Себер, үҙәге Тубыл (1839йылдан — Омск ҡалаһы) һәм Иркутск ҡалалары.
1838 йылда Омск өлкә идаралығы урынына себер ҡырғыҙҙары (ҡаҙаҡтары) менән идара итеү өсөн Сик буйы идаралығы булдырыла.
1849 йылда Камчатка диңгеҙ буйы идаралығынан Иркутск губернаһынан бүленеп сыҡҡан Камчатка өлкәһе булдырыла. Төп Тымыҡ океаны порты Охотскиҙән Петропавловскиға күсеү сәбәпле Охотск сик буйы идаралығы бөтөрөлә, ә Охотск округы Яҡут өлкәһенә ҡушыла.
1851 йылдаЯҡут өлкәһе Иркутск губернаһынан сығарыла һәм үҙаллылыҡ ала. Шул уҡ йылда Иркутск губернаһынан бүленеп Байкал аръяғы өлкәһе һәм Кяхта градоначальствоһы (1862 бөтөрөлә) булдырыла.
Петр Iуказы буйынса 1710 йылда Себер губернаһы мисәте булдырыла, мисәттә өс провинция эмблемалары төшөрөлә, үрге өлөшөндә тубыл провинцияһы эмлемаһы: таж аҫтында артҡы тәпәйҙәрендә йәйә һәм ике уҡ тотҡан ике һыуһар тора.
Себер эмблемаһына 1722 йылда тәүге тапҡыр Рәсәйҙең беренсе геральдисты граф Франциск де Санти геральдик ҡағиҙәләренә ярашлы эмблеманың формаһына, төҫтәренә, фигураларына үҙгәрештәр индерә.
Ошо ваҡыттан алып 1917 йылға тиклем «Себер батшалығы» гербы Рәсәй империяһының дәүләт Гербында почетлы урын биләй.
Рәсәй Дәүләт гербында төшөрөлгән башҡа гербтарҙан айырмалы рәүештә Себер батшалығы гербы «ҡағыҙ», титул гербыбулып ҡала һәм бер ҡасан да себер губерналары һәм ҡалалары гербтары составына индерел[8].
Һаны | Исем-шәрифтәре | Титулы, чины, званиеһы | Вазифаны биләү ваҡыты |
---|---|---|---|
1 | Гагарин Матвей Петрович | кенәз | |
Бибиков Иван Фомич | вазифаны башҡарыусы | ||
1 | Гагарин Матвей Петрович | кенәз | |
Карпов Семён Петрович | вазифаны башҡарыусы | ||
2 | Черкасский Алексей Михайлович | кенәз, яҡын стольник | |
3 | Долгоруков Михаил Владимирович | кенәз, мөхбир йәшерен кәңәшсе | |
Суров Алексей Михайлович | вазифаны башҡарыусы | ||
3 | Долгоруков Михаил Владимирович | кенәз, мөхбир йәшерен кәңәшсе | |
Болтин Иван Васильевич | вазифаны башҡарыусы, вице-губернатор | ||
4 | Долгоруков Василий Лукич | кенәз | |
Болтин Иван Васильевич | вазифаны башҡарыусы, вице-губернатор | ||
5 | Плещеев Алексей Львович | йәшерен кәңәшсе | |
6 | Бутурлин Пётр Иванович | вазифаны башҡарыусы, бригадир | |
7 | Шипов Иван Афанасьевич | генерал-майор | |
8 | Сухарев Алексей Михайлович | генерал-майор | |
Вакансия | |||
9 | Мятлев Василий Алексеевич | генерал-лейтенант | |
10 | Соймонов Фёдор Иванович | йәшерен кәңәшсе | |
11 | Чичерин Денис Иванович | генерал-майор (генерал-поручик) | |
12 | Осипов Григорий Михайлович | генерал-майор |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.