From Wikipedia, the free encyclopedia
Саҡлаубаш[2] (Һаҡлаубаш[3]; татар. Саклаубаш, рус. Саклау-Баш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
Саҡлаубаш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Саклов-Башское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Саклов-Башское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423373 |
Ауыл Саҡлаубаш йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1754 йылдан билдәле[3]. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[5].
1870 йылда ауылда ел тирмәне, тимерлек, икмәк магазины; XX быуат башында — 5 мәсет, мәктәп, 7 кибет теркәлгән[5][4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[4].
1795 йылда ауылда 229 башҡорт һәм 58 типтәр; 1834 йылда — 538 башҡорт һәм 46 типтәр; 1870 йылда — 1128 башҡорт; 1912 йылда — 1708 аҫаба башҡорт һәм 285 типтәр (элекке керҙәштәр) иҫәпләнгән[5].
1795 | 1859 | 1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
287 | 546 | 1128 | 1589 | 1795 | 1267 | 960 | 629 | 462 | 615 | 570 | 546 | 573 | 621 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.