Сари
һинд ҡатын-ҡыҙҙары кейеме / From Wikipedia, the free encyclopedia
Са́ри — Һиндостан субконтинентында милли ҡатын-ҡыҙ кейеме, оҙонлоғо 4,5 метрҙан 9-12 метрға тиклем булған туҡыманан ғибәрәт[2], киңлеге 1,2 метрға тиклем, махсус рәүештә кәүҙә буйлап урала. Сари билдәле чоли, равика кеүек блузка менән кейелә, һәм Һиндостандың көньяғында аҫҡы итәк менән (көньяҡта — павада/павадаи, көнсығышында — шайя). Сари кейеүҙең иң киң таралған стиле — ниви, бер осо, аяҡтарҙы урап, ике тапҡыр янбаш тирәләй әйләнә, ә өҫкө сиге аҫҡы итәктең тар билбауына нығытыла һәм һуңынан бер яурын аша ырғытыла. Урамда йөрөгәндә ҡатын ҡыҙҙар ғәҙәттә сариҙың бер осон (паллу) башына кейә, шәл урынына ҡуллана. Традицион Һиндостанда сариҙың ниндәй материалдан эшләнгәнлеге ҡатын-ҡыҙҙың социаль һәм матди хәленә бәйле, ләкин уны кейеү ысулы был урын өсөн бер үк булған.[3]
Сари | |
Урын | Канада |
---|---|
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Ебәк[1] һәм химические волокна[d][1] |
Сари Викимилектә |