испан рәссамы From Wikipedia, the free encyclopedia
Сальвадо́р Дали́ (тулы исеме Сальвадор Доме́нек Фелип Жасинт Дали и Доме́нек, маркиз де Пу́боль, кат. Salvador Domènec Felip Jacint Dalí i Domènech, Marqués de Dalí de Púbol, исп. Salvador Domingo Felipe Jacinto Dalí i Domènech, Marqués de Dalí y de Púbol; 11 май 1904 йыл — 23 ғинуар 1989 йыл) — испан рәссамы, график, скульптор, режиссёр һәм яҙыусы. Сюрреализмдың иң билдәле вәкилдәренең береһе.
Сальвадор Дали | |
кат. Salvador Dalí i Domènech | |
Сальвадор Дали, 1939 йыл. | |
Исеме: |
Сальвадор Доме́нек Фелип Жасинт Дали һәм Доме́нек |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: |
Фигерас ҡалаһы, Жирона провинцияһы, Испания |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Жанр: |
рәссам, һынлы сәнғәт оҫтаһы, график, скульптор, режиссёр |
Уҡыған урыны: |
Сан-Фернандо Нәфис сәнғәт мәктәбе, Мадрид |
Стиль: |
сюрреализм, дадаизм, кубизм |
Йоғонто: | |
Сайт: | |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Түбәндәге фильмдар өҫтөндә эшләй: «Андалуз эте», «Алтын быуат», «Арбалған». «Сальвадор Далиҙың үҙе һөйләгән йәшерен тормошо» (1942), «Бер даһиҙың көндәлеге» (1952—1963), Oui: The Paranoid-Critical Revolution (1927—33) тигән китаптар һәм «Анжелюс Милленың фажиғәле мифы» тигән эссе авторы.
Сальвадор Дали Испанияла 1904 йылдың 11 майында Жирона провинцияһының Фигерас ҡалаһында хәлле нотариус ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса каталон була, үҙен уның вәкиле итеп тоя һәм тоғролоҡ һаҡлай. Апаһы һәм ағаһы була, ағаһы (1901 й. 12 октябре — 1903 й. 1 авгусы) менингиттан үлә. Ата-әсәһе уның ҡәберендә Сальвадорға ағаһының реинкарнацияһы булыуы хаҡында әйтә.
Кескәй сағында Дали бик зирәк, тик тәкәббер һәм тынғыһыҙ бала була.
Бер ваҡыт ул баҙар майҙанында һура торған кәнфит арҡаһында тауыш сығара, халыҡ йыйылып китә, полицейскийҙар кибет хужаһының сиеста ваҡытында ла кибетте асыуын һәм тыңлауһыҙ малайға әлеге тәмлекәсте бүләк итеүен үтенә. Ул үҙ һүҙлеләнеп йә хәйләләп булһа ла һәр ваҡыт үҙенекен эшләтергә, гел айырылып торорға, иғтибар үҙәгендә булырға тырыша.
Күп һанлы комплекстары, ҡурҡаҡлығы (сиңерткәнән[7] һәм башҡа нәмәләрҙән ҡурҡа) ғәҙәти мәктәп тормошона ҡушылып китергә, башҡа балалар менән дуҫлашырға ҡамасаулай.
Ләкин аралашыуға һыуһап, балалар менән яҡынайыу өсөн бөтә көсөн һала, уларҙың коллективына, иптәш сифатында булмаһа, башҡа берәй рәүештә, дөрөҫөн әйткәндә, ҡулынан килгән берҙән-бер ролдә — шаҡ ҡатырғыс һәм тыңлауһыҙ, сәйерерәк, алйотораҡ, башҡаларҙың фекеренә гел генә ҡаршы төшә торған бала булараҡ булһа ла инергә тырыша.
Мәктәптә ҡомарлы уйындарҙа отолһа ла, үҙен еңеүсе кеүек тота, тантана итә. Ҡайһы берҙә тик торғандан һуғышырға керешә.
Быларға ниндәйҙер кимәлдә класташтары ла сәбәпсе була: улар «сәйер» баланы йәлләп тормай, ҡурҡҡанын белеп, елкәһенә сиңерткә һалалар, шуның менән Сальвадорҙы истерикаға еткерәләр, аҙаҡ ул былар хаҡында «Сальвадор Далиҙың үҙе һөйләгән йәшерен тормошо» тигән китабында яҙа.
Рәсем сәнғәтенә муниципаль художество мәктәбендә уҡый башлай. 1914—1918 йылдарҙа Фигерастағы Маристар орденының туғандар академияһында тәрбиәләнә. «Барселона» футбол клубы футболсыһы булып китәсәк Хосеп Самитьер балалыҡ дуҫтарының береһе була. 1916 йылда Рамон Пишó ғаиләһе менән бергә Кадакéс ҡалаһына каникулға бара, унда хәҙерге заман сәнғәте менән таныша.
1921 йылда Сан-Фернандо академияһына инә. Абитуриент булараҡ тәҡдим иткән һүрәте уҡытыусылар тарафынан юғары баһалана, ләкин бәләкәй күләмле тип ҡабул ителмәй. Сальвадор Далиға яңы һүрәт төшөрөүгә 3 көн бирәләр. Ләкин үҫмер ашыҡмай, күп йылдар буйы уның холоҡ-фиғеленән йонсоған атаһы борсола башлай. Ниһайәт, Дали һүрәттең әҙер булыуын, ләкин тегеһенә ҡарағанда ла бәләкәйерәк икәнлеген белдерә, был хәбәр атаһын шаңҡыта. Шулай ҙа уҡытыусылар иҫ киткес һәләтле булған өсөн генә йәш эксцентрикты академияға ҡабул итә.
Ошо йылды Сальвадор Далиҙың әсәһе вафат була, быны ул бик ауыр кисерә.
1922 йылда «Резиденция»ға (Мадридтағы үтә һәләтле йәштәр өсөн студенттар ятаҡханаһы) күсә һәм уҡыуын башлай[8]. Ул йылдарҙа бөтәһе лә уның фыртлығын билдәләй. Ошо осорҙа Луис Бунюэль, Федерико Гарсиа Лорка, Педро Гарфиас менән таныша. Фрейд хеҙмәттәрен мауығып уҡый.
Һынлы сәнғәттә яңы ағымдар менән таныша — Дали кубизм һәм дадаизм йүнәлешендә көсөн һынап ҡарай. 1926 йылда уҡытыусылар менән тәкәббер һәм һауалы булғаны өсөн уны Академиянан ҡыуалар. Шул уҡ йылды тәүге тапҡыр Парижға бара, Пабло Пикассо менән таныша. Үҙ стилен табырға тырышып, 1920-се йылдар аҙағында Пикассо һәм Жоан Миро йоғонтоһо аҫтында байтаҡ эштәрен ижад итә. 1929 йылда Бунюэль менән бергә «Андалуз эте» тигән сюрреалистик фильмды төшөрөүҙә ҡатнаша.
Шунда уҡ буласаҡ ҡатыны, ул саҡтағы Поль Элюарҙың хәләле Галаны (Елена Дмитриевна Дьяконова) осрата. Сальвадор менән яҡынайһа ла, Гала ире менән осрашыуын дауам итә, ыңғайҙан башҡа шағирҙар һәм рәссамдар менән таныша, ләкин Дали, Элюар һәм Гала әйләнгән мөхит өсөн былар ғәҙәти һанала. Дуҫының ҡатынын сәлдергәнен аңлап, Сальвадор «компенсация» рәүешендә уның портретын яҙа.
Далиҙың әҫәрҙәре күргәҙмәләргә ҡуйыла, ул билдәлелек яулай. 1929 йылда Андре Бретон ойошторған сюрреалистар төркөмөнә берегә. Ошо уҡ ваҡытта атаһы менән араны өҙә. Рәссамдың ғаиләһе Галаны һөйһөнмәй, ошо сәбәпле талаш-янъялдар сығып тора, өҫтәүенә, Дали рәсемдәренең береһенә «Ҡайһы саҡта мин әсәйемдең портретына кинәнес менән төкөрәм» тип яҙып ҡуя — һөҙөмтәлә, атаһы улын ҡәһәрләп, өйҙән ҡыуып сығара. Рәссамдың ҡуҙғытҡыс, шаҡ ҡатырғыс һәм ҡот осҡос булып күренгән ҡылыҡтарын үтә етди ҡабул итергә лә ярамай: моғайын, ул әсәһен мыҫҡыл итергә теләмәгәндер, бының ниндәй эҙемтәгә килтеререн дә уйлап тормағандыр, бәлки, ошондай шөкәтһеҙ ысул менән ул үҙендә яңы кисерештәр һәм хистәр дауылын күтәрмәксе булғандыр. Ләкин күптән вафат булған һөйөклө ҡатынының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған атай кеше улының ҡыланыштарына башҡаса сыҙай алмай, ә быныһы уның өсөн һуңғы тамсы була. Үсле Сальвадор Дали атаһына конвертҡа спермаһын һалып ебәрә, яһиллығы баштан ашҡан хатына былай тип яҙа: «Мин һиңә ошонан башҡа бер нимә лә тейеш түгел». Һуңынан «Бер даһиҙың көндәлеге» тигән китабында өлкәнәйгән рәссам атаһы тураһында бик йылы итеп яҙа, улын бик яратыуын һәм күрһәткән яфаларына түҙеүен таный.
1934 йылда Гала менән рәсми булмаған никахҡа инә (рәсми никах 1958 йылда Испанияның Жирона ҡаласығында үтә). Шул уҡ йылды беренсе тапҡыр АҠШ-ҡа бара.
1936 йылда власҡа Каудильо Фрáнко килгәндән һуң, Дали һулдар яғында торған сюрреалистар менән талаша һәм уны төркөмдән сығаралар.
Далиҙың яуабы ҡыҫҡа һәм нигеҙле була: «Сюрреализм — ул мин».
Ғәмәлдә Сальвадор сәйәсәткә ҡыҫылмай, шуның өсөн уның монархик ҡараштарын да, шулай уҡ Гитлерға ҡарата енси ылығыуы тураһында бар донъяға һөрән һалыуын да бары тик сюрреалистик күҙлектән баһаларға, йәғни етди ҡабул итмәҫкә, кәрәк.
Ул сюрреалистик тормош менән йәшәй, уның әйткәндәре һәм эштәре айырым сәйәси партияларҙың мәнфәғәтенән күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк мәғәнәле.
Әйтәйек, 1933 йылда ул "Вильһельм Теллдең сере" тигән картинаһын яҙа, унда швейцар фольклор геройын оҙон ботло Ленин рәүешендә һүрәтләй.
Дали швейцар мифын Фрейд буйынса үҙгәртә: Телль үҙ балаһын үлтерергә теләгән яуыз атайға әйләнгән. Үҙ атаһы менән араһын өҙгән Далиҙың үҙ хәтирәләре лә өҫтәлгәндер. Ленин иһә коммунистик сюрреалистар тарафынан рухи, идея яғынан атай тип ҡабул ителгән. Картинала сикһеҙ хаким булған атайға ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек һүрәтләнә, һәм был шәхестең өлгөрөп етеүенә табан бер аҙым тип ҡабул ителә. Ләкин сюрреалистар һүрәтте бик һай аңлай, уны Ленинға карикатура тип баһалай, ҡайһы берҙәре хатта полотноны юҡ итергә тырыша.
1937 йылда рәссам Италияға бара һәм Яңырыу осоро әҫәрҙәренән хайран була. Уның үҙ эштәрендә лә кеше кәүҙәһен һәм һыҙаттарын дөрөҫ нисбәттәрҙә һүрәтләү кеүек академизм билдәләре күренә башлай. Сюрреализмдан тайпылыуына ҡарамаҫтан, картиналарына сюрреалистик фантазиялар хас була. Һуңғараҡ Дали (үҙ-үҙенә һоҡланыу һәм шаҡ ҡатырғыс булыу юҫығына тоғро ҡалып) сәнғәтте модернистик деградациянан ҡотҡарыу бурысын үтәүе менән күкрәк һуға, исемен дә шуның менән бәйләй («Salvador» испансанан «Ҡотҡарыусы» тип тәржемә ителә).
1939 йылда Андре Бретон, Далиҙан көлөп һәм уның ижадының коммерциялашыуына баҫым яһап (әйткәндәй, был Бретонға ла хас була), уға «Avida Dollars» (латинса, теүәл булмаһа ла, «долларға һушы киткән» мәғәнәһен бирә) тигән анаграмма-ҡушамат таға. Бретондың шаяртыуы шунда уҡ киң тарала, ләкин Далиҙың эшҡыуарлыҡ уңышына зыян килтермәй, йүнселлек йәһәтенән ул Бретондан күпкә юғары тора.
Икенсе донъя һуғышы башланғас, Дали Гала менән АҠШ-ҡа китә, 1940 йылдан 1948 йылға тиклем шунда йәшәйҙәр. 1942 йылда «Сальвадор Далиҙың йәшерен тормошо» тигән беллетристик автобиографияһын баҫтыра. Һынлы сәнғәт әҫәрҙәре кеүек үк, әҙәби әҫәрҙәре лә, ҡағиҙә булараҡ, һәйбәт һатыла. Ул Уолт Дисней менән хеҙмәттәшлек итә. Тегеһе Далиға талантын кинола — ул замандарҙа тылсым, мөғжизәләр һәм киң мөмкинлектәр донъяһы тип һаналған сәнғәт төрөндә — һынарға тәҡдим итә. Ләкин Сальвадор тәҡдим иткән сюрреалистик "Destino" йәнһүрәте проекты коммерция йәһәтенән маҡсатҡа ярашһыҙ тип табыла, һәм уның өҫтөндә эш туҡтатыла. Дали режиссёр Альфред Хичкок менән эшләй һәм уның «Арбалған» фильмында төш күренеше өсөн декорация төшөрә. Ләкин ул фильмға өлөшләтә генә инә — был да шул коммерция маҡсатында эшләнә.
Испанияға ҡайтҡас, нигеҙҙә, яратҡан Каталонияһында йәшәй. 1965 йылда Парижға килә һәм йәнә, 40 йыл самаһы элекке кеүек үк, уны әҫәрҙәре, күргәҙмәләре һәм шаҡ ҡатырғыс ҡылыҡ-фиғеле менән әсир итә. Ғәжәп һәм сәйер ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә, сюрреалистик фотоһүрәттәр эшләй. Фильмдарҙа ул ҡабат ҡарау эффектын йыш ҡуллана, ә төшөрөлгән объекттарҙы (түгелеп торған һыу, баҫҡыстан һикерә-һикерә төшөп килгән туп) оҫта һайлай белеүе, ҡыҙыҡлы комментарийҙар, рәссамдың актёрлыҡ уйыны менән хасил ителгән серлелек уның фильмдарын арт-һаустың ғәҙәти булмаған өлгөләренә әүерелдерә. Дали рекламала йыш төшә, хатта ошондай коммерция эшмәкәрлегендә лә ижадкәрлек күрһәтеү мөмкинлеген таба. Телетамашасылар уның шоколадты нисек рекламалағанын оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалдыра, был таҫмала рәссам шоколадты бер генә тешләй, ә шатлыҡтан хатта мыйыҡтары борғоланып китә, һәм ул был шоколадтан аҡылдан яҙыуын белдерә.
Гала менән мөнәсәбәттәре ярайһы уҡ ҡатмарлы була. Бер яҡтан, аралары яҡынайыу менән үк ул уны пропагандалай, картиналарына һатып алыусылар таба, ҙур ҡатлам халыҡҡа аңлайышлыраҡ картиналар төшөрөргә күндерә (ижадында 20-30-сы йылдар араһында бик ҙур айырма барлыҡҡа килә), муллыҡты ла, фәҡирлекте лә бергә уртаҡлаша. Картинаға заказ булмағанда, Гала ирен тауар брендтары, костюмдар төшөрөргә мәжбүр итә: уның көслө, тәүәккәл холҡо ихтыярһыҙ рәссамға бик тә кәрәкле була. Гала уның оҫтаханаһында тәртип урынлаштыра, Дали туҙҙырып ташлаған киндерҙәрҙе, буяуҙарҙы, сувенирҙарҙы йыйыштыра. Икенсе яҡтан, Гала даими рәүештә ситтә мөнәсәбәттәр таба, һуңғы йылдарҙа ир менән ҡатын йыш талаша, Далиҙың мөхәббәте ҡырағай ғишыҡ булһа, Галаның хистәренә иҫәпселлек хас, нәҡ шуның менән ул «даһиға кейәүгә сыға». 1968 йылда Дали Галаға Пуболь ауылында замок алып бирә, Гала унда иренән айырым йәшәй, ә Дали бында ҡатынының яҙма рөхсәте менән генә килә ала. 1981 йылда Дали Паркинсон ауырыуы менән сирләй башлай. 1982 йылда Гала вафат була.
Ҡатыны үлгәс, Дали тәрән депрессияға бирелә.
Картиналары ябайлаша, уларҙа ҡайғы-хәсрәт билдәләре өҫтөнлөк ала («Пьета» темаһына вариациялар).
Паркинсон ауырыуы ла Далиға эшләргә ҡамасаулай.
Уның иң һуңғы эштәре («Әтәстәр һуғышы») персонаждары саҡ-саҡ төҫмөрләнгән һыҙыҡтарҙан тора — бисара, сырхау кешенең һуңғы ижади ынтылыштары.
Аҡылдан яҙған ауырыу ҡартты тәрбиәләү бик ауыр була, ул шәфҡәт туташтарына ҡулына ни эләкһә, шуны ырғыта, аҡырына, тешләшә.
Гала үлгәс, Сальвадор Пуболгә күсә, ләкин 1984 йылда замокта янғын сыға. Фалиж һуҡҡан ҡарт, ярҙам һорап, күпме ҡыңғырау шылтыратһа ла, ишетеүсе булмай. Аптырағас, ул карауатынан йығылып төшә лә ишек яғына шыуыша һәм шунда һуштан яҙа. Тәне ныҡ бешкән Дали дауаханаға килтерелә һәм иҫән ҡала. Ошоға тиклем Сальвадор үҙен Гала эргәһенә ерләүҙәрен планлаштырғандыр, моғайын, хатта замоктағы төрбәлә урын да әҙерләтә. Ләкин янғындан һуң ул замоктан театр-музейға күсә һәм ғүмеренең ахырына тиклем шунда була[9].
Ауырыу, хәлһеҙ Дали 1989 йылдың 23 ғинуарында йөрәк өйәнәгенән мәрхүм була.
Ауырыған йылдары эсендә уның айыҡ аҡылда әйткән берҙән-бер һүҙе «Минең дуҫым Лорка» була: рәссам йәшлегенең бәхетле, сәләмәт осорон, шағир Федерико Гарси́а Лорка менән дуҫ булған сағын иҫенә төшөрә.
Рәссам, үҙен өҫтөнән кешеләр атлап йөрөрлөк урынға ерләргә ҡушып, васыят әйтә, шуға уның кәүҙәһен Фигéрас ҡалаһындағы театр-музейҙың бер бүлмәһендә иҙән аҫтына ерләп ҡалдыралар.
Йыл | Ил | Исеме | Режиссёры | Сальвадор Дали |
1978 | Швеция | Пикассо мажаралары | Таге Даниэльссон | |
2001 | Германия Испания Мексика | Бунюэль һәм Сөләймән батша өҫтәле | Карлос Саура | Эрнесто Альтерио |
2008 | Бөйөк Британия Испания | Үткәндең шаңдауҙары | Пол Моррисон | Роберт Паттинсон |
2011 | АҠШ Испания | Парижда төн уртаһы | Вуди Аллен | Эдриен Броуди |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.