From Wikipedia, the free encyclopedia
Салонга (франц. Parc national de la Salonga) — Конго Демократик Республикаһы биләмәһендә милли парк, Конго йылғаһы бассейнының үҙәк өлөшө янында урынлашҡан.Африкала дымлы тропик урмандар зонаһында урынлашҡандар араһынан Салонга тәбиғәтте һаҡлаусы иң ҙур территория булып тора, парк 36000 км2 майҙанды биләй. Паркка һыу юлы менән генә барып етергә мөмкин.
Салонга | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 3 600 000 гектар, 36 000 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1970 |
Урынлашыуы | |
2°00′ ю. ш. 21°00′ в. д._type:landmark HGЯO | |
salonga.org/fr/ | |
Салонга Викимилектә |
1974 йылда тәбиғи хәлдәге экваториаль урмандарҙы һаҡлау маҡсатында милли паркка нигеҙ һалына.[1] 1984 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә.
Илдең көнсығышында граждандар һуғышы башланыу сәбәпле, 1999 йылда Салонга милли паркы юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә ингән. 2021 йылда был исемлектән сығарылған[2].
Милли паркта эндемик хайуан төрҙәрен осратырға мөмкин: Африка һоро попугайы[1], Конго тауисы, бонобо кәрлә шимпанзеһы, урман филенең ярымтөрөн, Африка тар томшоҡло крокодилы[3].
Шулай уҡ бында фаунаның типик вәкилдәре лә йәшәй: арыҫлан, бегемот, буйвол һәм башҡалар[1]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.