Салдыс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Салдыс — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Салдыс | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 21 км |
Киңлеге | 4 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 790 м |
Урынлашыуы | |
52°30′34″ с. ш. 57°54′43″ в. д._type:landmark HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Белорет районы буйлап Инйәр һәм Ҡатаҫҡын (Кесе Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 21 км, киңлеге 3—4 км, абсолют бейеклеге 790 м (Сухаров тауы). Бейеклектәре 580—790 м булған яҡынса 7 түбәһе бар (Салдыс, Имәнле тауҙары).
Рельефы тәпәш таулы, йылға үҙәндәре һәм уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған; көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығышта — текә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, аргиллиттарынан, конгломерат, гравелит һәм доломит ҡатламдарынан тора. Тау итәгендә Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары Бардин, Категан, Ҡатаҫҡын, Салдыс, Ямашты һ.б. йылғалары башлана.
Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы һәм аҡ шыршы урмандары тундра, көрән урман, болон‑тау тупраҡтарындағы тау тундралы һәм бейек үләндәр үҫкән тау болонло һирәк урмандар м‑н алмашына. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.