Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең исемен телгә алғандан һуң мосолмандар әйткән фраза From Wikipedia, the free encyclopedia
Салауат (ғәр. صلوات) — саллә- ллаһу ғәләйһи үә сәлләм (ғәр. صلى الله عليه وسلم — башҡортса мәғәнәһе яҡынса «Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға») ғибәрәһен мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исеменән һуң әйтәләр. Мөхәммәт Пәйғәмбәргә салауат әйтеү тураһында Ҡөрьәндә лә бар
Шик юҡтыр, Аллаһ та, фәрештәләре лә Пәйғәмбәргә күп салауат әйтерҙәр. Әй, иман килтергән әҙәмдәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә хәҙрәти Пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр күндерегеҙ. |
Салауат | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | PBUH һәм САС |
---|---|
Салауат Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙең бик сауаплы булыуы хәҙистәрҙә мәғлүм ителгән.
Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә: « Миңә бер салауат әйткән өсөн, фәрештәләр ун мәртәбә истиғфар итәрҙәр. Шулай булғас теләгән кеше салауатты аҙайтһын, теләгәне күбәйтһен», тип әйтелә.Башҡа бер хәҙистәрендә: «Инсандарҙың миңә иң яҡыны — миңә күп салауат әйткәнелер», «Мин иҫкә алынғанда миңә салауат килтермәгән кеше — иң һаран кешелер», «Миңә йома көндәрендә күп салауат әйтегеҙ», « Ер йөҙөндә әйләнеп йөрөгән фәрештәләр бар, улар өммәтемдең сәләмен миңә еткерерҙәр», тиелгән[1].
Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, Әҙәм, Нух, Ибраһим, Ғайса, Муса, ғәләйһис-сәләмдәр үә килеп киткән барса пәйғәмбәрҙәргә рәхмәт, ихсан әйлә.
Берәй кеше ошо салауатты йоҡоға ятыр алдынан уҡыһа, уға бөтөн пәйғәмбәрҙәр шәфәғәт итерҙәр. Ошо салауатты әйткән кешеләр барса пәйғәмбәрҙәр шәфәғәтенә ирешерҙәр, пәйғәмбәрҙәр шәфәғәтенә ирешкән кешенең бара торған урыны — йәннәтер (Ғәйшә р.ғ риүәйәт ҡылды)
Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Шәфәғәтсебеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, әһеленә үә сәхәбәләренә, йәмәғәтенә рәхмәттәр үә сәләмдәр әйлә. Был салауатты йома намаҙына тиклем уҡырға кәңәш ителә.
Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Һинең бөтөн һанауһыҙ ниғмәттәрең менән әфәндебеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, әһеленә үә сәхәбәләренә, өммәтенә рәхмәттәрендең иң өҫтөнлөгө менән рәхмәт әйлә. Шулай уҡ хәйерле бәрәкәттәр үә сәләм ихсан ит. Аҡшам намаҙында 10-ар мәртәбә һәм иртәнге намаҙҙан һуң 10 мәртәбә уҡыу сауаплы һанала.
Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Хәбибең Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә салауат әйт үә уны Ҡиәмәт көнөндә Үҙенә яҡын урындан ҡыл. Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм: «Кем ошо салауатты уҡыһа уға шәфәғәтем вәжиб булыр», — тип әйткән. Был салауатты ятлап һәр көн көсө еткәнсә уҡыу сауаплы.
Мәғәнәһе: «Аллам! Кемдең исеме әфәндебеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, уға салауаттарыңды, сәләмеңде еткер һәм уға бәрәкәт бир».
Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә уға (Пәйғәмбәргә) һәм уның ғаиләһенә Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр саҡ камиллашҡан салауаттар һәм сәләмдәр насип итһен. Ғәләмдәр Раббыһы Аллаға маҡтау.
Яҙмаларҙа ғәҙәттә салауатты ҡыҫҡартып яҙалар:с.ғ.с, с.а.в., с.г.в., САС, САВС йәки МЕИБ . Ғәрәпсә текстарҙа бер хәрефкә ҡалдыралар «ص (сад)». Аббревиатураны ислам илдәрендә рәсми яҙышыуҙарҙа, ә ҡайһы бер илдәрҙә хатта дәүләт документтарында ла ҡулланалар. Ғөләмәләрҙең ҡайһы берҙәре быны тыя[3].
Юникодта был фразаға махсус символ ҡуйылған U+FDFA ﷺ Arabic Ligature Sallallahou Alayhe Wasallam[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.