Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Голицыно сик буйы институты
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Голицыно сик буйы институты — юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт ҡаҙна мәғариф учреждениеһы.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Голицыно сик буйы институты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | gpi.fsb.ru |
Рәсәй Сик буйы хеҙмәтенең боронғо хәрби-уҡыу йорттарының береһе, 2015 йылдың 14 ноябрендә вуз үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Мәскәү эргәһендәге Голицыно ҡалаһында урынлашҡан[1].
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ғәмәлдәге лицензияһына ярашлы, институт вуздан һуң, юғары, урта һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашыра.
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәтенә офицерҙар һәм прапорщиктар әҙерләү менән шөғөлләнә.
Офицерҙар әҙерләү юғары профессиональ белем кимәлендә тормошҡа ашырыла.
Уҡыу формаһы — көндөҙгө бүлек:
Ситтән тороп уҡыу:
Институт урта һөнәри белем нигеҙендә прапорщиктар әҙерләй.
Көндөҙгө бүлек:
Рәсми рәүештә институт тарихы 1930 йылдың 14 ноябренән, ОГПУ-ның 386/180 һанлы бойороғо менән Ленинград өлкәһе Яңы Петергофта ОГПУ ғәскәрҙәре һәм сик буйы һағының беренсе мәктәбе нигеҙләнгәндән башлана. Оҙайлы тарихында мәктәп исемен бер нисә тапҡыр алмаштыра.
Бөйөк Ватан һуғышында, 1941 йылдың авгусының икенсе яртыһында К. Е. Ворошилов исемендәге НКВД-ның Сик буйы һәм эске ғәскәрҙәре Яңы-Петергоф хәрби-сәйәси училищеһының ике батальоны курсанттары үҙ ғүмерҙәре иҫәбенә Красногвардейск (хәҙер Гатчина) эргәһендә Германияның өс танк дивизияһын Ленинградҡа үткәрмәй. Иҫән ҡалған курсанттар һәм уҡытыусылар 50 көн дауамында Ленинградты һаҡлап, көнө-төнө алыша.
Уларҙың ҡаһарманлығы юғары дәүләт наградаһы менән баһалана: 1943 йылдың 10 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән фронтта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, сыҙамлылыҡ күрһәткән өсөн училище Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Училищены тамамлаусылар араһында бер нисә Советтар Союзы Геройы бар.
1942 йылдың апрелендә уҡыу йорто Һарытауға күсерелә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа унда НКВД ғәскәрҙәре өсөн офицер-сәйәси хеҙмәткәрҙәр әҙерләнә.
1953 йылдың 25 декабрендә СССР Эске эштәр минитсрлығының 01173-сө бойороғона ярашлы, училище тарҡатыла.
1967 йылдың 3 октябрендә СССР Министрҙар Советы Мәскәү эргәһендә Юғары сик буйы хәрби-сәйәси училище ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә, бының өсөн Голицынола уҡыу корпустары һәм хәрби ҡаласыҡ төҙөлә. 1972 йылдың 5 апреленән КГБ рәйесе бойороғо буйынса, уҡыу йорто СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Именлек хеҙмәте комитетының К. Е. Ворошилов исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы Юғары сик буйы хәрби-сәйәси училище тип атала башлай. 1980 йылдың 23 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгәне өсөн училище Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә. СССР Президентының 1991 йылдың 24 октябрендәге 2781-се ҡарары һәм СССР КГБ-һының бойороғона ярашлы, СССР КГБ-һының Октябрь Революцияһы орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Сик буйы юғары хәрби-сәйәси училищеһы СССР КГБ-һының Октябрь Революцияһы орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Сик буйы юғары училищеһы тип үҙгәртелә.
РФ Министрҙар Советының 1993 йылдың 5 майындағы 421 һанлы ҡарарына ярашлы[2], Юғары сик буйы училищеһы РФ Сик буйы ғәсәкәрҙәренең хәрби институты, һуңыраҡ РФ Федераль сик буйы хеҙмәтенең Голицыно хәрби институты тип үҙгәртелә[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.