Көнсығыш көрсөгө сиктәрендә, Рәсәй империяһы һәм уға союздаш балҡан дәүләттәре менән Ғосман империяһы араһында һуғыш. From Wikipedia, the free encyclopedia
1877 — 1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы (Төркиәлә — 93-сө йыл һуғышы (төр. 93 Harbi), сөнки һижриҙән 1293 йылда алып барылған) — Көнсығыш көрсөгө сиктәрендә, бер яҡтан, Рәсәй империяһы һәм уға союздаш Балҡан дәүләттәре, икенсе яҡтан, Ғосман империяһы араһында һуғыш.
Рус-төрөк һуғышы (1877—1878) | |||
Төп конфликт: Көнсығыш кризисы, рус-төрөк һуғыштары | |||
| |||
Дата |
12 (24) апреля 1877 — 19 февраля (3 марта) 1878 | ||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Сәбәбе |
Көнсығыш кризисы:
| ||
Нәтижә |
Рәсәй империяһының еңеүе:
| ||
Үҙгәрештәр |
| ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Рус-төрөк һуғышы Викимилектә | |||
Һуғыш башланыр алдынан, Балҡанда йәшәгән халыҡтарҙың милли үҙаңы күтәрелә. Ғосман империяһының Босния һәм Герцеговина (1875) һәм Болгариялағы апрель ихтилалдарының (1876) ҡанһыҙлыҡ менән баҫтырыла. Был хәбәр Европала һәм айырыуса Рәсәйҙә ундағы христиандарҙың хәленә теләктәшлек уята. Һуғыштың маҡсаты - православие славяндарын төрөк хакимлығынан азат итеү (бойондороҡһоҙ Сербия биләмәһен киңәйтеү, бойондороҡһоҙ Болгарияны ойоштороу).
Рәсәй Порта менән низағҡа төрөктәрҙең Ғосман Төркиәһендәге Босния-Герцеговиналағы славян ихтилалын баҫтырыуына ҡаршы сыҡҡан сербтар һәм черногорҙарҙан һуң инә. 1876 йылдың көҙөндә алты тапҡырға артығыраҡ булған төрөк ғәскәре сербтарҙы һәм рус доброволецтарын тар-мар итә яҙа. Рәсәй ультиматумынан һуң, хәрби хәрәкәттәр башланыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан, төрөктәр килешеү төҙөргә ризалаша. Әммә Рәсәй императоры Александр II 1877 йылдың апрелендә Төркиәгә һуғыш иғлан итә.
Төрөктәрҙең пассивлығынан файҙаланып, Рус армияһы артабанғы хәрби хәрәкәттәр барышында Дунайҙы уңышлы аша сыға, Шипка артылышын ала һәм, биш ай ҡамауҙан һуң, Төркиәнең иң яҡшы Нурыйғәзе Ғосман-паша армияһын Плевен ҡалаһында бирелергә мәжбүр итә. Балҡан тауҙары (Стара-Планина) аша уҙған артабанғы рейд барышында рус армияһы, Константинополгә илткән юлды ҡаплап торған һуңғы төрөк частарын ҡыйратып, Ғосман империяһын һуғыштан сығырға мәжбүр итте.
Берлин тыныслыҡ конгресында (1878 йылдың йәйе) Бессарабияның көньяҡ өлөшөн Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙы һәм Карс, Ардаган һәм Батумдың ҡушылыуын теркәгән Берлин трактатына ҡул ҡуйыла. Болгария дәүләтселеге тергеҙелә[7]; Сербия, Черногория, Валахия һәм Молдавия кенәзлектәре территориялары арта, ә төрөк Босния виләйәте — Босния һәм Герцеговина Австро-Венгрия тарафынан баҫып алына.
Ҡырым һуғышы йомғаҡтары буйынса төҙөлгән Париж тыныслыҡ килешеүенең 9-сы статьяһы Ғосман империяһын мәсихселәргә мосолмандар менән тиң хоҡуҡ бирергә мәжбүр итә. Солтандың тейешле фарманы (указы) баҫылып сығыуынан ары китмәй был эш. Атап әйткәндә, судтарҙа мосолман булмағандарҙың («зимми») мосолмандарға ҡаршы таныҡлыҡтары ҡабул ителмәй, ысынында иһә был күренеш судта мәсихселәрҙе дини эҙәрләүҙәрҙән яҡлау хоҡуғынан мәхрүм итә[8].
1860 йыл — Ливанда ойошторолған һуйышта Ғосман власы ирек ҡуйыуы арҡаһында 10 меңдән ашыу христиан (күбеһенсә марониттар, шулай уҡ грек католиктары һәм православие динендәгеләр) һәләк була. Француз хәрби интервенцияһы янауы Портаны илдә тәртип тергеҙергә мәжбүр итә[9]. Европа державалары баҫымы аҫтында ғына Порта Ливанда Ғосман солтаны тарафынан тәҡдим ителгән христиан губернаторын тәғәйенләүгә бара[10].
Крит ихтилалы Ғосман империяһында йәшәгән мәсихселәрҙең, төрөк хөкүмәтенең ҡанһыҙлығы һөҙөмтәһендә, ғазаплы тормошона Европаның (Британия империяһы) иғтибарын йәлеп итә[13].
Һуғыштан Рәсәй минималь территориаль юғалтыуҙар менән сыға, әммә Ҡара диңгеҙ флотын ҡалдырыуҙан баш тартырға һәм Севастополдең нығытмаларын юҡҡа сығарырға мәжбүр була.
Ҡырым һуғышынан һуң урыҫ дипломатияһы бурыстарының береһе — илдең Ҡара диңгеҙ флотына хоҡуғын тергеҙеү була. Әммә был еңел эш түгел — 1856 йылда Париж тыныслыҡ килешеүе Берләштерелгән Бөйөк Британия, Ирландия һәм Франция яғынан Ғосман империяһының бөтөнлөгө гарантиялары ҡаралған. Австрия империяһына һуғыш ваҡытында билдәһеҙ асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ позицияһы хәлде ҡатмарлаштыра. Бөйөк державалар араһында Пруссия менән Рәсәй араһында ғына дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре һаҡланған.
Тап 1856 йылдың апрелендә Александр II һәм ул тәғәйенләгән кенәз А. М. Горчаков Пруссия канцлеры Бисмарк менән союзға өмөтләнә. Рәсәй Германияның берләшеүендә нейтраль позиция биләй, һөҙөмтәлә Германия империяһы барлыҡҡа килә. Францияның франк-прус һуғышында ауыр хәлдә ҡалыуынан файҙаланып, 1870 йылдың октябрендә Рәсәй Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ төҙөлөшө буйынса сикләүҙәр үтәүҙән баш тартыуы тураһында иғлан итә һәм халыҡ-ара конференцияла уның раҫланыуына ризалығын белдерә. 1871 йылдың мартында (Лондон конвенцияһы) Рәсәй Бисмарк ярҙамында Париж килешеүенең Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә флот тотоуын тыйған положениеларын ғәмәлдән сығарыуға бәйле халыҡ-ара консенсусҡа өлгәшә.
Париж килешеүенең ҡалған положениелары эшләүен дауам иткән. Атап әйткәндә, 8-се статья Рәсәйҙең Ғосман империяһы менән конфликты булған осраҡта Бөйөк Британия һәм Австрияға һуңғыһы яғында ҡатнашыу хоҡуғын бирә. Был Рәсәйҙе Ғосмандар менән мөнәсәбәттәрендә үтә һаҡ булырға һәм башҡа бөйөк дәүләттәр менән килешеп эш итергә мәжбүр итә. Шулай итеп, башҡа Европа державаларынан ошондай ғәмәлдәргә карта-бланш алғанда ғына Төркиә менән туранан-тура һуғыш булыуы мөмкин ине, һәм Рәсәй дипломатияһы уңайлы мәлде көткән. Ул ваҡыттағы донъяның алдынғыы державаһы, Бөйөк Британия, солтан власынан ҙур сауҙа ташламалары (ҡара: Британия һәм Ғосман империяһының 1838 йылғы Балта-Лиман сауҙа килешеүе) алғанлыҡтан, Ғосман империяһының бөтөнлөгөн һаҡлау яҡлы булған. Әммә Британия бер үҙе генә Ғосман империяһының бөтөнлөгө өсөн көрәшергә йыйынмай, 1871 йылда Франция еңелгәндән һуң, Германия империяһына ҡаршы бөтә көстәрен тупларға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә Рәсәй эшмәкәрлегенә уңайлы булған халыҡ-ара хәл барлыҡҡа килә.
1875 йылдың йәйендә Босния һәм Герцеговинала төрөктәргә ҡаршы ихтилал башлана, уның төп сәбәбе — финанс йәһәтенән көсһөҙ Ғосман хөкүмәте билдәләгән саманан тыш һалымдар була.[14]. Һалымдарҙың бер аҙ кәмеүенә ҡарамаҫтан, ихтилал 1875 йыл дауамында бара һәм һөҙөмтәлә 1876 йылдың яҙында Болгарияла Апрель ихтилалына сәбәпсе була.
Болғар ихтилалын баҫтырыу барышында төрөк ғәскәрҙәре тыныс халыҡты күпләп үлтерә, 15 меңдән[15][16]30 йәшкә тиклем кеше һәләк була[17][18][19]; бигерәк тә даими булмаған частар — башыбоҙоҡтар ҡоторонған. Британия хөкүмәтенең протөрөк линияһын үткәргән Бенджамин Дизраэлиға ҡаршы ҡайһы бер журналистар һәм баҫмаларҙа пропагандистик кампаниялар йәйелдерелә, ул Төркиәнең регуляр булмаған берләшмәләренең ҡанһыҙлығын иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙа ғәйепләнә; Америка журналисының Рәсәй подданныйына өйләнгән, Америка журналисының Алоизий Мак-Гахандың оппозиция Daily News (UK инглиз телендә) баҫтырылған материалдары ҙур роль уйнай. 1876 йылдың июль — авгусында Дизраэли общиналар палатаһында Көнсығыш мәсьәләһе буйынса хөкүмәт сәйәсәтен яҡларға һәм британ илсеһе Һенри Эллиоттың ялған хәбәрҙәрен аҡларға мәжбүр була. Шул уҡ йылдың 11 авгусында, түбәнге палатала һуңғы тапҡыр үткәрелгән бәхәс ваҡытында, Б. Дизраэли, ике партия вәкилдәре тарафынан аяуһыҙ тәнҡитләнә һәм тулы изоляцияла ҡала.
Daily News мәғлүмәте Европа йәмәғәтселегенең асыуын ҡабарта: Чарльз Дарвин, Оскар Уайльд, Виктор Гюго һәм Джузеппе Гарибальди болгарҙарҙы яҡлап сығыш яһай[20].
Виктор Гюго, атап әйткәндә, 1876 йылдың авгусында Франция парламентарий гәзитендә яҙған[21]:
Европа хөкүмәттәренең иғтибарын бер фактҡа, хөкүмәт күрмәгән ҙур булмаған бер фактҡа йәлеп итергә кәрәк… Тотош халыҡты юҡҡа сығарыу бара. Ҡайҙа? Европала… Был бәләкәй генә героик халыҡтың ғазаптарына сик ҡуйылырмы?
Англияла йәмәғәтселеге фекере 1876 йылдың сентябрь башында Ғосман империяһына ярҙам итеүҙең «төркифиллек» сәйәсәтенә ҡаршы йәйелдерелә. Гладстон үҙенең брошюраһында Босния, Герцеговина һәм Болгарияға автономия биреү программаһын асып һала.</ref> (The Bulgarian Horrors and the Question of the East)[22][23],
Рәсәйҙә 1875 йылдың көҙөнән алып бөтә йәмәғәт ҡатламдарын солғап алған славян көрәшен хуплау хәрәкәте йәйелдерелә: прогрессив даирәләр һуғыштың азатлыҡ маҡсаттарын нигеҙләй, консерваторҙар Константинополдең баҫып алыныуы һәм монархиялы Рәсәй етәкселегендә славян федерацияһын ойоштороу кеүек сәйәси дивидендтар ихтималлығы тураһында уйлана.
Был дискуссияла славянофилдар һәм көнбайыштар (западники) араһында традицион Рәсәй бәхәсе ҡуҙғала, етмәһә, яҙыусы Достоевский Фёдор Михайлович йөҙөндә тәүгеләрҙән булып һуғышта славян халыҡтарының Рәсәй тирәләй православие нигеҙендә тупланыуына бәйле айырым тарихи миссия башҡарылыуын күрә, ә икенселәре, Тургенев йөҙөндә, дини аспекттың әһәмиәтен юҡҡа сығара һәм һуғыштың маҡсаты булып православиены яҡлау түгел, болгар халҡын азат итеү тора, тип иҫәпләй[24].
Балҡанда һәм Рәсәйҙә көрсөктөң башланғыс осоро ваҡиғаларына урыҫ нәфис әҙәбиәтенең бер нисә әҫәре бағышланған: Тургеневтың «Крокет в Виндзоре» (1876) шиғырында королева Виктория төрөк йыртҡыслығына юл ҡуйыуҙа ғәйепләнә, ә Полонский «Болгарка» (1876) шиғырында мосолман һәрәменә оҙатылған болгар ҡатын-ҡыҙының үс алыу нәфрәте менән йәшәүе тураһында бәйән итә.
Болгар шағиры Иван Вазовтың «Воспоминания о Батаке» хәтирәләр шиғыры бар. Шағир ҡулын һуҙып хәйер һораған ябыҡ үҫмерҙе осрата. Иван Вазов малайҙы үҙенә һыйындыра һәм һуңынан Иванчо исемле малай исеменән болгар халҡының ғосман иҙеүенә ҡаршы героик көрәшен сағылдырған шиғыр яҙған[25].
1877 йылдың 19 мартында оттоман парламенты асыла. Төркиәнең Европа державаларының берләштерелгән ихтыярын иғтибарһыҙ ҡалдырыуы Рәсәйгә Төркиә менән һуғышта Европа державаларының нейтралитетын тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән төрөктәр үҙҙәре, Париж килешеүенең Рәсәй менән күҙгә-күҙ яңғыҙ һуғыш рөхсәт итмәгән положениеларын юҡҡа сығарып, баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә.
1877 йылдың 12 (24) апрелендә Рәсәй Төркиәгә һуғыш иғлан итә: Кишинёвтағы ғәскәрҙәр парадынан һуң епископ Кишинёвский һәм Хотинский Павел (Лебедев) тантаналы ғибәҙәт барышында Александр II батшаның Төркиәгә һуғыш иғлан итеү тураһындағы манифесын уҡый[29].
Фәҡәт тиҙ һуғыш ҡына, — бер кампанияла, Рәсәйгә Европа ҡатнашыуынан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Рус-төрөк һуғыштарының береһендә лә ваҡыт факторы ул тиклем үк мөһим роль уйнамаған була. Англиялағы хәрби агент хәбәр итеүенсә, 50-60 мең кешенән торған экспедиция армияһын әҙерләүгә Лондонға — 13-14 аҙна, ә константинополь позицияһын әҙерләүгә тағы 8-10 аҙна ваҡыт кәрәк булған. Етмәһә, армияны, Европаны урап, диңгеҙ аша килтерергә кәрәк булған. Был осорҙа Төркиә уңышлы оборонаға өмөт бағлаған.
Төркиәгә ҡаршы һуғыш планын 1876 йылдың октябрендә генерал Н. Н. Обручев төҙөй. 1877 йылдың мартына проектты император үҙе, хәрби министр, баш командующий, бөйөк кенәз Өлкән Николай Николаевич, уның штаб ярҙамсыһы генерал А. А. Непокойчицкий, штаб начальнигы ярҙамсыһы генерал-майор К. В. Левицкий үҙе төҙәтә.
1877 йылдың майында рус ғәскәрҙәре Румыния территорияһына инә. Рәсәй яғында сығыш яһаған Румыния ғәскәре августан ғына әүҙем эшләй башлай.
Рус йәмәғәтселегенең төрөктәр ғәмәлдәренә ризаһыҙлығын белдерә һәм үҙ ирке менән һуғышта (был «Анна Каренина» романы биттәрендә лә сағыла) ҡатнашырға теләүселәр һаны арта. Склифосовский, Пирогов һәм Боткин Сергей Петрович, яҙыусылар Гаршин Всеволод Михайлович һәм Гиляровский Владимир Алексеевич үҙҙәре теләп (доброволец) фронтҡа юллана. Тарихсы Н. А. Троицкий раҫлауынса, 60 йәшлек И. С. Тургенев: «Йәшерәк булһам, мин үҙем дә шунда барыр инем», ә 50 йәшлек Лев Толстой «Бөтә Рәсәй унда, һәм мин дә барырға тейеш» тип әйткән[30].
Дошмандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте Рәсәй файҙаһына була, хәрби реформалар ыңғай һөҙөмтә бирә башлаған була.
Төркиә армияһы 200 меңләп кешенән торған, шуларҙың яртыһын тиерлек ҡәлғә гарнизондары тәшкил иткән, был оператив армия өсөн 100 мең кеше ҡалыуын аңлатҡан.
Кавказда бөйөк кенәз Михаил Николаевич етәкселегендәге рус Кавказ армияһының 372 орудиела 150 мең самаһы кешеһе, ә Әхмәт Мөхтәр пашаның төрөк армияһында 200 орудиела 70 меңләп кешеһе була[31].
Хәрби әҙерлек буйынса Рәсәй армияһы дошмандан өҫтөнөрәк була, әммә атыу ҡоралы сифаты буйынса ҡалыша (төрөк ғәскәрҙәре өр-яңы инглиз һәм Америка винтовкалары менән ҡоралланған була). Рус артиллерияһы төрөк артиллерияһынан техник яҡтан өҫтөн булған, сөнки һуғыш башланыр алдынан рус армияһы ҡайтанан өр-яңы һырлы артиллерия менән тулыһынса ҡоралландырыуҙы тамамлаған[32].
Балҡан һәм Кавказ аръяғы халыҡтары тарафынан Рәсәй армияһына әүҙем ярҙам итеү рус ғәскәрҙәренең әхлаҡи рухын нығыта, уларҙың составында болгар, әрмән һәм грузин ополчениелары хәрәкәт иткән. Төркиә армияһын еңеүгә шулай уҡ Сербия, Румыния һәм Черногория ғәскәрҙәре үҙ өлөшөн индерә.
Ҡара диңгеҙҙә тулыһынса төрөк флоты өҫтөнлөк итә. Рәсәй, 1871 йылда ғына Кара диңгеҙ флотына хоҡуҡҡа эйә булып, уны һуғыш башланыуға аяҡҡа баҫтырып өлгөрмәгән һәм хәрби ихтыяждар өсөн йыһазландырылған «Рус пароходсылыҡ һәм сауҙа йәмғиәте» караптарын файҙаланған
Ике хәрби хәрәкәт театры мөмкин була: Балҡан һәм Кавказ аръяғы. Урындағы халыҡтың ярҙамына иҫәп тоторға мөмкин булғанлыҡтан (уларҙың азатлығы өсөн һуғыш алып барылған), төп нөктә Балҡан булған. Бынан тыш, рус армияһының Константинополгә уңышлы етеүе Ғосман империяһының һуғыштан сығыуына килтерер ине.
Рус армияһының Константинополгә барған юлында ике тәбиғи ҡаршылыҡ торған:
Ҡара диңгеҙҙә тулыһынса төрөк флоты өҫтөнлөк итә, шуға күрә рус армияһын Балҡанда ҡоро ерҙә тәьмин итеү мәжбүрлеге тыуған.
Һуғыш планы йәшен тиҙлегендәге еңеү идеяһына нигеҙләнгән: армия йылғаның урта ағымында Дунай аша сығырға, төрөктәрҙең ҡәлғәләре булмаған, Рәсәйгә дуҫтарса ҡарашта торған болгарҙар ултырған районда, Никополь — Свиштов участкаһында, үтергә тейеш булған. Кисеүҙән һуң армияны өс тигеҙ төркөмгә бүлергә кәрәк булған: беренсеһе — йылғаның түбәнге ағымында төрөк ҡәлғәләрен бикләй; икенсеһе — Видин йүнәлешендәге төрөк көстәренә ҡаршы хәрәкәт итә; өсөнсөһө — Балҡан тауҙары аша сыға һәм Константинополгә бара.
Төркиәнең планы әүҙем-һаҡланыу хәрәкәт итеү рәүешен күҙ уңында тота: "дүртмөйөш"тәге Рущук — Шумла — Базаржик — Силистрия ҡәлғәләре янында төп көстәрҙе (100 меңгә яҡын кешене) туплап, һыу аша сыҡҡан рустарҙы Балҡанға, Болгария төпкөлөнә ылыҡтырыу, һуңынан уларҙың һул флангыһына ябырылып ҡыйратыу. Шул уҡ ваҡытта Ғосман-пашаның ярайһы уҡ ҙур көстәре, 30 меңләп кеше, Сербия менән Румынияны күҙәтеү һәм рус армияһының сербтар менән берләшеүенә ҡаршы тороу бурысы ҡуйып, Көнбайыш Болгарияла, София менән Видин янында туплана. Бынан тыш, ҙур булмаған отрядтар Урта Дунай буйлап Балҡан юлдарын һәм нығытмаларын биләй[33].
Рус армияһы Румыния менән алдан килешеү буйынса уның территорияһы аша үткән һәм июндә бер нисә урындан Дунай йылғаһы аша сыҡҡан. Йылғаны кисеүҙе тәьмин итеү өсөн Дунайға кисеү урынында Төркиәнең Дунай флотилияһын нейтралләштереү талап ителә. Йылға буйында яр батареялары менән ҡапланған мина кәртәләре ҡуйыу был бурысты үтәй. Шулай уҡ тимер юл буйлап ташланған еңел мина катерҙары ла файҙаланыла.
Төрөк йылға флотилияһы Рәсәй моряктары хәрәкәттәре арҡаһында тарҡала һәм рус ғәскәрҙәре үтеүенә ҡамасаулай алмай.
Төркиә командованиеһы Рус армияһының Дунайҙы аша сығыуына ҡамасаулау өсөн әүҙем эш алып бармаған. Константинополгә илткән юлдағы беренсе сик етди алыштарһыҙ тапшырылды.
Төп көстәрҙе кисекмәҫтән күсергәндән һуң, генерал И. В. Гурко етәкселегендәге алдынғы отряд (12 меңгә яҡын кеше) бүленә, уға Балҡан һыртындағы үткәүелдәрҙе баҫып алырға ҡушыла; уның артынан шәхси резерв рәүешендә генерал Радецкийҙың 8-се корпусы барырға тейеш була.
Цесаревичтың вариҫы Александр III етәкселегендәге икенсе, Рущук, отряды Рущук ҡәлғәһен баҫып алырға тейеш була, уның составына 12-се һәм 13-сө корпустар ингән була, ләкин Дунай буйындағы төрөк ҡәлғәһе һуғыш аҙағына тиклем тора һәм 1878 йылдың февралендә генә баш һала (капитуляция). 9-сы корпус һәм Кавказ казак бригадаһы (Көнбайыш отряд) Никополгә ебәрелә. 4-се корпус һәм 11-се корпустың бер өлөшө дөйөм резервҡа тәғәйенләнгән була; 11-се корпустың икенсе өлөшө иһә Журжа янында ҡалдырыла[34].
Рус ғәскәрҙәренең Дунайҙың уң ярына сығыуына борсолоп, Төркиә хөкүмәте черногорҙарға ҡаршы һуғышҡан Сөләймән пашаға үҙ ғәскәренең күпселек өлөшөн Македонияға ебәрергә фарман ебәрә. Шул итеп, төп рус көстәренең Дунай аша сығыуы рух төшөнкөлөгөнә бирелгән Черногорияны ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итә.
1877 йылдың 22 июнендә (4 июль) рус алдынғы отрядтарының һөжүме башлана; 23 июндә Янтра буйындағы Бяла ҡалаһы (Русен өлкәһе), ә 25 июндә Тырнов ҡалаһы баҫып алына, шул уҡ көндә иллегә яҡын Дон казагы Плевнаға инеп, унда урынлашҡан төрөк ротаһын ҡоралһыҙландырып, ҡаланан сығып китә. 9-сы корпус 30 июндә Никополгә килә; шул уҡ көндө баш командующий бөйөк кенәз Николай Николаевич үҙе Тырновҡа килә, һәм унда 8-се корпустың баш частары килеп етә.
Урыҫтарҙың тиҙ хәрәкәт итеүе тураһындағы хәбәр Төркиәнең хәрби министрлығы эшмәкәрлеген көсәйтә: ҡәлғәләр «дүртмөйөш»өндә (Рущук — Шумла — Варна — Силистрия) урынлашҡан төп көстәр начальнигы Абдулкәрим Надир пашаға, һөжүмгә күсергә бойороҡ бирелә; Балҡан тауҙары (Стара-Планина) аръяғында, Тунжа йылғаһы үҙәнендә, Меһмет Рәүеф паша (Mehmed Rauf Paşa) армияһы туплана; Сөләймәнгә ашығыс килеп етергә бойороҡ бирелә; Сербия сигендә торған Мехмет-Али паша ғәскәрҙәренә Софияға барырға, ә Никополь комендантына — Плевнаға гарнизондың бер өлөшөн ебәрергә; Видинала ғәскәр башында торған Ғосман-Нурый пашаға, был ҡәлғәне ҡалдырып, төп көстәргә яҡынлашыу бурысы йөкмәтелә.
Дунай аша сыҡҡан рус армияһының төп көстәре Балҡан һырты аша тәүәккәл һөжүм итеү өсөн етерлек булмай сыға.
2 (14) июлдә алғы отряд Балҡанды Хаинкиой артылышы аша сыға. Оҙаҡламай, 5 июлдә (17 июлдә) Шипка артылышы яулана, унда ойошторолған Көньяҡ отряд (20 мең кеше, августа — 45 мең) ебәрелә. Константинополгә юл асыҡ була, әммә Балҡан аръяғына һөжүм итеү өсөн көстәр етерлек булмай. Алдынғы отряд Иҫке Заграны (Стара-Загораны) биләй, әммә оҙаҡламай бында Албаниянан күсерелгән 20 меңлек Сөләймән-паша корпусы килә. Болгарияның ополченецтары батырлыҡ күрһәткән Иҫке-Загра янындағы аяуһыҙ алыштан һуң алдынғы отряд Шипкаға сигенә.
Шул арала Рущук отряды ҡамауҙа ҡалған артиллерияның килеүен көтөп, көнсығышҡа табан ярайһы уҡ яй бара һәм 1877 й. 7 (19 июне) июнендә Гүр-Чешлейҙән Ковачицаға тиклем Ҡаралом йылғаһының һул ярын күҙәтеү постары баҫып ала; уның менән Радецкий ғәскәрҙәре араһына (Тырновта) 13-сө кавалерия дивизияһы килеп инә, уның частары Бебров ҡалаһын ала.
Шул уҡ ваҡытта 9-сы корпус 4 июлдә үк Никополь ҡәлғәһен алған, уларҙан 3 төрөк батальоны — Плевнаға, ә гарнизондың бер өлөшө Рахов ҡалаһына сығып өлгөргән.
Никополды алғандан һуң 9-сы корпус командиры генерал Криденерға Плевнаны алырға отряд ебәрергә бойороҡ бирелә, әммә был юлы урыҫтар бында артабан хәрби хәрәкәттәр театрында хәлдәрҙе бөтөнләй үҙгәрткән һәм ҙур өҙлөгөүҙәргә килтергән ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. 1877 й. 1 (13) июлендә Видинды ҡалдырған Ғосман паша үҙ ғәскәрҙәренең күбеһе менән көнсығышҡа йүнәлә һәм 1877 йылдың 7 (19) июлендә таң менән Никополдән киткән рус батальондары биләгән Плевнаға килә.
5 июлдә үк Вит йылғаһы аръяғына рус разъездары Рахов ауылынан көслө төрөк колоннаһының хәрәкәте хаҡында хәбәр итһә лә, төп фатирҙа быға тейешле иғтибар бирелмәй. 9-сы корпустан ебәрелгән отряд (7 меңгә яҡын кеше) дошмандың унан күпкә артығыраҡ көсөнә юлыға һәм ҙур юғалтыуҙар менән сигенергә мәжбүр була. Был һуғышта айырыуса Дон 9-сы казак полкы айырылып тора, ул сигенгән пехота ғәскәрҙәрен тулыһынса тар-мар итеүҙән ҡотҡара.[35] Бәрелешеүҙәр барышында төрөк ғәскәрҙәре ҡала ситендә нығынған рустарҙы тулыһынса ҡыйрата. Төрөктәр был яуҙа 2000-ләп кеше юғалтҡан, рустар — 2800.
1877 йылдың 18 (30) июлендә рус ғәскәрҙәренең Плевнаны яулап алырға икенсе уңышһыҙ ынтылышы була. Балҡан ярымутрауындағы рус ғәскәрҙәре оборонаға күсә. Рус экспедиция корпусының етерлек һуғышсы булмауы бәкәлгә һуға — командованиеның Плевна эргәһендә рус частарын көсәйтеү өсөн резервтары булмай.
1877 йылдың 19 (31) июлендә хәрәкәт итеүсе армия эргәһендә һәр ваҡыт булған император Александр II 1-се Гвардия корпусын, ике гренадер, ике пехота һәм бер кавалерия дивизияларын (бөтәһе 110 меңгә яҡын кеше) мобилизациялау тураһында бойороҡ бирә; ләкин улар тиҙ арала килеп етә алмағанлыҡтан, баш командующий Румыния кенәзе Кароль I-нән, рустар менән берлектә хәрәкәт итеү өсөн, Дунай аша румын ғәскәрҙәрен күсереүен һорай. Сентябрь урталарына ғына Рәсәйҙән кәрәкле резервтар туплау өлгәшелә, был хәрби хәрәкәттәр барышын 1,5-2 айға һуҙа[36].
Плевна янында икенсе алыштан һуң ике аҙна самаһы хәрәкәттәр тынып тора. Алдағы хәрби хәрәкәттәр планын төрлө үҙгәрештәр индергәндән һуң, Төркиәнең хәрби министрлығы 3 августа Сөләймәнгә Шипка үткәүелен алырға бойороҡ ебәрә. 9 августа ул артылышта рус позицияһына һөжүм итә һәм 6 көн дауамында һөжүмде ҡабатлай, ләкин, даими кире ҡағыуға осрағанлыҡтан, өс яҡтан атакаға күсә.
8 (20) июлдә һәм 18 (30) июлдә Плевнаға һөжүмдәр уңышһыҙлыҡҡа осрай.
22 августа Ловча янындағы алышта (Плевнаның көньяҡ флангында) ҡала алына (рус ғәскәрҙәренең юғалтыуы 1500 самаһы кеше), әммә 30-31 августа (11-12 сентябрь) Плевнаға яңы һөжүм дә уңышһыҙлыҡҡа осрай, бынан һуң Баш командующий һәм император рус ғәскәрҙәрен Плевнанан алыу тураһында ҡарар ҡабул итә, ләкин хәрби министр Д. А. Милютин Ғосман паша армияһы менән көрәште дауам итеүҙе талап итә.[37] Плевнаны блокада менән алырға ҡарар ителә. 15 (27) сентябрҙә Плевна янына Э. И. Толлебен килә, уға ҡаланы ҡамауҙа тотоуҙы ойошторорға ҡушылған була. Бының өсөн көслө нығытылған Телиш, Горный (Үрге) һәм Дольный (Түбәнге) Дубняки редуттарын алырға кәрәк була. Улар Ғосман Плевнанан сыҡҡан осраҡта уға терәк пункттар булып хеҙмәт итергә тейеш булған.
Шул уҡ ваҡытта Рущук отрядына ҡаршы эш иткән Меһмет-Али көстәре — 100 мең, ә Рущук отряды ғәскәрҙәре (45 мең самаһы кеше) дошман ҡомарҙанып һөжүм иткән осраҡта бик хәүефле хәлдә ҡалыу ихтималлығы янаған. Ғосман полководецы ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында ғына был хәлдән ҡотолоп булған. Төрөктәрҙең уңышы Ҡараломда бер нисә алышта был йылғаның уң ярынан рустарҙың алдынғы отрядтарын ҡыҫырыҡлауы менән генә сикләнә.
Шул уҡ ваҡытҡа тиклем (1877 йылдың 3 (15) ҡабул ителгән Сөләймәндең Шипка артылышын алырға тырышыуы йәнә уңышһыҙлыҡҡа осрай.
12 (24) октябрҙә Гурко ныҡышмалы алыштан һуң алынған Горный Дубнякты штурмлай; урыҫтарҙың юғалтыуҙары — 3539 кеше үлтерелә һәм яралана, төрөктәрҙең — 1500 үлтерелә һәм 2300 әсирҙә була[38]. 16 (28) октябрҙә артиллерия уты аҫтында Телиш алына тапшырырға мәжбүр ителә (4700 кеше әсирлеккә алына). Рус ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары 1327 кеше тәшкил итә. 20 октябрҙә (1 ноябрҙә) Дольный Дубняк алына, уның гарнизоны һуғышһыҙ Плевнаға сигенгән.
Был ваҡыт эсендә Радецкий отрядында бер ниндәй ҙә мөһим ваҡиғалар булманы; 1877 йылдың 9 (21) ноябре төнөндә төрөктәр ҡапыл Шипка артылышындағы Изге Николай тауына һөжүм итә, әммә бәреп төшөрөлә. Унан да бигерәк, тауҙарҙа торған рус ғәскәрҙәре ауырыуҙарҙан, төрлө мәхрүмселектәрҙән, ноябрҙең уртаһынан алып зәһәр һыуыҡтарҙан һәм ҡар бурандарынан яфалана.
Плевнанан ҡамауҙы алырға маташып, төрөк командованиеһы ноябрҙә бөтә фронт буйлап һөжүм ойошторорға ҡарар итә. 10 (22) ноябрҙә һәм 11 (23) ноябрҙә — 35 меңлек София (көнбайыш) төрөк армияһын Гурко Новачин, Правец һәм Этрополь янында алып ташлай; 13 (25) ноябрҙә Көнсығыш төрөк армияһы Трестеник һәм Косабина янында рустарҙың 12-се корпусы частары тарафынан ҡыйратыла.
22 ноябрҙә (4 декабрҙә) Көнсығыш төрөк армияһы 11-се рус корпусының Еленин отрядын тар-мар итә. Төрөктәр — 40 орудиела 25 мең кеше, урыҫтар — 26 орудиела 5 мең кеше була. Болгарияла рустарҙың Көнсығыш фронты тарҡала, икенсе көндө үк төрөктәр 8-се һәм 11-се рус корпустарының ғәйәт ҙур ылауҙарын, келәттәрен һәм парктарын баҫып алып, Тырновта булыуы мөмкин була. Әммә төрөктәр уңыштарын үҫтермәй һәм 23 ноябрҙә (5 декабрҙә) көнө буйы хәрәкәт итмәй, окоп ҡаҙыу менән була. 24 ноябрҙә (6 декабрҙә) ашығыс хәрәкәт иткән рус 26-сы пехота дивизияһы, Златарица янында төрөктәрҙе тар-мар итеп, хәлде тергеҙә. 30 ноябрҙә (12 декабрҙә) Көнсығыш төрөк армияһы, Плевнаның капитуляцияһы тураһында белмәйенсә, Мечка эргәһендә һөжүм итергә маташа, ләкин кире ҡағылған.
Рус командованиеһы Плевна эргәһендәге сиселешкә тиклем һөжүм итеүҙе тыйған.
Ноябрь урталарынан алып Плевнала дүрт тапҡырға күберәк урыҫ ғәскәрҙәре ҡулсаһында ҡыҫылған Ғосман паша армияһы аҙыҡ-түлек етешмәү ҡыйынлығын кисерә башлай. Хәрби советта ҡамау һыҙаты аша үтергә ҡарар ителә, һәм 28 ноябрҙә (10 декабрь), иртәнге томанда, төрөк армияһы Гренадер корпусына һөжүм итә, әммә ныҡышмалы алыштан һуң бөтә линия буйынса кире ҡағыла, Плевнаға сигенә һәм унда ҡорал һала. Урыҫтар — 1696, күп кеше һөжүм иткән төрөктәр — 6000-гә тиклем кеше юғалтҡан. 43,4 мең кеше әсирлеккә алына. Яраланған Нурыйғәзе Ғосман-паша ҡылысын урыҫ командиры гренадер-генерал Ганецкиға тапшыра; ҡаһарман яҡлағаны өсөн уға фельдмаршаль хөрмәте күрһәтелә.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
[https://runivers.ru/mp/maps-detail.php?ID=585139&SECTION_ID=8208 Константинополдең төрөк нығытмалары һәм Гвардия корпусының нығытмалар проекты менән позицияһы | |
Обручевтың рус планы | |
Дошмандың 183 меңдән ашыу кешеһенән торған армияһына 314 мең кешенән торған рус армияһы һөжүмгә күсә. Сербия армияһы Төркиәгә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙе тергеҙә. Генерал И. В. Ромейко-Гурконың көнбайыш отряды (71 мең кеше) үтә ауыр шарттарҙа Балҡан аша сыға һәм 1877 йылдың 23 декабрендә Софияны ала. Шул уҡ көндө генерал Ф. Ф. Радецкийҙың Көньяҡ отряды ғәскәрҙәре (генералдар М. Д. Скобелев һәм Н. И. Святополк-Мирский отрядтары) һөжүм башлай һәм 27-28 декабрҙә Шейново янындағы һуғышта Вессель-пашаның 30 меңлек армияһын ҡамап ала. 1878 йылдың 3-5 ғинуарында Филиппополь (Пловдив) янындағы һуғышта Сөләймән паша армияһы ҡыйратыла, ә 8 ғинуарҙа рус ғәскәрҙәре бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Адрианополды (төр. Edirne, болг. Одрин) баҫып ала.
Шул арала, рус тәхете вариҫы цесаревич Александр етәкселегендәге элекке Рущук отряды ла (үҙ ҡәлғәләренә сигенгән төрөктәр ҡаршылыҡ күрһәтмәй) һөжүм башлай; 14 ғинуарҙа — Разград, ә 15 ғинуарҙа Осман-Базар ҡалалары яулана. Добружда хәрәкәт иткән 14-се корпус ғәскәрҙәре 15 ғинуарҙа Хажи-Оғлу-Базаржикты биләй.
Шуның менән Балҡандағы хәрби хәрәкәттәр тамамлана.
Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр, Обручев планы буйынса, «беҙҙең именлекте кәртәләү һәм дошмандың көстәрен ситкә йүнәлтеү өсөн» ҡабул ителә. Шундай уҡ фекерҙә булған Кавказ армияһының баш командующийы бөйөк кенәз Михаил Николаевичҡа ул былай тип яҙған: «Иң төп хәрби операцияларҙы Европа Төркиәһендә үткәреү күҙ уңында тотола; Азиялағы Төркиә яғынан хәрәкәттәребеҙҙең маҡсаты булырға тейеш: 1) һөжүм итеп үҙебеҙҙең хәүефһеҙлекте ҡапларға — Батумды һәм Карсты (йәки Эрзерумды) яулап алыу кәрәк кеүек тойола башларға һәм 2) төрөк көстәрен Европа театрынан мөмкин тиклем ситкә йүнәлтергә һәм уларҙы ойоштороуға ҡамасауларға»[39].
Ғәмәлдәге Кавказ корпусына етәкселек итеү кавалериянан генерал М. Т. Лорис-Меликовҡа йөкмәтелә. Корпус операция йүнәлештәренә ярашлы айырым отрядтарға бүленгән. Генерал-лейтенант Ф. Д. Девель етәкселегендәге Ахалцых отряды (13,5 мең кеше һәм 36 орудие) уң флангта туплана, үҙәктә, Александрополь (Гюмри) янында М. Т. Лорис-Меликовтың шәхси командованиеһы (27,5 мең кеше һәм 92 орудие) аҫтында һәм, ниһайәт, Ираплет буйынан 96 кеше тора. Сухумда дөйөм резерв (18,8 мең кеше һәм 20 орудие) тупланған; һул яҡта генерал-лейтенант А. А. Тергукасов етәкселегендә Эриван отряды (11,5 мең кеше һәм 32 орудие), генерал И. Д. Оклобжионың Приморье (Кобулет) отряды (24 мең кеше һәм 96 орудие) Ҡара диңгеҙ яры буйлап Батумға һәм мөмкин булғанса Трапезунд яғына һөжүм итеү өсөн тәғәйенләнгән. Сухумда дөйөм резерв (18,8 мең кеше һәм 20 орудие) тупланған[40].
1877 йылдың майында тау халҡы төрөк эмиссарҙары ярҙамында Абхазияла фетнә күтәрә. Биш броненосец һәм бер нисә ҡораллы пароходтан һәм диңгеҙ десантынан торған төрөк эскадраһы ике көн буйы бомбаға тотҡандан һуң, урыҫтар Сухумды ҡалдыра; июнь айына Очамчырҙан Адлерға тиклем Абхазияның бөтә Ҡара диңгеҙ ярын төрөктәр баҫып ала. Июндә Сухум бүлеге начальнигы генерал П. Кравченконың ҡаланы төрөктәрҙән азат итергә ҡыйыуһыҙ маташыуҙары уңышһыҙ тамамланған[41]. Төрөк ғәскәрҙәре Сухумды 19 августа ғына, Абхазиялағы рус ғәскәрҙәренә яҡынайғандан һуң, ҡалдырған.
Төрөктәрҙең диңгеҙ буйын ваҡытлыса алыуы Чечня һәм Дағстандағы хәлдәргә йоғонто яһай, 1877 йылда унда ла бола башлана. Һөҙөмтәлә унда ике рус пехота дивизияһы ҡалдырыла.
Июль-августа Кавказ аръяғында ике яҡ та, өҫтәмә көс килеүен көтөп, оҙаҡ ваҡыт хәрәкәттәр алып бармай.
Ошо мөһим ваҡиғанан һуң һуғыштың төп маҡсаты булып дошман армияһының ҡалдыҡтары йәшеренгән Эрзерум торған. Әммә бында һыуыҡтар һәм тау юлдары буйлап төрлө запастар килтереү ҡыйынлашыуы төрөктәрҙең союздашы була. Ҡәлғә алдында торған ғәскәрҙәрҙә сирләү һәм үлем ҡот осҡос дәүмәлгә еткән. Һөҙөмтәлә 1878 йылдың 21 ғинуарына килешеү төҙөлә, ә 10 февралдә рус ғәскәрҙәре Эрзурумды ала (һуңынан ҡаланы Ғосман империяһына кире ҡайтарырға тура килә)[42].
Һуғыш ваҡытында 6 әрмән виләйәтендә йәшәгән әрмән халҡы Рәсәйҙе «ҡот осҡос анархия шарттарынан ҡотолоуға берҙән-бер өмөт» тип һанаған һәм яҡлауын үтенгән[43][44]. Эрзурумға ингән рус ғәскәрҙәрен әрмән халҡы «азат итеүсе» булараҡ ҡаршы алған[43]. Әрмән халҡы Рус армияһына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Төрөктәргә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ирекле отрядтар төҙөлә.[45]
Килешеү төҙөлгәндән һуң, 1878 йылдың 26 ғинуарына ҡарай төндә, лейтенант Макаров етәкселегендәге ҡораллы «Бөйөк кенәз Константин» пароходы донъя флоты тарихында тәүге уңышлы торпеда һөжүмен ойоштора, Батум рейдында Төркиәнең ҡарауыл пароходын батыра.[46][47]
Тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр Шейнов янындағы еңеүҙән һуң башлана, әммә Англияның ҡыҫылыуы арҡаһында бик оҙаҡҡа һуҙылды. Ниһайәт, 1878 йылдың 19 ғинуарында Адрианополдә яҡынса тыныслыҡ шарттарына ҡул ҡуйыла һәм ике яҡ өсөн дә демаркация линияларын билдәләү менән килешеү төҙөлә. Әммә килешеүҙең төп шарттары румындар һәм сербтарҙың дәғүәләренә тап килмәгән тип табыла, ә иң мөһиме — Англия һәм Австрия шикләнеп ҡабул итә. Британия хөкүмәте парламенттан армияны мобилизациялау өсөн яңы кредиттар талап итә. Бынан тыш, 1 февралдә Дарданеллға адмирал Горнбиҙың инглиз эскадраһы инә. Быға яуап итеп рус баш командующийы икенсе көндө үк ғәскәрҙәрҙе демаркация линияһына ебәрә.
Рус хөкүмәтенең Англия эшмәкәрлеге арҡаһында Константинополды алыу тураһындағы белдереүе инглиздәрҙе ыҡҡа килтерә. 4 февралдә төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Горнби эскадраһы Константинополдән 100 саҡрым алыҫлыҡта китергә тейеш була, ә урыҫтар үҙ демаркация линияһы аръяғына кире ҡайтырға йөкләмә ала.
Февраль башында төрөктәр Рущук, Силистрия, Варди һәм Белградчик (һуңғы икәүһе — румындарға) ҡәлғәләрен бирә.
1878 йылдың 19 февралендә (иҫке стиль), тағы ике аҙна дипломатик маневр яһағандан һуң, ниһайәт, Төркиә менән яҡынса Сан-Стефан тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Сан-Стефан килешеүенең шарттары Англия менән Австрияны хәүефләндереүҙән тыш, бүлешеүҙә өлөш теймәгән румын һәм сербтарҙан артыҡ ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра. Австрия Сан-Стефан килешеүен тикшерер өсөн Европа конгресын саҡырыуҙы талап итә, һәм Англия был талапты хуплай.
Ике дәүләт тә хәрби әҙерлек башлай, рус яғы ла ҡурҡыныс янауға ҡаршы яңы саралар ҡабул итә: яңы ҡоро ер һәм диңгеҙ частары булдырыла, Балтик буйын оборонаға әҙерләү башлана, Киев менән Луцкта обсервация армияһы формалаша. Рәсәйгә асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ хәленә килгән Румынияға тәьҫир итеү өсөн унда 11-се корпус күсерелә, ул Бухарестты ала, һуңынан Румыния ғәскәрҙәре Бәләкәй Валахияға күсә.
Бөтөн был сәйәси ҡыйынлыҡтар төрөктәрҙе дәртләндереп ебәрә, һәм улар яңы һуғышҡа әҙерләнә башлаған: Константинополь янындағы нығытмалары көсәйтелә һәм унда ғәскәрҙәр туплана; төрөк һәм инглиз эмисссарҙары, рус ғәскәрҙәренең бер өлөшөн шунда күсерелеүенә өмөтләнеп, Родоп тауҙарында мосолман ихтилалын тоҡандырырға маташҡан.
Александр II Германияның аралашсылыҡ тураһындағы тәҡдимен ҡабул иткәнсегә, апрель аҙағына тиклем, киҫкенләшкән мөнәсәбәттәр дауам итә.
1 июндә кенәз Бисмарк етәкселегендә Берлин конгресы ултырыштары асылды, ә 1 июлдә Сан-Стефан килешеүен тамырынан ҡаты үҙгәрткән Берлин трактатына ҡул ҡуйыла. Был трактат башлыса Австро-Венгрия файҙаһына һәм Балҡан славяндары мәнфәғәтенә зыян килтереп төҙөлгән: Төркиәнән бойондороҡһоҙлоҡ алған Болгар дәүләтенең күләме 3 тапҡырға ҡыҫҡартыла, ә Босния менән Герцеговина Австрияға тапшырыла.
Һуңынан тарихсы М. Н. Покровский Берлин конгресының 1876 йылдың июнендә Рейхштадтта Австрия һәм рус императорҙары араһында булдырылған һәм 1877 йылдың ғинуарында Будапешт конвенцияһы раҫлаған йәшерен килешеүҙең ҡотолғоһоҙ һөҙөмтәһе булыуын билдәләй. " Берлин конгресында ҡатнашҡан бер рус дипломаты, — тип яҙған тарихсы, — һәм ваҡиғаларҙан һуң 30 йыл үткәс «Рәсәй Австрия менән конвенцияға тоғро ҡалырға теләһә, ниңә был хаҡта Сан-Стефан килешеүен төҙөгәндә оноторға ине?» — тип аптырап һораған. Рәсәйҙең 1877 йылдың ғинуарында рус-австрия конвенцияһы ҡарарҙарын, Берлин конгресында ҡатнашҡан Британия менән Австрия теләгәндәренең барыһын да үтәүен күрһәтә[48]. Әммә Австрия менән Германия яғынан «зыянлы» Берлин трактатына һәм «хыянатына» зарланған Рәсәй йәмәғәтселеге быны белмәгән, сөнки килешеү ҡәтғи сер итеп тотолған.
Рус ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары
"Хәрби-медицина отчёты"на ярашлы, урыҫтар юғалтҡан[3][49]:
А. Л. Гизетти Кавказ хәрби хәрәкәттәр театрында рус юғалтыуҙары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирә[50]:
Юғалтыуҙар | ||||
---|---|---|---|---|
Чиндар | Һәләк булған | Яраланған | Әсирлеккә төшкән | Бөтәһе |
Офицерҙар | 105 | 658 | — | 763 |
Түбәнге чиндар | 3415 | 15124 | 342 | 18881 |
Итого | 3520 | 15782 | 342 | 19644 |
Демограф Б. Ц. Урланис Рәсәй юғалтыуҙары тураһында ла мәғлүмәттәр килтерә: 15 567 кеше үлтерелгән, 56 652 яраланған, 6824 йәрәхәттәрҙән үлгән, 81 363 ауырыуҙарҙан үлгән, 3,5 мең хәбәрһеҙ юғалған, 1713 башҡа сәбәптәрҙән үлгән, 35 меңе һуғышҡа һәләтһеҙ тип танылған[51]. Рустарҙың һуғыштан башҡа юғалтыуҙарының (ауырыуҙарҙан) хәрби юғалтыуҙарҙан артыуы Төркиәнең юғалтыу статистикаһы менән бәйләнгән (ҡара: түбәнерәк). Был хәҙерге уҡыусыны ғәжәпләндерергә тейеш түгел, бындай күренеш шул дәүер өсөн ғәҙәти булған һәм, мәҫәлән, Ҡырым һуғышы осоронда ла күҙәтелгән.
Рус юғалтыуҙарының башҡа һанын Көнбайыш Европа сығанаҡтары килтерә. Әйтәйек, Э. Кнор үлтерелгән — 30 мең[52], ә доктор Г. Мораш 36 455 кеше һәләк булған һәм йәрәхәттәрҙән вафат булған тип хәбәр итә[53].
Рәсәй докторы Г. М. Герценштейн хәбәр итеүенсә, 1877 йылда Дунай армияһында үлтерелгәндәр һаны — 25 мең, ә Кавказ армияһында 5 мең кеше тәшкил иткән[54]. Ул һуғышта туранан-тура ҡатнашыусы доктор Ю. К. Кёхер рәсми булмаған мәғлүмәттәр нигеҙендә артығы менән мәрхүмдәр һанын килтерә: 27 мең тәшкил итә (бер ни тиклем уларға хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа индерелгән). Кёхер шулай уҡ 1 мәрхүмгә — 3 яралы нисбәтен килтерә[55].
Хәҙерге румын тарихсыһы мәғлүмәттәре буйынса, Румыния армияһының юғалтыуҙары 1350 кеше һәләк булған һәм яраланған[4]. Рәсәй тарихсылары Румыния юғалтыуҙарының дөйөм һанын яҡынса 10 000 кеше тип баһалай[56].
Ул һуғыштың 24 алышында төрөктәрҙе юғалтыуы урыҫтарҙың юғалтыуҙарынан уртаса 5 %-ҡа күберәк булыуы нигеҙендә Б. Ц. Урланис, төрөктәрҙә 17 мең үлтерелгәндер, тип уйлай[3].
Төркиә һәм Рәсәй сығанаҡтары буйынса, дөйөм юғалтыуҙар 30 мең һәләк булған, төрлө йәрәхәттәрҙән һәм ауырыуҙарҙан 90 мең вафат булған[57][58].
Сығанаҡтарҙа әсирлеккә алынған төрөк һалдаттары араһында ярайһы уҡ айырма бар. Шулай итеп, бер мғлүмәт буйынса 100 меңдән ашыу төрөк һалдат һәм офицеры әсирлеккә эләккәнref name="автоссылка1" />, шуларҙың 50 меңгә яҡыны Рәсәй тотҡонлоғонда үлгән[59]. Хәрби хәрәкәттәр барышында рәсми баҫылып сыҡҡан рәсми мәҡәләләргә һылтанма яһап, хәрби-медицина отчетында тотҡондар иҫәбе 125 770 кеше тәшкил итә, уларҙың 113 015 Дунай армияһына, 12 755 кеше Кавказ армияһына эләккән тип билдәләнгән.[60] Әммә ғәмәлдәге армиянан ҡабул ителгән әсирҙәр буйынса хәрби округтарҙан алынған мәғлүмәт йыйылмаһы (һуғыш ваҡытында әсир төрөктәрҙе Рәсәйгә алып сыҡҡандар) 141 708 тотҡон һанын бирә (бынан тыш, тотҡондарҙың ҡайһы берҙәре яраларҙан һәм ауырыуҙарҙан үлгән йәки улар Рәсәйгә килгәнсе ҡасҡан)[61].
Рус православие сиркәүе армияға ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күрә. Һуғышҡа тиклем үк баҫылып сыҡҡан Синодтың 1876 йылдың 24 ноябре — 1 декабрендәге Указы бөтә ҡатын-ҡыҙҙар монастырҙарында һәм общиналарында «мәрхәмәтле апай-һеңлеләр» отрядтарын ойошторорға һәм унда яраларҙы эшкәртеү өсөн материалдар етештереүҙе яйға һалырға ҡуша[62]. Синодтың 1877 йылдың 3 — 15 мартындағы указы ирҙәр монастырҙарына монахтарҙан һәм послушниктарҙан «мәрхәмәтле ағай-ҡәрҙәштәр» отрядтарын ойошторорға ҡушҡан[62]. Һуғыш ваҡытында күп монастырҙарҙа госпиталдәр асыла һәм яралы яугирҙар файҙаһына иғәнәләр йыйыла[63].
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Территориальные изменения в Закавказье | |
Рәсәй Бессарабияның Ҡырым һуғышынан һуң юғалған көньяҡ өлөшөн кире ҡайтара, әрмәндәр һәм гректар йәшәгән Карс өлкәһен ҡуша һәм грузиндар йәшәгән стратегик мөһим Батум өлкәһен ала (порт-франко ойоштороу шарты менән, әммә тиҙҙән ҡаланы һаҡлау өсөн Михайлов ҡәлғәһе төҙөлә).
1878 йылдың 4 июнендәге Ғосман империяһы менән килешеүгә ярашлы, Бөйөк Британия Кипрҙы баҫып ала; бының өсөн ул Төркиәне Кавказ аръяғында артабан Рәсәй империяһынан яҡлау бурысын ала. Карс менән Батуми урыҫтар ҡулында ҡалғанға тиклем Кипрҙың оккупацияһы дауам итергә тейеш була[65].
1879 йылда Рәсәй менән Төркиә араһында Константинополь солох килешеүенә ҡул ҡуйыла, ул Сан-Стефан килешеүенең Берлин трактаты юҡҡа сығармаған һәм үҙгәртмәгән шарттарын нығытҡан. Килешеү Төркиә Рәсәй файҙаһына (800 миллиондан ашыу франк) аҡсалата түләү, шулай уҡ һуғыш ваҡытында Ғосман империяһында булған һәм зыян күргән Рәсәй подданныйҙарына һәм учреждениеларына компенсациялар түләү буйынса килешеү төҙөгән. Шулай уҡ килешеү Ғосман империяһы подданныйҙарына — балҡан халыҡтарының ғосман хакимлығына ҡаршы азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡандарға амнистияны күҙ уңында тотҡан.
Һуғыш йомғаҡтары буйынса ҡуйылған сиктәр, ҡайһы бер үҙгәрештәр енән, 1912—1913 йылдарҙағы Балҡан һуғыштарына тиклем көсөн юғалтмаған:
Һуғыш Бөйөк Британияның Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙәге конфронтациянан яйлап сигенеүенә булышлыҡ итә. 1875 йылда Суэц каналы инглиз контроленә күскәс, Британияның Төркиәнең артабанғы көсһөҙләнеүенә юл ҡуймаҫҡа ынтылышы кәмей бара. Англия сәйәсәте 1882 йылда Бөйөк Британия баҫып алған һәм 1922 йылға тиклем инглиз протектораты булып ҡалған Мысырҙа инглиз мәнфәғәттәрен яҡлауға күсә. Инглиздәрҙең Мысырҙа алға китеүе Рәсәй мәнфәғәттәренә туранан-тура ҡағылманлыҡтан, ике ил мөнәсәбәттәрендә көсөргәнеш әкренләп кәмей. Инглиздәр шулай ҙа Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флотының көсәйеүен һәм көньяҡ славяндарға ярҙам итергә маташыуына үтә ауыр кисергән.
1907 йылдың 31 авгусындағы инглиз-рус килешеүе менән Урта Азия буйынса компромисс төҙөгәндән һуң хәрби союз мөнәсәбәттәренә күсә. Антантаның — Германия етәкләгән Үҙәк державалар блогына ҡаршы торған инглиз-француз-рус коалицияһының — барлыҡҡа килеүе ошо датанан башлап иҫәпләнә. Был блоктарҙың ҡаршы тороуы 1914—1918 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышына килтерә.
Авторы | Китаптың исеме | Йылы | Тасуирламаһы |
---|---|---|---|
Толстой Лев Николаевич | «Анна Каренина» | 1873—1877 йыл | Эпилогта Вронский азатлыҡ һуғышына үҙе теләп китә. Толстой дворяндар һәм крәҫтиәндәрҙең һуғышҡа ҡарашын күрһәтә. |
Гаршин Всеволод Михайлович | «Четыре дня» | 1877 йыл | Һуғышты яугир күҙлегенән күрһәткән пацифистик хикәйә. |
Гаршин Всеволод Михайлович | «Из воспоминаний рядового Иванова» | 1883 йыл | |
Немирович-Данченко Василий Иванович | «Скобелев»[66] | 1886 йыл | Скобелев Михаил Дмитриевич тураһында иҫтәлектәр. |
Иван Вазов | «Под игом» | 1888 йыл | Болгар халҡының төрөктәр хакимлығына ҡаршы көрәше сағыла |
Краснов Пётр Николаевич | «Цареубийцы» | 1938 йыл | Әҫәрҙең икенсе өлөшө һуғыштың тәүшарттарын, һуғышырға әҙерлектең һәм хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнашыу һүрәтләнә. |
Пикуль Валентин Саввич | «Баязет» романы | 1960 йыл | Төп темаһы — Рустарҙың Баязет ҡәлғәһендә ҡамауҙа ултырыуы. |
Васильев Борис Львович | «Были и небыли» | 1981 йыл | |
Борис Акунин | «Турецкий гамбит» | 1998 йыл | Рус-төрөктһуғышы фонында һүрәтләнгән детектив.[67] |
Фильм | Йыл | Тасуирламаһы |
---|---|---|
«Герои Шипки» | 1954 | Тарихи фильм |
«За Родину» | 1977 йыл | Тарихи фильм (Румыния) |
«Юлия Вревская» | 1977 | Тарихи фильм (СССР—Болгария) |
«Путь к Софии» | 1979 йыл | болгар сериалы |
«Баязет» (телесериал) | 2003 йыл | рәсәй телесериалы |
«Турецкий гамбит» | 2005 йыл, 2006 йыл | рәсәй фильмв һәм сериалы |
«Русский крест над Балканами» 2016 йыл 17 июнь архивланған. | 2009 | Рәсәй телефильмы |
«Институт благородных девиц» (телесериал) | 2010 йыл—2011 йыл | рәсәй телесериалы |
«Не нам, не нам, а Имени Твоему»[68] | 2018 | Документаль фильм (Рәсәй) |
1878 йылдың 17 апрелендә император Александр II дәүләт наградаһын — «1877-1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы иҫтәлегенә» миҙалын булдыра. Уға хәрбиҙәр, моряктар, ополченецтар һәм армия тылдарын һаҡлаусы башҡа кешеләр лайыҡ була.
Болгарияла был һуғыш Азатлыҡ һуғышы исеме менән билдәле. Был һуғыштың төп яуҙары үткән хәҙерге Болгария территорияһында болгар халҡының азатлығы өсөн көрәшкән рустарға 400-ҙән ашыу һәйкәл урынлашҡан.
1886 йылда Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта һуғышта ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған рус ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығы хөрмәтенә Дан колоннаһы һалына. Һәйкәл һуғышта төрөктәрҙән тартып алынған биш рәт пушкаларынан торған 28 метрлыҡ колоннанан ғибәрәт. Колоннаның өҫкө яғында еңеүселәрҙең баш осонда һуҙылған ҡулына лавр веногы тотҡан гений урынлашҡан була. Һәйкәлдең пьедесталы бейеклеге яҡынса 6½ метр метр булған, колоннаның дүрт яғынан да һуғыштың төп ваҡиғалары һәм унда ҡатнашҡан хәрби частарҙың атамалары төшөрөлгән бронза таҡтаташтар ҡуйылған[69]. 1930 йылда һәйкәл һүтелә һәм эшкәртелә. 2005 йылда — элекке урынында тергеҙелә.
Мәскәүҙә Плевнаны алыуҙың биш йыллығына ҡарата тантаналы рәүештә «1877-1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә» Александр Невскийҙы изгеләндергән часовня асыла. Шул уҡ ҡалала Ильинские Ворота майҙанында Плевна янындағы һуғыштың ун йыллығы көнөндә тере ҡалған гренадерҙар — Плевна һуғышында ҡатнашыусыларҙың ирекле иғәнәләренә төҙөлгән Плевна геройҙарына һәйкәл булдырыла.
1898 йылда Константинополь эргәһендәге Сан-Стефано (Ешилькёй) ауылында рус яугирҙарының туғандар ҡәберлегендә тантаналы рәүештә һәйкәл-часовня изгеләндерелә[70]. 1914 йылда был мемориал емерелгән.[71]. 2012 йылдың декабрендә ғибәҙәтхананы-һәйкәлде тергеҙеү тураһында килешеү төҙөлә[72].
2013 йылда Рәсәй һәм Болгария һуғыш тамамланыуға 135 йыл тулыуға арналған берлектәге почта блогы сығарҙы.
2018 йылда Рәсәй һәм Болгария һуғыш тамамланыуҙың 140 йыллығына арналған берлектәге почта блогын сығарҙы[73].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.