Ыласын менән һунар итеү картинаһы авторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Рубо Франц Алексеевич (17 июнь 1856 йыл, Одесса, Рәсәй империяһы — 13 март 1928 йыл, Мюнхен, Веймар республикаһы[7]) — Рәсәй империяһы панорамасы рәссамы, академик һәм Император Художество академияһының баталиялар оҫтаханаһы етәксеһе.
Франц Алексе́евич Рубо́ 1856 йылдың 17 июнендә Одесса ҡалаһында Рәсәйҙә төпләнгән француз коммерсанты ғаиләһендә тыуған.
1865—1877 йылдарҙа — Одесса һүрәт төшөрөү мәктәбендә, ә 1878—1883 йылдарҙа Мюнхен Рәсем сәнғәте Академияһында уҡыған. Баталиялар төшөрөү буйынса белгеслеккә әҙерләнгән.
1903 йылдан Рубо Император художество Академияһының баталиялар оҫтаханаһы профессор — етәксеһе.
1912 йылда Рубо тулыһынса Германияға күсә. Һуңғы йылдарҙа заказсылары булмай, уны онотоп бөтәләр тиерлек.
Франц Рубо 1928 йылдың 13 мартында Мюнхенда вафат була.
Рәссамдың ейәнсәре — Сильвия Рубо, Мюнхенда 1941 йылда тыуған. Ул — абстракционист рәссам[8].
2010 йылда, Севастополь панорамаһы юбилейына Сильвия Рубо «Фрагменты живописного полотна Панорамы Ф. А. Рубо „Штурм 6 июня 1855 года“» каталогына баш һүҙ яҙа һәм музейға ғаилә архивынан ике фотография бүләк итә[9].
Франц Рубо өс баталия панорамаһы авторы: «Оборона Севастополя», «Бородинская битва», «Штурм аула Ахульго». Рәсәйҙең панорама рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, ике йөҙләп монументаль полотно яҙған.
Рәсәйҙә ҡоштар менән һунар итеү киң таралған була. Йышыраҡ был маҡсатта ыласын ҡош файҙаланылған. Әммә Х1Х быуат урталарына был шөғөл популярлығын юғалта бара, бигерәк тә батша Алексей Михайловия вафатынан һуң ыласын өйрәтеүселәр ҙә кәмей, етмәһә, ваҡ малға тейә тип, йыртҡыс ҡоштарҙы күпләп ҡырыу башлана.
Бик һирәк төбәктәрҙә генә, шул иҫәптән, Ырымбур губернаһында ҡош менән һунарға йөрөү һаҡлана.
Һуңғы тапҡыр рәсми рәүештә батшаның ыласын менән һунарға сығыуы 1856 йылда теркәлгән[10]. Был Мәскәүҙә император Александр II коронацияһына — таж кейҙереүгә бәйле тантаналар ваҡытында булған.
1856 йылдың сентябрендә Ырымбур генерал-губернаторы граф Перовский Василий Алексеевич император коронацияһына аусы ҡоштары менән башҡорттарҙы ебәрә.
Башҡорттарҙан был тантанаға Фәхретдин Өмөтбаев делегация алып бара. Таж кейҙереү тантаналарына бәйле саралар ваҡытында ыласын менән һунар итеүҙе ойоштора. Шуның өсөн император Александр II Фәхретдин Өмөтбаевҡа бриллиант ҡашлы йөҙөк бүләк итә[11].
Рәссам Ф. Рубо ошо ваҡиға айҡанлы «Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнашлығында ыласындар менән һунар итеүе» исемле картинаһын яҙа. Ул 1911 йылда Н. И. Кутеповтың «Великокняжеская, царская и императорская охота на Руси» тигән 4 томлыҡ очерктарында баҫылып сыға[12]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.