Рокфеллер Джон Дэвисон
From Wikipedia, the free encyclopedia
Джон Дэвисон Рокфеллер[12] (ингл. John Davison Rockefeller; 8 июль 1839(18390708), Ричфорд[en], Нью-Йорк штаты — 23 май 1937, Ормонд-Бич[en], Флорида) — Америка эшҡыуары, филантроп, кешелек донъяһы тарихында беренсе рәсми доллар миллиардеры[13][14].
1870 йылда Standard Oil компанияһына нигеҙ һала һәм 1897 йылда рәсми рәүештә пенсияға сыҡҡанға тиклем уға идара итә[15]. Standard Oil компанияһы Огайо штатында Джон Рокфеллер, уның ҡустыһы Уильям Рокфеллер, Генри Флэглер, Джабез Боствик, химик Сэмьюэл Эндрюс һәм тауыш биреү хоҡуғы булмаған партнер Стефан Харкенсберҙарҙың партнерҙар компанияһы булараҡ асыла. Кәрәсин менән бензинға ихтыяж ҡырҡа артҡанға күрә, Рокфеллерҙарҙың байлығы ла арта. Һәм ул донъялағы иң бай кеше булып китә, вафаты мәлендә уның мөлкәте 1,4 миллиард АҠШ доллары (1937 йыл номиналы) йәки АҠШ-тың Эске Тулайым Продуктының 1,54 процентын тәшкил итә[16][17][18][19][20]. Инфляцияны иҫәпкә алып, The New York Times уның байлығын 2006 йыл эквивалентында яҡынса 305 миллиард долларға баһалай[21], ә 2018 йыл эквивалентында 389 млрд доллар була.
Рокфеллер АҠШ филантроптарының береһе була, Рокфеллер Фонды, мәғарифҡа, медицина тикшеренеүҙәренә, атап әйткәндә, һары биҙгәк менән көрәшкә бик күп аҡса бүлә. Шулай уҡ у Чикаго һәм Рокфеллер университеттарына нигеҙ һала. Баптистар динен тота һәм бөтә ғүмере буйы сиркәүҙәренә хәйриә ярҙамы күрһәтә. Тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы һәм бик тәҡүәле христиан булараҡ билдәләнә, уны шуның өсөн партнерҙары «Дьякон» тип йөрөтә. Ул һәр саҡ сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу, алкоголь һәм тулыһынса тәмәке тартыуҙан баш тартыу яҡлы була[22]. Дүрт ҡыҙ һәм Рокфеллер фондына идара итеүҙе мираҫ итеп алған бер ул үҫтерә.