инглиз иҡтисадсыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Дави́д Рика́рдо (ингл. David Ricardo, 18 апрель 1772, Лондон — 11 сентябрь 1823, Гатком-Парк) — инглиз иҡтисадсыһы, сәйәси экономия классигы, Адам Смиттың эйәрсене һәм бер үк ваҡытта оппоненты, ирекле конкуренция шарттарында килем нормаһының түбәнәйеү тенденцияһын аса, ер рентаһы формалары тураһындағы теорияларҙы эшләй. Адам Смиттың тауарҙың ҡиммәте уны етештереүгә киткән хеҙмәт күләменә ҡарап билдәләнеүе идеяһын үҫтерә, был ҡиммәттең йәмғиәттәге төрлө синыфтар араһында нисек бүленеүен аңлатҡан бүлеү теорияһын эшләй.
Давид Рикардо 1772 йылдың 18 апрелендә Лондонда тыуа. Ул тыуыр алдынан Англияға Голландиянан эмиграциялаған португал-йәһүд (сефард) ғаиләһенән сыҡҡан. Ул Эбигейль Дельваллеға өйләнгән биржа маклеры Абрахам Рикардоның 17 балаһының 3-сөһө була. 14 йәшенә тиклем Голландияла уҡый, 14 йәшендә Лондон фонд биржаһында эшләгән атаһына ҡушыла, унда биржа операцияларын башҡарыуҙа атаһына ярҙамлашып, коммерция нигеҙҙәрен төшөнә башлай. 16 йәшенә Рикардо биржала атаһының йомоштарының күбеһен үҙ аллы башҡара ала.
21 йәшендә Рикардо, традицион йәһүдилектән баш тартып, унитарианлыҡҡа күсә һәм квакер динендәге Присцилла Энн Уилкинсонға өйләнә. Бының өсөн уны атаһы мираҫтан мәхрүм итә, әсәһе башҡа бер ваҡытта ла уның менән һөйләшмәй. Шулай итеп, Рикардо ғаилә ярҙамынан ҡолаҡ ҡаға, әммә был ваҡытҡа ул 800 фунт туплап өлгөргән була, был сумма ул заман өсөн ҡара эшсенең 20 йыллыҡ эш хаҡына йәки 2005 йылдағы 50 мең фунтҡа тиң була, биржа операцияларында ла үҙен һәм йәш ҡатынын тәьмин итә алырлыҡ тәжрибәгә эйә була.
5—6 йылдан ул биржа операциялары оҫтаһына әйләнә, ә 12 йылдан биржа маклеры эшен ташлай. 38 йәшенә ул эре финанс фигураһы булып китә. 42 йәшендә иҡтисад теорияһы өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә башлай. Был ваҡытҡа уның, төрлө баһалар буйынса, 500 меңдән 1 миллион 600 меңгә тиклем фунты була[11]. Глостерширҙа поместье һатып ала һәм бай ер биләүсе тормошо алып бара.
1799 йылда Адам Смиттың «Халыҡтар байлығы» тигән китабын уҡығандан һуң иҡтисад теорияһы менән ҡыҙыҡһына башлай. 1809 йылда иҡтисад буйынса беренсе мәҡәләһен яҙа. Рикардоның төп хеҙмәте — «Сәйәси экономия һәм һалым һалыу башланғыстарыruen» тигән 1817 йылда яҙылған китабы.
Рикардо төрлө синыфтарҙың мәнфәғәттәрен бәрелештергән киҫкен һорауҙар менән ҡыҙыҡһына. Бөтәһенән элек ундай һорауҙар иҫәбенә илгә индерелә торған игенгә һалынған пошлиналар һорауы инә. Пошлиналар ер биләүселәргә отошло була, ләкин фабриканттарҙы эшселәргә улар ҡиммәтле икмәкте һатып ала алһын өсөн эш хаҡын арттырырға мәжбүр итә. Рикардо, үҙе ер биләүсе булһа ла, сәнәғәтселәрҙең мәнфәғәтен яҡлай<ref name="Хайлбронер">.
1819 йылда эшҡыуарлыҡтан бөтөнләй китә һәм Ирландияның һайлау округтарының береһенән Общиналар палатаһы ағзаһы итеп һайлана — Рикардо депутат мандатын урындағы бер лендлордтан һатып ала. Парламентта урын биләгәс, Рикардо был юл менән депутат булыу мөмкинлеген ябыусы реформа яҡлы була. Рикардо формаль рәүештә идара итеүсе тори партияһына ла, оппозициялағы вигиға берекмәй. Виги уға нығыраҡ оҡшай, уларҙың даирәләрендә үҙе лә абруйлы була, ләкин гел бойондороҡһоҙ позицияла ҡала һәм ҡайһы берҙә уларҙың ҡарашына ҡаршы тауыш бирә. Йыш сығыш яһай, башлыса иҡтисад мәсьәләләре буйынса, «иген закондарына» ҡаршы сыға һәм иҡтисадты либералләштереү, ирекле сауҙа, дәүләт бурысын кәметеү һ.б. яҡлы була.
Рикардо тирәһендә уның эйәрсендәре Джеймс Милль, Джон Рамсей Мак-Куллох, Эдуард Уэст (1782—1828) һәм Томас де Квинси туплана. Томас Мальтус менән дуҫлыҡ бәйләнештәрендә тора, уның менән даими полемикалар ҡора, Жан Батист Сэй менән дә дуҫ була. 1821 йылда Англияла беренсе сәйәси экономия клубын ойоштора.
51 йәшендә Глостерширҙа ҡолаҡ инфекцияһынан вафат була.
Рикардоның һигеҙ балаһы була, уларҙың икеһе — Осман менән кесе Давид — парламент ағзаһы, ә Мортимер король гвардияһы офицеры була.
Иҡтисадҡа дәүләттең ҡыҫылышын инҡар иткән һәм ирекле эшҡыуарлыҡты, ирекле сауҙаны күҙҙә тотҡан иҡтисади либерализм концепцияһы яҡлы була.
Рикардоның иҡтисади теорияһының төп моменттары:
Рикардо беренселәрҙән булып камил конкуренция шарттарында хеҙмәт сығымдары теорияһының тауарҙар менән хаҡтар нисбәтен тулыһынса аңлата алмауын күрһәтһә лә, ул ҡиммәттең хеҙмәт теорияһын яҡлап сыға, сөнки ул уның моделен һүрәтләү өсөн ҡулайлы була[12].
Хеҙмәт тәбиғи һәм баҙар ҡиммәтенә эйә:
Рикардо шулай уҡ капитал теорияһын, аҡса теорияһын, етештереүҙе үҫтереү теорияһын, сағыштырма өҫтөнлөктәр теорияһын, процент һәм капиталға килем теорияһын һ.б. эшләгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.