From Wikipedia, the free encyclopedia
Райман (рус. Райманово; боронғо атамаһы Кинйәкәй) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 949 кеше булған[1]..
Почта индексы — 452752, ОКАТО коды — 80251870004.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | |||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Райман ауылы 1715 йылдан алып билдәле, керҙәшлек килешеүе буйынса бында типтәрҙәр килеп ултырған. Ул Өҫән йылғаһы буйында урынлашҡан.Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 йылда 106 кеше, 1865 йылда 75 йортта — 568 кеше иҫәпкә алынған.Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, сауҙа менән шөғөлләнгән. Мәсет, һыу тирмәне, 20 бакалея кибете булғанлығы билдәле. 1906 йылда 2 мәсет, һыу тирмәне, тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Халҡы: 1906 й. — 1106 кеше; 1920—1302; 1939—1207; 1959—626; 1989—577; 2002—817; 2010—970 кеше йәшәгән. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы «Алға» крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.