Пьедрас-Неграс харабалары (исп. Piedras Negras) — майя мәҙәниәтенең классик осорҙа иң ҙур археология ҡомартҡыларының береһе. Керамика табылдыҡтарға ҡарағанда, ҡала беҙҙең эраға тиклем 700 йылдан алып беҙҙең эраның 820 йылдарына тиклем йәшәгән, ә ныҡ үҫешеән осоро беҙҙең эраның 600 — 810 йылдарына тура килә

Ҡыҫҡа факттар Культура, Дәүләт ...
Пьедрас-Неграс
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist.
Thumb
Культура Майя
Дәүләт  Гватемала
Административ-территориаль берәмек Чьяпас[d]
Thumb
 Пьедрас-Неграс Викимилектә
Ябырға

Хәҙерге атамаһы «Negras Piedras» (исп. «ҡара таш») биналарҙы ҡорған ваҡытта ҡулланылған таш төҫөнән килә. Ҡаланың үҙенсәлекле исеме майя телендә Йо’ки’б («инеү» йә «ҡапҡа») кеүек яңғырай. Усумасинта йылғаһы буйында ҡая тора, унда Йо’ки’б (ҡаланың боронғо исеме) тамғаһы уйып яҙылған .

Ҡала Гватемалала Петен департаментының көнбайышында, «Сьерра-дель-Лакандон» милли паркы территорияһында урынлашҡан. Ул майя Усумасинта (Йокиб) батшалығының баш ҡалаһы була һәм шул уҡ исемле йылғаның төньяҡ ярында урынлаша. Бер нисә башҡа, хәҙер Ла-Хойянка, Ла-Онрадес, Пахараль, Сапоте-Бобаль һәм Ла-Пасадита исемдәре менән билдәле ҡалалар менән уратып алына.

Ҡалала туп уйындары өсөн ике стадион, көмбәҙҙәр менән бер нисә һарай, шулай уҡ пирамидаль ғибәҙәтханалар табыла, ғибәҙәтханаларҙың береһе мәмерйәләр юлы менән тоташҡан була. Ҡалала бик яҡшы стелалар һәм рельеф һүрәттәр менәнпанелдәр табыла.

Классик осорҙа ҡала Тикаль менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен тота һәм Йашчилан менән дошманлаша.

Билдәле рус сығышлы Америка археологы Проскурякова Татьяна оҙаҡ ваҡыт Пьедрас-Неграсты өйрәнә һәм һүрәтен төшөрә. СССР-ҙа билдәле булмаған яҙыуҙарының күсермәһен ала, улар майя яҙмаларын аңлатыуҙы раҫларға мөмкинлек бирә, уны В. Кнорозов тамалап ҡуя. Татьяна Проскурякова ошонда уҡ ерләнә.

Йокиб хакимдары

  • Ицамканахк (Itzamk'anahk) I («A хакимы») (460 тирәһе)
  • «B хакимы» (478. тирәһе)
  • Ах-Кауак-Ах-Кин (Ah Cauac Ah K'in) Ah K') («Tooth Turtle») (508 – 510)
  • «C хакимы» (514 – 518)
  • Кинич-Йональ-Ахк (K'inich Yo'nal Ahk) I («1-се хаким») (603 – 639)
  • Ицамканахк ((Itsamk'anahk) II («2-се хаким ») (639 – 686/9)
  • Кинич-Йональ-Ахк (K'inich Yo'nal Ahk) II (« 3-сө хаким») (687 – 729)
  • «4-се хаким» (729 – 757)
  • Йональ-Ахк (Yo'nal Ahk) III («5-се хаким») (758 – 767)
  • Ха-Кин-Шок (Ha' K'in Xook) (767 – 781)
  • «7-се хаким» (шулай уҡ «6-сы хаким») (781 – 808?)

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.