![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/31/Hexagonal_Prism_BC.svg/langba-640px-Hexagonal_Prism_BC.svg.png&w=640&q=50)
Призма (геометрия)
геометрияла күләмле есем / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Күпҡыр При́зма (лат. prisma бор. грек. πρίσμα «бысып алынған нимәлер» һүҙенән) — ике ҡыры параллель яҫылыҡтарҙа ятҡан конгруэнт (тигеҙ) күпмөйөштәр, ә ҡалған ҡырҙары — был күпмөйөштәр менән уртаҡ яҡтары булған параллелограммдар булған күпҡыр. Был параллелограмдар призманың эргә ҡырҙары тип аталалар, ә ҡалған ике күпмөйөш уның нигеҙҙәре тип аталалар.
Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа өйрәнелә, Грань политопа ...
Призма | |
![]() | |
Ҡайҙа өйрәнелә | стереометрия[d] |
---|---|
Грань политопа | күпмөйөш һәм параллелограмм |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
![]() |
Ябырға
Нигеҙендә ятҡан күпмөйөш призманың исемен билдәләй: өсмөйөш — өсмөйөшлө призма, дүртмөйөш — дүртмөйөшлө; бишмөйөш — бишмөйөшлө (пентапризма) һ. б. ш.
Призма цилиндрҙың дөйөм мәғәнәләге айырым осрағы булып тора (түңәрәк булмаған).