Польша тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Польша тарихы — Көнсығыш Европала X быуат аҙағы — XI быуат башында барлыҡҡа килгән көнбайыш славян дәүләте тарихы. Польша тарихы барлыҡҡа килеүен уның тәүге хакимы Мешко I менән бәйләйҙәр. Ул 966 йылда суҡындырылған, Болеслав Ҡаһарман 1025 йылда Польша дәүләтенең беренсе короле булараҡ тәхеткә ултыра. 1138 йылдан алып Польша менән Пясттар династияһы хакимлыҡ итә. Улар ҡайһы бер кенәздәргә бүлеп бирелгән биләмәләрҙән башҡа бөтә ил территорияһына хаким була.
Кенәз Болеслав Кримуттың (Ҡыйышауыҙ) мираҫ тураһындағы акты буйынса 150 йыл буйы поляк ерҙәре бүлгеләнеүгә дусар ителә. Илде яңынан берләштереү XIII быуат аҙағында башлана һәм 1320 йылда Владислав Тәбәшәктең тәхеткә ултырыуы менән тамамлана. Владиславтың улы Бөйөк Казимир 1370 йылда тәхет вариҫын ҡалдырмай үлә һәм Пястар династияһы бөтә. Польшала власть Ангевандтарға (Людвик Венгерски һәм Ядвига), ә унан һуң — Ядвига Литваның Бөйөк кенәзе Ягайлоға кейәүгә сыҡҡас, Ягеллондарға күсә.
1569 йылда Польша менән Литва даими союз тураһында Люблин унияһын төҙөй (Речь Посполитая). Речь Посполитаяла 1573 йылдан алып ирекле һайланған король хакимлыҡ итә. Был Европалағы иң ҙур дәүләттәрҙең береһе була. 1634 йылда Рәсәй менән Поляновка солохо тураһында килешеү (Поляновский мир) төҙөгәндән һуң уның майҙаны 990 мең км² етә. Был башҡа Европа илдәрендә абсолют монархия тәртибе урынлашҡан осорҙа Польшала күп һанлы аристократия хакимлығы һәм парламент системаһы урынлаша. Был дәүләттең сәскә атҡан осоро һуңғы Ягеллондар хаким иткән заманға тура килә.Улар хакимлығы XVII быуат уртаһы һуғыштары осоронда тамамлана.
XVIII быуатта Польшала анархия башлана тиергә була, унда әкренләп Рәсәйҙең йоғонтоһо көсәйә, ә быуат аҙағында өс ил (Пруссия, Австрия, Рәсәй) Польшаны үҙ-ара бүлешкәндән һуң, был дәүләт бөтөнләй юҡҡа сыға. XX быуатҡа тиклем бойондороҡһоҙ поляк дәүләте бөтөнләй булмай, ара-тирә уның биләмәләрендә бик аҙ ғына ваҡытҡа Варшава герцоглығы, Поляк короллеге йәки Познань Бөйөк кенәзлеге кеүек дәүләттең рудименттары булдырыла. Польша дәүләте яңынан Беренсе донъя һуғышынан һуң , Икенсе Польша Республикаһы илде бүлгеләгән дәүләттәр тарҡалғас ҡына тергеҙелә. Ул 1939 йылға тиклем, йәки Икенсе донъя һуғышы башланғансы йәшәй. 1939 йылдың 1 сентябрендә фашистик Германия Польшаға һуғыш башлай, уның көнбайыш ерҙәрен баҫып ала, ә көнсығыштағы ерҙәргә (Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украина) совет ғәскәрҙәре инә. Тик 1944 йылда ғына Совет Армияһы һәм Польша халыҡ армияһы (Армия людове) немец ғәскәрҙәрен Польша еренән ҡыуа башлай. 1948—1949 йылдарҙа Көнсығыш Европа илдәрендә коммунистик режим урынлаша. 1952 йылдан дәүләт Польша Халыҡ Республикаһы тип атала. 1989 йылға тиклем был дәүләттә төп ролде Польша Берҙәм Эшселәр партияһы уйнай. Бынан тыш уның союздаш партиялары ла — ЗСЛ һәм СД була. 1980 йылдарҙа Польшала халыҡ хәрәкәте башлана. 1989 йылда үткән һайлауҙарҙан һуң илдә демократлаштырыу процессы һәм иҡтисади реформалар башлана. Өсөнсө Польша Республикаһы — НАТО (1999) һәм Европа берлеге (2004) ағзаһы.