Политеизм
бер нисә хоҙайға ышаныуға нигеҙләнгән донъяға дини ҡараш / From Wikipedia, the free encyclopedia
Политеи́зм (грек. πολύς, «күп һанлы» + грек. θεός, «алла» — «күп аллалыҡ»[1]) — бер нисә аллағы ышаныуға нигеҙләнгән донъяға дини ҡараш, ғәҙәттә аллалар пантеонға йыйылған була; күп аллаға ышаныусылыҡ[2].
Политеизм дини система һәм теизм тибы булып тора, политеизм монотеизмға — бер аллаға ышаныуға, һәм атеизмға — алланың булыуын инҡар итеүгә ҡаршы тора.
Политеизм христиан, буддизм, ислам диндәрендә мәжүсилек(язычество) тип ҡабул ителә.