Пит Сампрас
From Wikipedia, the free encyclopedia
Петрос (Пит) Сампрас[8] (ингл. Petros “Pete” Sampras, 12 август 1971 йыл, АҠШ, Вашингтон) — грек сығышлы Америка тенниссыһы.
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Ҙур шлем» турнирының яңғыҙ разрядында 14 тапҡыр еңеүсе, 286 аҙна буйына ирҙәр араһында донъяның беренсе ракеткаһы.Уның был рекордын 2012 йылда башлап Роджер Федерер тарафынан үтеп китә.
Тарих барышындағы бөйөк тенниссыларҙың береһе. Уйнау стиле үҙенсәлеге: тупты бик көслө итеп беренсе тапҡыр ырғытҡандан һуң һәм икенсе тапҡыр ырғытҡандан һуң да сеткаға сығып, агрессив уйнау.
Көслө, ышаныслы, бер аҙ өйрөлтә биреп, ҙур тиҙлек менән тупты осороу, форхенд (тупты уң яҡтан һуғыу), бер ҡул менән бэкхенд (тупты һул яҡтан һуғыу) форхендҡа ҡарағанда ышанысһыҙыраҡ булһа ла өйрөлтөп һуғыуы менән отошло , филигранлы рәүештә осоп барған туп менән уйнау, бик яҡшы смэш (Сампрастың фирмалы һуғыуы, ошо ысулы өсөн уны пресса йыш ҡына «теннис Джорданы» тип йөрөтә), һәм реверс (баш өҫтөнән һул яҡтан һуғыу) — Сампрасҡа уңыш килтергән уйын ысулдары.
Төп тактикаһы — максималь тиҙлектә сеткаға йүгереп сығыу һәм уйынды осоп барыусы тупты һуғып отоу менән тамамлау.
Иң яҡшы һөҙөмтәләренә Пит Сампрас тиҙлекте шәп тоторға ярҙам иткән сәселгән ҡыҫҡа үләндә һәм бетонда уйнағанда өлгәшә, ә ябай ерҙә (грунтта) уйнағанда уның һөҙөмтәләре бик үк уңышлы сыҡмай.