From Wikipedia, the free encyclopedia
Пискарев Пётр Васильевич (18 июнь 1912 йыл — 31 декабрь 1976 йыл) — совет хәрби начальнигы, танк ғәскәрҙәре генерал-майоры. 79-сы уҡсылар корпусы командиры, Совет-поляк, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
Пётр Васильевич Пискарев | |||||||||||||||||||
Файл:Пискарев, Пётр Васильевич.jpg | |||||||||||||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
с. Калинино, Рязанская губерния, Российская империя | ||||||||||||||||||
Үлгән ваҡыты |
31 декабрь 1976 (64 йәш) | ||||||||||||||||||
Вафат урыны | |||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||||||||
Ғәскәр төрө |
танковые войска | ||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1932—1976 | ||||||||||||||||||
Хәрби звание | |||||||||||||||||||
Командалыҡ итеү |
26-я танковая бригада 58-я гвардейская танковая бригада 20-я гвардейская механизированная дивизия 79-й стрелковый корпус | ||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш |
Советско-польская война Советско-финляндская война (1939—1940) | ||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
1912 йылдың 18 июнендә Рязань губернияһының Калинин ауылында тыуған.
1934 йылда Боровский емеш-йәшелсә техникумын тамамлағандан һуң, РККА сафына алына һәм М. В. Фрунзе исемендәге Орёл бронетанк мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1936—1938 йылдарҙа — 3-сө запас танк бригадаһы 1-се танк батальонының взвод командиры. 1938—1939 йылдарҙа — 3-сө айырым еңел танк полкының уҡыу батальоны взвод командиры.1939 йылдан 1940 йылға тиклем 39-сы айырым еңел танк бригадаһы составында ошо бригада штабының икенсе һәм дүртенсе частары начальнигы һәм беренсе бүлеге ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә. 1939—1940 йылдарҙа бригада составында Совет-поляк һәм Совет-фин һуғыштарында ҡатнаша[1][2].
1940—1941 йылдарҙа И. В. Сталин исемендәге РККА-ның Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһында команда факультетында уҡый. 1941 йылдың октябренән 1942 йылдың мартына тиклем 26-сы танк бригадаһы штабында оператив эштәр буйынса штаб начальнигы урынбаҫары, 26-сы танк батальонының рота командиры һәм ошо бригаданың разведка буйынса штаб начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 3 мартынан 7 декабренә тиклем — 26-сы танк бригадаһы штабы начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Көнбайыш фронтта 43-сө армия составында ҡатнаша һәм Мәскәү янындағы алышҡа инә. 1941 йылдың 14 декабрендә бригада Стремилово һәм Высокое секторында оборонаны биләй. 1941 йылдың декабрендә — 1942 йылдың ғинуарында Малоярославец йүнәлешендә 43-сө армияның контрһөжүмендә ҡатнаша, Оболенскты һәм 1942 йылдың 2 ғинуарында армия частары менән бергә Малоярославец ҡотҡара[3][1][2][4][5].
1944 йылдың 25 авгусынан 1945 йылдың 17 июленә тиклем — 8-се гвардия танк корпусы командиры урынбаҫары. 1945—1947 йылдарҙа — 8-се гвардия танк дивизияһы командиры урынбаҫары[6]. 1947—1948 йылдарҙа К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһында уҡый. 1949—1950 һәм 1956—1976 йылдарҙа — К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияның юғары берләшмәләр тактикаһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1950—1954 йылдарҙа — 20-се гвардия механизацияланған дивизияһы командиры. 1954 йылдың февраленән июленә тиклем — танк ғәскәрҙәре буйынса 3-сө гвардия механизацияланған армияһы командующийы ярҙамсыһы. 1954 йылдан 1956 йылға тиклем — 3-сө удар армия составында 79-сы уҡсылар корпусы командиры[2] [7][8].
1976 йылдың 31 декабрендә Мәскәүҙә вафат була, Хован зыяратында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.