From Wikipedia, the free encyclopedia
Пан Ги Мун (кор. 반기문, ханча: 潘基文, дөйөм латин транскрипцияһы — Ban Ki-moon; 13 июнь 1944 йыл) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 8-се Генераль секретары (1.01.2007—31.12.2016), Корея Республикаһының сит ил эштәре һәм сауҙа министры (2004—2006).
Пан Ги Мун | |||||||
кор. 반기문 | |||||||
| |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 ғинуар 2007 йыл | |||||||
Алдан килеүсе: | Кофи Аннан | ||||||
| |||||||
17 ғинуар 2004 йыл — 1 декабрь 2006 йыл | |||||||
Алдан килеүсе: | Юн Ёнкван | ||||||
Дауамсы: | Сон Минсон | ||||||
Дине: | конфуцианлыҡ, буддизм | ||||||
Тыуған: | 13 июнь 1944 (80 йәш) Тюсю ҡалаһы, Тюсэй-Хокудо провинцияһы, Корея генерал-губернаторлығы, Япон империяһы (хәҙерге Корея Республикаһы Чхунчхон-Пукто провинцияһының Чхунджу ҡалаһы) | ||||||
Ҡатыны: | Ю Сунтхэк | ||||||
Балалары: | улы: Ухён ҡыҙҙары: Сенён һәм Хёнхи | ||||||
Партия: | беспартийный[d] | ||||||
Белеме: | Сеул милли университеты | ||||||
Автограф: | |||||||
Наградалары: |
| ||||||
Пан Ги Мун 1944 йылдың 13 июнендә Япон империяһы Корея генерал-губернаторлығы Тюсэй-Хокудо провинцияһы Ымсон өйәҙенең Тюсю ҡалаһында (хәҙерге Корея Республикаһы Чхунчхон-Пукто провинцияһының Чхунджу ҡалаһында) тыуған. Корей теленән тыш инглиз, француз һәм япон телдәрен белә, рус телен өйрәнә[1].
1970 йылда Сеул милли университетын тамамлай, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә бакалавр дәрәжәһен ала. 1985 йылда Гарвард университеты янындағы Кеннеди исемендәге идаралыҡ мәктәбендә дәүләт иларалығы магистры дәрәжәһен ала[2].
37 йыл дауамында Корея Республикаһының сит ил эштәре һәм сауҙа министрлығында хеҙмәт итә. Корея Республикаһының Һиндостан, Австрия, Словения һәм АҠШ дәүләттәрендәге илселектәрҙә эшләй. 2004—2006 йылдарҙа Корея Республикаһының сит ил эштәре һәм сауҙа министры була.
2006 йылдың 13 октябрендә БМО Генераль Ассамблеяһы менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 8-се Генераль секретары итеп тәғәйенләнә. БМО-ның эшмәкәрлеген ойоштороу һәм солохто яҡлау эштәре буйынса бер нисә мөһим реформалар үткәрә. Пан Ги Мун күбеһенсә иғтибарын глобаль йылыныуға һәм Дарфур регионы (Судан) мәсьәләрен хәл итеүгә йүнәлтә.
2011 йылдың 21 июнендә Пан Ги Мун Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары итеп икенсе биш йыллыҡ ваҡытҡа раҫлана.
2009 йылда Мальта университетының һәм Вашингтон штаты университетының, аҙаҡ Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты мөхбир докторы исеме бирелә[3]. 2012 йылғы йәйге Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Олимпия флагын тотоп барыусыларҙың береһе була[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.