Пальмира
Сүриәләге боронғо ҡала / From Wikipedia, the free encyclopedia
Пальмира (грек. Παλμύρα, арам. ܬܕܡܘܪܬܐ, Тадморте; йәһ. תַּדְמוֹר Тадмор; әрм. Արմավուտ Армавут; ғәр. تدمر Тадмор «пальмалар ҡалаһы») — антик осор ахырының иң бай ҡалаларының береһе (ғәҙәттә беҙҙең эраның III—VI быуаттары менән сикләнә), Сүриә сүллеге оазистарының береһендә, Дамаск менән Евфрат араһында, беренсеһенән төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 240 километрҙа, икенсеһенән 140 километрҙа урынлашҡан. Пальмира ҡалаһын Митанни батшаһы Кирта I беҙҙең эраға тиклем 1500 йылда арамдарҙың барымталарынан һаҡланыу ҡәлғәһе сифатында нигеҙләгән.
Пальмира | |
Культура | Боронғо Греция |
---|---|
Дәүләт | Сүриә[1] |
Административ үҙәге | Пальмирское царство[d] |
Административ-территориаль берәмек | Тадмор[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Сирийская пустыня[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1929 |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан |
1640 гектар, 16 800 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d][2], (ii)[d][2] һәм (iv)[d][2] |
Пальмира Викимилектә |
Сүриә сүллеген кискән каруандар өсөн туҡталҡа булараҡ барлыҡҡа килә. Пальмираға «сүллек кәләше» тигән ҡушамат бирелә. Зенобия Пальмира батшалығының иң данлыҡлы, иң ҡеүәтле хакимәһе була.
Әле Пальмира урынында — Сүриәнең бер ауылы һәм Боронғо Рим архитектураһына ҡараған мәғрүр ҡоролмаларҙың харабалары. Улар ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Боронғо ҡаланың төп урамында колоннадалар һәм монументаль аркалар теҙелгән. Иң әһәмиәтле ҡоролмалар иҫәбендә — Бәғел ҡорамы (I быуат), Бәғелшамин ҡорамы (II быуат), агора (III быуат), театр менән йәмәғәт үҙәге һәм каруанһарай[3]. 2015 йылдың майында Пальмираның ИГИЛ боевиктары тарафынан баҫып алыныуы һөҙөмтәһендә ҡомартҡылар талана, емертелә.
2016 йылдың 27 мартында Сүриә армияһы Рәсәй Хәрби Космос Көстәре ярҙамында Пальмираны азат итте. Сүриәнең Дәүләт ҡомартҡыларын һаҡлау агентлығы белдереүенсә, Сүриә армияһы боронғо ҡаланың ҡомартҡыларына зыян килтермәгән.
Ҡомартҡыларҙы тергеҙеү эше апрелдә башлана. Белгестәр ике ғибәҙәтхананы, Монументаль арканы һәм манара рәүешле төрбәләрҙе аяҡҡа баҫтырырға йыйына. Пальмираны тергеҙеү планы өс этаптан тора. Беренсе этапта ҡолап барған биналарҙы терәтеп сығыу, икенсеһендә — күпселек ҡомартҡыларҙы реставрациялау, өсөнсөһөндә террористар тарафынан тулыһынса емертелгән Бел һәм Бәғелшамин ҡорамдарын ҡабаттан төҙөү ҡарала.
2017 йылдың ғинуарында, Пальмираны 2016 йылдың декабрендә ҡабат баҫып алғандан һуң, Ислам дәүләте һуғышсылары амфитеатрҙың үҙәк өлөшөн емертә.
2017 йылдың 2 мартында Пальмира Сүриә хөкүмәте контроле аҫтына ҡайтарыла.
Пальмира хөрмәтенә АҠШ-тың бер нисә ҡалаһы атала. Санкт-Петербургты поэтиклаштырып — Төньяҡ Пальмира, ә Одессаны Көньяҡ Пальмира тип йөрөтәләр.
2018 йылдың авгусында Сүриә хөкүмәте ҡаланың емертелгән өлөштәрен 2019 йылдың июленә тергеҙергә йыйыныуын белдерә.