украин совет шағиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Павло Тычина (укр. Павло Григорович Тичина; (23 ғинуар 1891 йыл — 16 сентябрь 1967 йыл) — шағир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Украина ССР-ының Фәндәр академияһы академигы (1929).
Павло Тычина (Па́вел Григо́рьевич Тычи́на) 1891 йылдың Украинаның Чернигов губернаһы Пески ауылында тыуған.
Атаһы псаломдар башҡорған, «грамота мәктәбе» уҡытыусыһы булған. Павел бала саҡтан музыкаға, һүрәт төшөрөүгә һәм шиғырҙар ижад итеүгә һәләтле булған.
Башта земство мәктәбендә, шунан Чернигов ир балалар дини училищеһында уҡыған [4], бер үк ваҡытта монастырь хорында йырлаған, сөнки атаһы вафат булып ҡалып, үҙен-үҙе аҫрарға мәжбүр булған. Ғаиләлә 13 бала булып, дүртәүһе сабый саҡта үлгән булған.
Артабан дини семинарияла уҡый (1907—1913)[5].
Павел Тычина 1912 йылда баҫыла башлай, тәүге йыйынтығы — «Ҡояшлы кларнеттар» («Солнечные кларнеты»; 1918)
Уның «Берҙәм ғаилә тойғоһо» («Чувство семьи единой»; 1938), «Үҫ, гүзәл донъя» («Расти, прекрасный мир»; 1960) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары донъя күргән.
Революция 1917 йыл башланғанда Тычина Киевта булған.
1923 йылда Харьковҡа, Украинаның ул саҡтағы баш ҡалаһына күсенә. Бында ул журналда эшләй, күп яҙыша, әрмән, грузин һәм төрөк телдәрен өйрәнәтурецким языками башлай.
1938—1967 йылдарҙа — УССР Юғары Советы депутаты. 1953—1959 йылдарҙа — УССР Юғары Советы Рәйесе. СССР-ҙың 2—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946—1962). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1943—1948 йылдарҙа — УССР мәғариф министры (нарком).
УССР Фәндәр Академияһы академигы (29.06.1929)[6], УССР Әҙәбиәт институты директоры. 1947 йылдан Болгария Фәндәр Академияһының мәхбир ағзаһы.
П. Г. Тычина 1967 йылдың 16 сентябрендә Киевта вафат була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәй (1941—43). шиғырында, Башҡорт фольклоры мотивтарын һәм тарихи факттарҙы файҙаланып, Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тормошон «Йәшен» («Гроза»; 1943) тигән шиғырында бәйән итә. «Сәйфи Ҡудашҡа» («Сайфи Кудашу»; 1943) шиғырында, ғәмәлдә, башҡорт халҡына ихтирамын, һөйөүен белдерә.
П. Тычинаның шиғырҙарын Б.Бикбай, С.Кулибай, Ғ.Й.Рамаҙанов, М.Сөндөклө, Ғ.Әмири һәм башҡалар башҡорт теленә тәржемә иткән. Ул үҙе М.Ғафури, Б.Бикбай, С.Ҡудаш, шулай уҡ башҡа бер нисә авторҙың әҫәрҙәрен украин теленә әйләндергән. Башҡорт әҙәбиәте тураһында мәҡәләләр, «Мәжит Ғафури ижадында патриотизм» (1942; башҡортса тәржемәһе 1943) китабы баҫылып сыҡҡан.
Киевта — Павел Тычина проспекты, Павел Тычина исмендәге Умань дәүләт педагогия университеты; Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда урамға һәм Ванадзор ҡалаһындағы мәктәпкә уның исеме бирелгән.
Өфөлә Украин ССР‑ы Фәндәр академияһы Президиумы урынлашҡан бинаға һәм Павло Тычина йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.