совет антифашист-подпольщицаһы, Советтар Союзы Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia
Осипова Мария Борисовна бел. Марыя Барысаўна Осіпава (народжаная Сакаўцова)[2]; 27 декабрь 1908 йыл, Рәсәй империяһы, Могилёв губернаһы, Серковец усадьбаһы — 5 февраль 1999 йыл, Белоруссия, Минск) — СССР подпольщицаһы. Немец-фашист ғәскәрҙәре ваҡытлыса оккупациялаған осорҙа Минск ҡалаһындағы тәүге йәшерен ойошма етәкселәренең береһе[3]. Белоруссия юғары комиссары Вильгельм Кубены юҡ итеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. Советтар Союзы Геройы (1943).
Осипова Мария Борисовна | |
рус. Мария Осипова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Беларусь |
Тыуған көнө | 27 декабрь 1908[1] |
Тыуған урыны | Серковицы[d], Серковицкий сельсовет[d], Толочинский район[d], Беларусь |
Вафат булған көнө | 5 февраль 1999[1] (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Минск, Беларусь |
Ерләнгән урыны | Көнсығыш зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | партизан |
Биләгән вазифаһы | Список депутатов Верховного Совета БССР 5-го созыва[d], Список депутатов Верховного Совета Белорусской ССР (1955–1959)[d], Список депутатов Верховного Совета Белорусской ССР 3-го созыва[d] һәм Список депутатов Верховного Совета Белорусской ССР (1947–1950)[d] |
Уҡыу йорто |
Высшая коммунистическая сельскохозяйственная школа Белоруссии имени В. И. Ленина[d] юридический факультет БГУ[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Осипова Мария Борисовна Викимилектә |
Мария Борисовна Осипова (ҡыҙ фамилияһы Соковцова) урындағы быяла заводы эшселәре Борис Титович һәм Агафья Ивановна Соковцовтар ғаиләһендә тыуа. Белорус милләтенән. Мария Борисовна 13 йәшенән Дретунь[4] ҡасабаһы быяла заводында эшләй. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған. Район пионерҙар ойошмаһы рәйесе була. 1924 йылда ул РКСМ-дың 6-сы съезы делегаты итеп һайлана һәм шунда буласаҡ ире Яков Осипов менән таныша[5].
1933 йылда Мария Борисовна ғаиләһе менән Минск ҡалаһына күсеп килә һәм В. И. Ленин исемендәге Юғары ауыл хужалығы партия мәктәбенә уҡырға инә, 1935 йылда уны, 1940 йылда Минск юридик институтын уңышлы тамамлай. 1928 йылдың 23 июленән ВКП (б) ағзаһы, уҡыған дәүерендә Мария Борисовна институттың партия комитеты секретары була. Вузды тамамлағандан һуң, уны Белорус ССР-ы Юғары судына эшкә ебәрәләр.
Минск ҡалаһын немец-фашист ғәскәрҙәре оккупациялауының беренсе көндәрендә Минск юридик институты уҡытыусыһы А. А. Соколова менән берлектә институт ятағында Мария Борисовна иң тәүге йәшерен антифашистик төркөм ойоштора. Баштараҡ ойошмала 14 ағза иҫәпләнә. 1943 йылдың сентябренә Ганна Чёрная төркөмөндә 50-ләп әүҙем ҡатнашыусы була. Тәүге ваҡытта подпольщиктар листовкалар әҙерләй һәм Совинформбюро хәбәрҙәренән сводка тараталар, йәһүдтәрҙе йәшерәләр, совет хәрби әсирҙәренә ярҙам итәләр. 1941 йылдың авгусында партизандар менән бәйләнеш булдырғандан һуң, төркөм разведка-диверсия эшенә әүҙем йәлеп ителә. 1941 йылдың аҙағында Белоруссия КП(б)-һының Минск йәшерен ҡала комитеты Чёрнаяның төркөмө менән бәйләнеш булдыра. Һәм шул ваҡыттан Мария Борисовна ла Минск йәшерен ойошмаһы етәкселеге һәм «Дима» (командиры Д. И. Кеймах), «Местные» (командиры С. А. Ваупшасов), «Дядя Коля» (командиры. М. Никитин), «Зализняк» (командиры И. Ф. Титков), К. К. Рокоссовский исемендәге 200-сө бригадалары партизандары араһында элемтәселәрҙең береһе була[6]. Немецтар оккупациялаған Минск ҡалаһында «Звезда» гәзитен баҫтырыуға ла үҙ өлөшөн индерә. Подпольщиктар А. И. Серова йортоноң сарҙағында хәрби әсирҙәр лагерҙары һәм йәһүд геттолары ҡасҡындарын йәшергән. Бында шулай уҡ немецтарҙан урланған ҡорал һәм дарыуҙарҙы ла һаҡлағандар, артабан партизандарға оҙатҡандар.
М. Б. Осипованың йәшерен эшмәкәрлегенең иң юғары ҡаҙанышы апогея тип тыныс халыҡ һәләк булған өсөн ҙур яуаплылыҡ ятҡан Белоруссияның генераль комиссары Вильгельм Кубены юҡ итеүҙе тормошҡа ашырған «Ҡоһор» операцияһында ҡатнашыуы була. 1943 йылдың август аҙағында «Дима» партизан отрядының агентура эштәре буйынса командиры урынбаҫары Н. П. Фёдоров (псевдонимы «Ҡыңғырау») ҡушыуы буйынса Мария Борисовна Кубе йортонда эшләүселәр араһынан агент эҙләй башлай. 1943 йылдың 3 сентябрендә «Ҡара» ойошмаһы ағзаһы Н. В. Похлебаев уны генераль округының «Белорутения» генераль округы комиссары йортонда хеҙмәтсе булып эшләүсе Е. Г. Мазаниктың апаһы Валентина Щуцкая менән таныштыра. Щуцкая аша Осипованың Мазаник менән осрашыуы ойошторола. Оператив вербовка барышында подпольщиктарға Елена Мазаникты хеҙмәттәшлеккә күндереү өлгәшелә. 1943 йылдың 20 сентябрендә, ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуйып, М. Б. Осипова партизан отрядынан Минск ҡалаһына ҡыҙыл көртмәле һалынған кәрзин эсендә химик шартлатҡыслы мина килтерә һәм Мазаникка тапшыра. Үҙенең йоҡо бүлмәһендә, матрасы аҫтына һалынған мина шартлап, 1943 йылдың 22 сентябрь төнөндә Белоруссия генераль комиссары Кубе юҡ ителә.
Шунан алдағы кистә М. Б. Осипова һәм Е. Г. Мазаник Минск ҡалаһынан партизандар янына китә, һәм был уларҙы ҡулға алыныуҙан ҡотҡара. 1943 йылдың 12 октябрендә уларҙы самолётта Мәскәүгә килтерәләр. Операцияның бөтә деталдәре асыҡланғандан һуң, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 29 октябре Указы менән Осипова Мария Борисовнаға, Мазаник Елена Григорьевнаға һәм тағы операцияла әүҙем ҡатнашыусы Троян Надежда Викторовнаға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Ҡыҙыл Армия Белоруссияны азат иткәндән һуң Мария Борисовна Минск ҡалаһына ҡайта һәм емерелгән ҡаланы тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша.
БССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе Василий Иванович Козлов аппаратында эшләй, Белоруссия Юғары Советы Президиумы эргәһендәге ярлыҡау бүлеге етәксеһе, Белорус ССР-ы Юғары Суды ағзаһы, Республиканың тыныслыҡ яҡлау Комитеты ағзаһы була. 1947—1963 йылдарҙа ул Белорус ССР-ының 2—5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты булып һайлана.
Фашист оккупанттары менән хеҙмәттәшлектә ғәйепләнеүсе йәшерен ойошма ағзаларын аҡлау М. Б. Осипованың ҙур ҡаҙанышы булып тора. Мария Борисовна, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, өс йөҙҙән ашыу антифашистик хәрәкәт ҡатнашыусыһын яҡлай. Хаҡлы ялға киткәндән һуң, ул йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү менән шөғөлләнә, ветеран хәрәкәтендә ҡатнаша.
Мария Борисовна 1999 йылдың 5 февралендә вафат була. Минск ҡалаһының Көнсығыш (Мәскәү) зыяратында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.