Он
From Wikipedia, the free encyclopedia
Он (рус. мука, ингл. flour) — бөртөклө ашлыҡты тирмәндә тарттырыу һөҙөмтәһендә алынған ашамлыҡ. Он бойҙай, полба, арыш, ҡарабойҙай, һоло, арпа, тары, кукуруз, дөгө һәм дағуа һымаҡ иген культураларынан әҙерләнә. Икмәк бешереүҙә ҡулланылған он башлыса бойҙайҙан яһала. Ул түбәндәге сорттарға бүленә: көрпә, юғары сифат, беренсе сифат, икенсе сифат, обой.