Оло Хехцир ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҙур Хехцир ҡурсаулығы (рус. Большехехци́рский госуда́рственный приро́дный запове́дник) Рәсәйҙең Хабаровск крайында 1963 йылдың 3 октябрендә ойошторола. Әлеге ваҡытта майҙаны 45 439 гектар тәшкил итә. Буфер зонаһының майҙаны — 12 000 гектар.
Оло Хехцир дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 45 471 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 3 октябрь 1963 йыл |
Урынлашыуы | |
48°12′18″ с. ш. 134°51′32″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
Яҡындағы ҡала | Хабаровск |
zapovedamur.ru/zapovedni… | |
Оло Хехцир ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡтың урман япмаһы яҡынса 90 %.
Ҡурсаулыҡтың исеме Ҙур Хехцир һырты исеменән килеп сыҡҡан. Һырттың исеме шаман Хээкчир исеменән алынған. Уның тураһында легенданы В. К. Арсеньев «Сихотэ-Алинь тауҙарында» китабында килтерә[1][2].
Ҡурсаулыҡ Хабаровск крайының Хабаровск районында, Хабаровскиҙан көньяҡҡа табан 15 — 20 км алыҫлыҡта, Оло Хехцир һырты сиктәрендә урынлашҡан. Уның көнбайыш сиге — Рәсәйҙең дәүләт сиге янында Уссури йылғаһы буйлап; көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ сиге Уссури ҡушылдығы Чирки йылғаһы буйлап үтә; көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышы — тимер юлы һәм Хабаровскиҙың биҫтәләренә йәнәш ятҡан үҙләштерелгән ерҙәрҙә һуҙылған.
Ҡурсаулыҡ хакимиәте Хабаровск районының Бычиха ауылында урынлашҡан.
Көньяҡтан ҡурсаулыҡты, сигенән аҡҡан Чирка йылғаһын иҫәпкә алмағанда, Хехцир ҡуйыны буйлап аҡҡан йылғалар һәм шишмәләрҙең бөтәһе лә тау типик тау характерында; Уларҙың оҙонлоғо 20 км-ға тиклем[3]. Төньяҡҡа аҡҡандары Амур йылғаһының ҡылымыҡтарына, көнбайыштары — Уссури йылғаһына, көнсығыш һәм көньяҡтары Чирки йылғаһына ҡоя.
Флора һәм Ффаунаһының төрлөлөгө элек-электән сәйәхәтселәрҙең һәм ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә.
Бында өс тапҡыр килгән Н. М. Пржевальский былай тип билдәләй: «Хехцир һырты урман үҫемлектәренә бай, улар Уссури крайының башҡа, хатта көньяҡ өлөшөндә лә, һирәк осрай». 1935 йылда Хехцир — урындағы, ә 1959 йылдан республика әһәмиәтендәге тәбиғәт заказнигына әүерелә[3]. Ҡурсаулыҡ РСФСР Министрҙар Советының 1963 йылдың 3 октябрендәге бойороғо менән 46000 га майҙанда булдырыла. 2009 йылда ҡурсаулыҡ сиктәрен межалау үткәрелә. Ерҙең дөйөм майҙаны 45340 гектар тәшкил итә[4]. Ҡурсаулыҡ статусы биреүҙә СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты А. С. Хоментовский, билдәле яҙыусы һәм һунарсылыҡ буйынса белгес В. П. Сысоев һәм һунарсылыҡ буйынса белгес Н. В. Михайловтың ҡаҙанышы ҙур.
Ҡурсаулыҡтың Тәбиғәт музейында экскурсиялар үткәрелә, бының өсөн махсус бүленгән зонала экологик маршруттар бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.