Ока биосфералы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Рәсәй биләмәһендә биосфера ҡурсаулығы. Ҡурсаулыҡ Мещереск уйһыулығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Рязань өлкәһенең Спасск, Клепиковск һәм / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ока биосфералы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы — Рәсәй биләмәһендә биосфера ҡурсаулығы. Ҡурсаулыҡ Мещереск уйһыулығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Рязань өлкәһенең Спасск, Клепиковск һәм Касимовск райондарында урынлашҡан.
Ока биосфералы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 560,27 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1935 йыл |
Урынлашыуы | |
54°45′ с. ш. 40°45′ в. д._type:landmark HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Спасск-Рязанский, Касимов |
oksky-reserve.ru | |
Ока биосфералы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡтың төп өлөшө Пра йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡҡа шулай уҡ Ламша һәм Черная йылғалары ла инә. Оканың туғай күлдәренә бай һыубаҫар үҙәндәре ҡурсаулыҡтың һаҡ зонаһына инә. Ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһы Брыкин Бор ҡасабаһында урынлашҡан.
Ҡурсаулыҡ майҙаны — 027 56 гектар, шул иҫәптән:
- урмандар — 50461,5 гектар
- һаҙлыҡ тар—2 539,5 гектар ,
- ҡоро ер һәм асыҡ урындар —2 089,4 гектар,
- йылға һәм күлдәр — 637,6 гектар
Ҡурсаулыҡ тирәләй 23.669 гектар һаҡлағыс зона билдәләнгән.
1994 йылдың 13.сентябрынан "Пра һәм Ока йылғаларының һыубаҫар участкалары" халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләре статусына эйә. 1986 йылдың 24 июнендә Ока ҡурсаулығы Бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренең биосфера ҡурсаулыҡтарына ҡуйылған талаптарға тап килә тип танылды. 2000 йылда ҡурсаулыҡ халыҡ-ара әһәмиәттәге төп орнитологик биләмәләргә индерелгән.
Ҡурсаулыҡ уртаса континенталь климат менән характерлана. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы 4,2 градус. Яуым-төшөмдөң уртаса күләме 534 миллиметр тәшкил итә.