Словарь русского языка From Wikipedia, the free encyclopedia
«Слова́рь ру́сского языка́» — дөйөм ҡулланыу лексикаһының аңлатмалы норматив һүҙлеге. Совет лингвисы С. И. Ожегов тарафынан төҙөлгән.
АЖУ’Р, -а, м. 1. В бухгалтерии: такое ведение дел, при к-ром каждая операция регистрируется немедленно после её совершения (спец.) 2. Ажурная вышивка, строчка, вязка. Воротник с ажуром. ♦ В ажуре (разг.) — в полном порядке. Все дела в ажуре.
Ожегов һүҙлеге | |
Атамаһы | Словарь русского языка |
---|---|
Жанр | белешмә |
Автор | Ожегов Сергей Иванович |
Ил | СССР |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1949 |
Авторҙың иҫән сағында Һүҙлектең алты баҫмаһы нәшер ителә. Беренсеһе 1949 йылда сыға, 50 мең һүҙҙән тора[2]. Икенсеһе (1952) һәм дүртенсеһе (1960 йыл, 53 мең һүҙ) төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр менән донъя күрә[1].
9-сынан (1972) 23-сөгә (1991) тиклемге баҫмалары Н. Ю. Шведова редакцияһында сыға, ул 9-сы баҫмаға төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индерә (57 мең һүҙ), 13-сөгә һәм 16-сыға (1981 һәм 1984) төҙәтеүҙәр яһай, 21-се баҫмаға (1989 йыл, 70 мең һүҙ) төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индерә[1]. 1992 йылда һүҙлек «Толковый словарь русского языка» (75 мең һүҙ) тигән атама ала һәм унда беренсе тапҡыр Н. Ю. Шведова авторҙаш итеп күрһәтелә[2]. (1997) С. И. Ожегов менән Н. Ю. Шведованың берлектәге дүртенсе баҫмаһы (1997) 5 меңдән ашыу өҫтәмә менән баҫылып сыға[1]. Һүҙлекте артабан камиллаштырыу һөҙөмтәһе булараҡ Н.Ю. Шведова редакцияһында һәм төп авторлығында «Толковый словарь русского языка с включением сведений о происхождении слов» (2007 йыл, 82 мең һүҙ)[3] нәшер ителә[2][4].
24-сенән[5] 28-сегә[6] (2014) тиклемге баҫмалар профессор Л. И. Скворцов редакцияһында сығарыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.