Одри Хепбёрн
британия актрисаһы, фотомодель һәм гуманитар эшмәкәр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Одри Хепбёрн (ингл. Audrey Hepburn; ысын исеме Одри Кэтлин Растон, ингл. Audrey Kathleen Ruston; 4 май 1929 йыл) — 20 ғинуар 1993 йыл, Толошеназда вафат булған) — Британия актёры, фотомодель һәм гуманитар эшмәкәр. 1954 йылда «Рим каникулдары» фильмында уйнаған иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Оскар» премияһы алған (1953), шулай уҡ дүрт тапҡыр номинацияла, 1955, 1960, 1962, 1968 йылдарҙа, еңә.
Икселдә (Брюссель баш ҡала регионы коммунаһында) тыуған саҡтағы исеме Одри Кэтлин Растон булған, бала сағын һәм үҫмер йылдарын башлыса Нидерландта үткәргән, Икенсе донъя һуғышы осоронда нацист Германияһы оккупациялаған Арнемда йәшәгән. Арнемдабалетҡа уҡыған, 1948 йылда Лондонға күсә һәм лондон театрҙары сәхнәһендә бейеүсе булып эшләй. Бер нисә европа фильмда төшкәндән һуң, Одри Колеттың үҙенә тейешле иғтибарын йүнәлтә, һәм ул уны «Жижи» тигән бродвей спектаклендәге төп ролгә һайлай. 1952 йылда «Рим каникулдары» (1953) тигән америка фильмында төп ҡатын-ҡыҙ ролен уйнаған өсөн «Оскар», «Алтын глобус», BAFTA премияларын алған. 1954 йылда «Ундина»ны (1954) бродвей сәхнәләштереүе өсөн «Тони» премияһын алған.
Хепбёрн үҙ осороноң иң яҡшы түләнгән кино актрисаларының береһе булып киткән һәмГрегори Пек, Рекс Харрисон, Кэри Грант, Генри Фонда, Гэри Купер, Уильям Холден, Фред Астер, Питер О' Тул һәм Альберт Финни кеүек актёрҙар менән уйнаған. Хепбёрн «Сабрина» (1954), «История монахини» (1959), «Завтрак у Тиффани» (1961) һәм «Дождись темноты» (1967) фильмдары өсөн «Оскар» премияһына номинациялана, шулай уҡ «История монахини» (1959) һәм «Шарада» (1963) фильмдары өсөн BAFTA премияһына лайыҡ була. «Дождись темноты» (1967) фильмы төшөрөлгәндән һуң, ике улын тәрбиәләү маҡсатында, оҙайлы ваҡытҡа кинола төшөүҙән туҡталып тора. Хепбёрндың киләһе фильмы — «Робин һәм Мэриан» (1976), унан һуң ул тағы бер нисә фильмда уйнай, Стивен Спилбергтың «Всегда» (1988) тигән фильмы иң һуңғы фильм булып тора.
1988 йылда Хепбёрн ЮНИСЕФ-тың халыҡ-ара изге ихтыяр илсеһе була, ошо сифатта ул Африка, Көньяҡ Америка һәм Азияның уңышһыҙ төбәктәрендә йәшәгән балалар проблемаларына әүҙем рәүештә иғтибар йәлеп иттергән. 1992 йылда Хепбёрн ЮНИСЕФ-тағы эшмәкәрлеге өсөн Президенттың Азатлыҡ миҙалы менән бүләкләнә.
Одри Хепбёрн Америка кино сәнғәте институты тарафынан Америка киноһының бөйөк актрисалары исемлегендә өсөнсө урынға ҡуйылған.