![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/0d/Latin_Poet_Ovid.jpg/640px-Latin_Poet_Ovid.jpg&w=640&q=50)
Овидий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Публий Овидий Назон (лат. Publius Ovidius Naso; б. э. т. 43 йылдың 20 мартында, Сульмо — б. э. 17 йәки 18 йыл, Томис) — Боронғо Рим шағиры. Иң тәү сиратта «Метаморфозалар» һәм «Мөхәббәт фәне» (лат. Ars amatoria, башҡа тәржемәһе «Мөхәббәт сәнғәте») поэмалары, шулай уҡ мөхәббәт элегиялары авторы булараҡ билдәле. Бер фараз буйынса, ул пропагандалаған мөхәббәт идеалдарының император Августың ғаилә һәм өйләнеүгә ҡарата рәсми сәйәсәтенә тап килмәгәнлегенән, шағир көнбайыш Ҡара диңгеҙ буйына һөргөнгә ебәрелә, һәм шунда ғүмеренең һуңғы көндәрен уҙғара. Овидийҙың Европа әҙәбиәтенә, шул иҫәптән, 1821 йылда уға күләмле шиғри юлдар бағышлаған Пушкинға тәьҫире ҙур була.[1].
Овидий | |
Ovidius | |
![]() Рәссамдың портрет фантазияһы | |
Исеме: |
Публий Овидий Назон |
---|---|
Тыуған көнө: |
20 март б. э. т. 43({{padleft:-43|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) |
Тыуған урыны: |
Сульмо |
Вафат булған көнө: |
17 йәки 18 йыл б. э. |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
боронғо рим шағиры |