Обуда университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Обуда университеты[4] (мадьярса Óbudai Egyetem, лат. Universitas Budensis) — Венгрияның баш ҡалаһы Будапешттың юғары техник уҡыу йорто. 2000 йылда Будапешт техникумы (мадьярса Budapesti Műszaki Főiskola) булараҡ нигеҙләнгән. 2010 йылда университет боронғо ҡала хөрмәтенә — бөгөнгө баш ҡаланың Обуда районы хөрмәтенә аталған. Уҡыу үҙәге өс политехник институтты берләштереүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән: Донат Банки техник колледжы, Кальман Кандо техник колледжы, Еңел сәнәғәт колледжы. Обуда университеты илдә иң ҙур техник университеттарының береһе булып тора, бында 13 меңгә яҡын студент белам ала[5].
Обуда университеты | |
мадьярса Óbudai Egyetem | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1 ғинуар 2010 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Universitas Budensis, Óbudai Egyetem һәм Óbuda University |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ÓE[1] һәм ÓU |
Ректор | Левенте Ковач[d] |
Дәүләт | Венгрия |
Административ-территориаль берәмек | Будапешт |
Ойошма ағзаһы | Европа университеттары ассоциацияһы[d][2] |
Уҡыусылар һаны | 12 888 |
Бойһонған ойошма (филиал) | Alba Regia Technical Faculty, Óbuda Uni[d], Rejtő Sándor Faculty[d], Bánki Donát Faculty[d], Kandó Kálmán Electrical Engineering Faculty[d], Óbuda University Ybl Miklós Faculty of Architecture[d], Library of Óbuda University[d], Keleti Károly Faculty of Business and Management[d] һәм Óbuda University John von Neumann Faculty of Informatics[d] |
Алыштырған | Budapest Polytechnic Hungary[d] |
Рәсми сайт | uni-obuda.hu |
Эндпоинт API | idp.uni-obuda.hu/saml2/s…[3] |
Обуда университеты Викимилектә |
Юғары уҡыу йортон уңыщлы тамамлаған инженер һөнәрҙәре студенттары халыҡ-ара кимәлдә танылған диплом алалар. Университет уҡытыусылары араһында 40 % фән кандидаты дәрәжәһенә эйә. Университет киң халыҡ-ара бәйләнештәргә эйә: Европаның башҡа илдәренә стажировкаға йыл һайын йөҙҙән ашыу студент ебәрелә.