From Wikipedia, the free encyclopedia
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
24 июнь 2013 | ||||||
Алдан килеүсе: | Сергей Михайлович Игнатьев | |||||
| ||||||
22 май 2012 | ||||||
Президент: | Путин Владимир Владимирович | |||||
| ||||||
12 май 2008 — 21 май 2012 | ||||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | |||||
Дауамсы: | Андрей Рэмович Белоусов | |||||
Тыуған: | 29 октябрь 1963 (60 йәш) Өфө | |||||
Ире: | Кузьминов Ярослав Иванович, Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры | |||||
Партия: | Берҙәм Рәсәй һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы | |||||
Белеме: | Мәскәү дәүләт университеты Йель Университеты [1] | |||||
Профессияһы: | иҡтисадсы | |||||
Наградалары: |
| |||||
Эльвира Сәхипзада ҡыҙы Нәбиуллина 1963 йылдың 29 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә шофер һәм приборҙар эшләү заводы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған. 31-cе урта мәктәптә миҙал менән тамамлаған[2].
1986 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас, Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығында Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге вице-президенты һәм президенты, иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрының 1-се урынбаҫары, 2007 йылдан 2012 йылға тиклем Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры, 2012 йылдың майынан 2013 йылдың июненә тиклем Рәсәй Президенты ярҙамсыһы булып эшләй[3]. 1985 йылдан КПСС ағзаһы[4].
2013 йылдын 24 июненән — Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе.
«Банк системаһы үҫешенә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн» Рәсәй Президенты указы менән 2018 йылдың октябрендә Эльвира Нәбиуллина Почёт ордены менән бүләкләнде[5][6].
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Forbes» версияһы буйынса Эльвира Нәбиуллина донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә ингән һәм рейтингта 49-сы баҫҡысты биләй. Үткән йылдың ноябрендә лә ул «Forbes» рейтингында — 49-сы, ә 2016 йылда 56-сы урынды алған булған[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.