Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Был исемлеккә Нобель премияһына (шул иҫәптән иҡтисад буйынса Нобель иҫтәлеге премияһына) лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар ингән.
Нобель премияһы йыл һайын Швеция Король фәндәр академияһы һәм Норвегия Нобель комитеты тарафынан химия, физика, әҙәбиәт, тыныслыҡты нығытыу һәм физиология йәки медицина өлкәһенә ғәйәт ҙур өлөш индергән шәхестәргә тапшырыла[1]. Премиялар 1895 йылда Альфред Нобель ихтыяры менән булдырыла, ул премияның суммаһы Нобель фонды ҡарамағында булырға тейешлеген билдәләй. Тағы бер премия, Швеция дәүләт банкының иҡтисад фәндәре буйынса Нобель иҫтәлеге премияһы, 1968 йылда Швеция Үҙәк банкы тарафынан иҡтисад өлкәһе өсөн булдырыла[2]. Һәр премияны айырым комитет тапшыра; Швеция Король фәндәр академияһы — физика, химия һәм иҡтисад, Каролина институты — физиология йәки медицина, ә Норвегия Нобель комитеты тыныслыҡ премияларын бирә[3]. Һәр лауреат миҙал, диплом һәм аҡсалата бүләк ала, уның күләме йылдар дауамында үҙгәреп тора[2]. 1901 йылда беренсе Нобель премияһы лауреаттарына 150 782 швед кронаһы бирелә, ул 2007 йылдың декабрендә 7 731 004 швед кронаһына тиң була. 2008 йылда еңеүселәргә 10 000 000 швед кронаһы бүләк ителә[4]. Наградалар Стокгольмда йыл һайын 10 декабрҙә Нобелдең вафат булыу көнөндә ойошторолған тантанала тапшырыла.
2012 йыл башына Нобель премияһы һәм иҡтисад буйынса Нобель иҫтәлеге премияһы 549 тапҡыр бирелгән була: 23 тапҡыр — ойошмаларға, 830 тапҡыр — кешеләргә. Нобель премияһы лауреаты булған 826 кеше араһында (дүртеһе — икешәр тапҡыр) 43 ҡатын-ҡыҙ бар[5]. Беренсе ҡатын-ҡыҙ лауреат, Мария Кюри, премияға ике тапҡыр лайыҡ була: 1903 йылда физика буйынса (ире Пьер Кюри һәм Анри Беккерель менән берлектә) һәм 1911 йылда химия буйынса. Мария Кюриҙың ҡыҙы Ирен Жолио-Кюри ҙа 1935 йылда химия буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Наградланған ҡатын-ҡыҙҙар һаны йәһәтенән 2009 йыл рекордлы[6] — Нобель премияһын биш ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар араһында иҡтисад буйынса беренсе лауреат Элинор Остром ала[7]. 2014 йылда Нобелдең тыныслыҡ премияһы 17 йәшлек Малала Юсуфзайға бирелә, ул — премия тарихында иң йәш лауреат[8].