Мәтрүшкә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәтрүшкә (ҡара мәтрүшкә, мәтрүш; рус. душица обыкновенная, лат. Origanum vulgare) — һаңғырау кесерткән һымаҡтар күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль-сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата, август-сентәбрҙә -емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Мәтрүшкә, Фәнни классификация ...
? Мәтрүшкә | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Origanum vulgare L. | ||||||||||||||
|
Ябырға
Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар.
Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы еләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була.